газета "Салауат"
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Көнүҙәк
3 Март , 10:30

«Мин быны үҙ бурысым итеп иҫәпләйем»

Салауаттан Рөстәм Кәримов өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, бер тамсы ла икеләнмәй Ватанды һаҡларға юллана.

«Мин быны үҙ бурысым итеп иҫәпләйем»
«Мин быны үҙ бурысым итеп иҫәпләйем»

Ул ваҡытта ир-егет ҡаланың СНХРС ойошмаһында эшләп йөрөгән була. Повестка алғас, быны ил алдындағы бурыс тип ҡабул итә.


- Беҙҙе 2022 йылдың 19 октябрендә «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәге янынан оҙаттылар. Пензала бер ай самаһы ҡоралдан атырға, гранаталар ырғытырға һәм башҡа хәрби күнекмәләргә өйрәттеләр. Артабан махсус хәрби операция зонаһына ебәрҙеләр, әммә башта беҙ тыл райондарында булдыҡ, һуңынан алғы һыҙыҡҡа юлландыҡ, - тип һөйләй яҡташыбыҙ.


Салауат ир-егете тәжрибәһеҙлек, хәлде аңламау арҡаһында тәүге алышҡа барыуын бер ни тиклем ҡурҡыныс булыуын хәтерләй. Ваҡыт үтеү менән тәжрибә килә һәм улар үҙҙәрен ышаныслыраҡ тоя башлай.- Һәр хәрби бурыс, дөйөм алғанда, ҡатмарлы. Әммә ниндәй генә бурыс ҡуйылмаһын, беҙ уны махсус хәрби операция маҡсатына өлгәшеү өсөн үтәргә тырышабыҙ, - ти яугир.


Улар йәшәү шарттарын үҙҙәре бергәләп булдыра, уны уңайлы һәм хәүефһеҙ итә.
Яҡташыбыҙ республика, ҡала тарафынан гуманитар ярҙам даими килтерелеүен билдәләй.
- Беҙҙең өсөн рухи ныҡлыҡ биргән балаларҙың хаттарын да, көндәлек ҡулланыу әйберҙәрен дә алып киләләр. Мәҫәлән, алғы һыҙыҡта йыуыу мөмкинлеге булмағас, йылы ойоҡбаштарҙы ташларға тура килә. Шулай уҡ беҙҙең теләк буйынса кәрәкле әйберҙәр килтерелә. Ярҙам махсус операция алып барыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә, - тип билдәләй яугир.


Рөстәм Кәримов 3-сө мәктәптә 11 класты тамамлай, Киров өлкәһендә хеҙмәт итә, Ишембай нефть колледжында ситтән тороп уҡый. Производствоға эшкә урынлаша һәм унда өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Яҡындары был хәбәрҙе ауырыраҡ ҡабул итһә лә, егет намыҫ менән Тыуған иленә хеҙмәт итергә ҡарар итә.
Әлеге ваҡытта уға 28 йәш. 2019 йылда өйләнгән, улына 5 йәш, 2024 йылда ҡыҙы тыуған.


Хеҙмәт итеү осоронда яугир ике тапҡыр отпускыла була. 2024 йылдың 25 июлендә яҡташыбыҙ етди яра ала.
- Хәрби задание алғас, һуҡмаҡ буйлап барғанда бер минаны күреп, уны урап үттем, ә икенсеһе, күрәһең, үлән араһында булған, күрмәгәнмен. Һушымды юғалтып йығылдым. Аңыма килгәс аяғым яраланыуын күрҙем, бау менән бәйләп, үҙебеҙҙең яҡҡа шыуыша башланым. Миңә ярҙам килде, әммә эвакуация 7-8 сәғәт барҙы. Ялан госпиталендә ампутация үткәрелде, артабан хәрби госпиталдәрҙә дауаландым. Оборона министрлығынан протез менән тәьмин иттеләр, йөрөргә өйрәндем, - тип һөйләй Рөстәм Кәримов.
Шулай итеп, Яңы йылды ул өйөндә ҡаршылай.


Яҡташыбыҙ хәҙер юғары белем алырға һәм ҡала мәнфәғәтендә хеҙмәт итергә ниәтләй.
- Пландар ғәйәт ҙур. Тәү сиратта, мин ярҙамсы приборҙарһыҙ йөрөргә өйрәнергә теләйем. Эштә тергеҙелергә ине. Мин урта белемле, президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» программаһы буйынса юғары белем алырға һәм үҙемде дәүләт вазифаһында һынап ҡарарға ниәт бар. Мин «Ватанды Һаҡлаусылар» фондына ошо программа буйынса уҡырға теләүемде белдереп мөрәжәғәт иттем. Тейешле белем алғас, мин ҡала мәнфәғәте өсөн эшләйәсәкмен.


Шулай уҡ махсус хәрби операция ҡатнашыусыһы йәштәр менән осрашырға иҫәп тота.
- Минеңсә, һәр ир-ат үҙенең Ватанын, ғаиләһен, балаларын яҡлаусы булырға тейеш. Тыуған илде һаҡларға саҡырылғас, мин намыҫ менән хеҙмәт итергә киттем, бер нимә ҡурҡытманы. Йәштәрҙә лә илһөйәрлек тәрбиәләргә кәрәк, - ти Рөстәм Кәримов.

Автор фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: