Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған бүләкләү тантанаһы “Ватанды һаҡлаусылар” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалында үтте. Геройҙарҙың аталарына наградаларҙы филиал етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспекторы Алексей Касьянов тапшырҙы.
Вилдан Сафикановтың улы Альберт Сафиканов әрме сафтарында хәрби бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, Ватанды алғы һыҙыҡта яҡларға ҡарар итә. 2022 йылдың 10 октябрендә махсус хәрби операция зонаһында һәләк була. Рәсәй президенты указы менән герой үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
Илдар Баһаутдиновтың улы Владимир Баһаутдинов 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына саҡырыла. Был ҡатмарлы осорҙа Владимир үҙен ысын лидер итеп күрһәтә, башҡа мобилизацияланған салауаттарға ярҙам итә. 2023 йылдың декабрендә, хәрби задание үтәгәндә, ул ауыр яралана һәм башын һала.
Фото «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан республикаһы буйынса филиалынан.