газета "Салауат"
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Көнүҙәк
10 Март , 10:00

“Бер башҡа юғары булғандар еңеү яулаясаҡ”,

Шулай тип белдерә “Үҙебеҙҙекеләр тураһында” күргәҙмәһе авторы Леонид Юлдашев.

“Бер башҡа юғары булғандар еңеү яулаясаҡ”,
“Бер башҡа юғары булғандар еңеү яулаясаҡ”,

Ҡаланың тарихи - тыуған яҡты өйрәнеү музейында республика Милли музейының “Үҙебеҙҙекеләр тураһында” (6+) (“Про СВОих”) күргәҙмәһе асылды. Унда Рәсәйҙең яңы ҡушылған төбәктәрендә: Мелитополь, Донецк, Мариуполь ҡалаларында, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының башҡа тораҡ пункттарында эшләнгән 40 фото һәм видеоматериалдар ингән.
Сара тантаналы асылыр алдынан геройҙарҙың портреттарын яҙыусы беҙҙең ҡала рәссамы Ренат Хәлиуллин ҡунаҡтарға үҙенең эштәрен тәҡдим итте: 
- Беҙ егеттәргә тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итергә тейеш. Портреттарҙы төшөрөүҙе дауам итәбеҙ,  шулай уҡ яугирҙарҙың яҡындарын да үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ, - тине ул. 
Был күргәҙмә һуңынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәр тураһындағы документаль  фильмдың нигеҙен тәшкил итәсәк. Уның авторы - республика Милли музейының йәш хеҙмәткәре Леонид
Юлдашев. Ул махсус операцияла 2024 йылдың октябренән, Рәсәйҙәге беренсе роботлаштырылған электрон комплекстары ирекле отряды һәм илдең хәрби армия резервы системаһы  - Б.А.Р.С. «Сармат» ирекмәндәр отрядында хеҙмәт итә. Әле үҙе МХО- -ла булһа ла, видеобәйләнешкә сыҡты:
- Махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡына уның ни тиклем мөһим икәнлеген аңланым, барыһына ла билдәле булған “үҙебеҙҙекеләр” тигән һүҙ бөтөнләй икенсе мәғәнәгә эйә булды, МХО-ла ниндәй ролдә булыуың мөһим түгел: хәрби табипмы, ирекмәнме, хәрби журналисмы - ул барыһының да тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртә һәм бөтәһен дә үҙ урынына ҡуя. Бөгөнгө замандағы һуғыш - ул технологиялар һәм аҡыл һуғышы, унда дошманынан бер башҡа юғары булғандар еңеү
яулаясаҡ. Һәм ул беҙ буласаҡбыҙ.
Күргәҙмәне асыуҙа ҡала хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Артур Рундау, “Ватанды  һаҡлаусылар” фонды координаторы Сергей Данилов, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәт ветерандары, көмөш ирекмәндәр ҡатнашты.
- Экспозиция менән танышып, егеттәр янына гуманитар йөк менән барғандағы хистәр ялмап алды.  Фотоһүрәттәрҙә һалдаттарыбыҙҙың көнкүреше, үҙҙәрен аямай илебеҙҙе һаҡлауҙары сағылдырылған. Барыһының да йорттарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем, - тине Артур Рундау үҙ сығышында.

Сергей Данилов яугирҙарға, уларҙың ҡатындарына, хәрби хәрәкәт ветерандарына йәмәғәт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Дмитрий Рогожин да бар.
- 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияландым, һигеҙ ай хеҙмәт иттем, әле запаста. Экспонаттарҙы күргәс тә хәтирәләр солғап алды. Үҙем шунда булғас, миңә был тема бик  яҡын. Фотоһүрәттәр МХО-лағы хәлдәр тураһында һөйләй. Биналарҙың,
мәҙәниәт объекттарының емерек хәлдә булыуы бик аяныс. Награда өсөн рәхмәт, үҙ принциптарына тоғро ҡалған егеттәргә ихтирам һиҙелә, - тине ул. 
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Салауат был күргәҙмәне ҡабул иткән тәүге ҡала булды. Ул беҙҙә 30 мартҡа тиклем дауам итә, һуңынан башҡа ҡалаларға күсә.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: