газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
10
Көнүҙәк
24 Февраль , 13:20

“Барыбыҙ ҙа еңеүгә ышана”

“Бәләкәс” позывнойлы яугирға 22 йәш. Читала инженер ғәскәрҙәренең сапер батальонында армия хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, 10 ай вахта ысулы менән эшләй, һуңынан хәрби комиссариаттан повестка килтерәләр. Улын мобилизациялағас, уның артынан атаһы ла контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. 52 йәшлек атаһы былтыр ғинуарҙа һәләк була, үлгәндән һуң “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Хәҙер улы уның эшен дауам итә.

“Барыбыҙ ҙа еңеүгә ышана”
“Барыбыҙ ҙа еңеүгә ышана”

- Мине 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланылар. Ике аҙна әҙерлек үттек: полигондарға йөрөнөк, төрлө  ҡоралдан атырға өйрәндек, гаубицаны һүтеп йыйҙыҡ, бәйләнеш, беренсе ярҙам күрһәтеү нескәлектәренә төшөндөк. Беренсе танкка ҡаршы дивизионына эләктем. Бынан һуң беҙҙең мобилизацияланғандар эшелонын тәғәйенләнеш урынына оҙаттылар. Беренсе шокты ул дивизионға төндә авиабомба эләккәс кисерә. Уларҙың ангарына табан да ике ракета оса. Бәхеткә, уны һауаға ҡаршы оборона көстәре бәреп төшөрә.
- Тәүге алыш уңышлы булды: дошмандың таяу пунктын тар-мар иттек. Ете минут эсендә ун снаряд осорҙоҡ. Беҙҙе һуңынан икенсе расчет алыштыра. Заданиеға яҡынса айына бер сығабыҙ, маҡсаттар күп булғанда - аҙна һайын. Алғы һыҙыҡта еңелдән түгел. Даими пилотһыҙ аппараттар оса: көндөҙ - дрон-разведчиктар, төндәрен бомбаға тоталар. Уларҙы бөтә төр ҡоралдарҙан бәреп төшөрөргә өйрәндек инде. Ҡасаба янындағы блиндажда йәшәйбеҙ. Үҙебеҙ ашарға бешерәбеҙ, аҙыҡ-түлекте даими алып киләләр, бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәйбеҙ. Пензанан һәм Салауаттан даими гуманитар ярҙам алабыҙ. Бында  республиканың төрлө район-ҡалаларынан яҡташтар күп, - ти яугир.
Осрашыуға “Бәләкәс” үҙе генә түгел, ә һөйгәне менән килгәйне: үҙ бәхетен ул Херсон өлкәһендә тапҡан. 
- Дрондарға өйрәнеп бөттөк, осҡандарын ишетһәк, мөгәрәпкә йәшенәбеҙ. Барыһы ла бының тиҙерәк тамамланыуын теләй. Ярты йыл элек бәләкәй ҡустым ҡасаба буйлап китеп барғанда, йығылып аяғын һындырҙы, - тип һөйләй Наталья. - Яҡында ғына булған ысын батыр уны дауаханаға алып бара. Мине табып, был турала һөйләне. Шулай танышып киттек. Оҙон  буйлы, зәңгәр күҙле, көләс егет шунда уҡ йөрәгемде яуланы.
“Бәләкәс” профессиональ хәрби булырға, юғары команда училищеһына уҡырға инергә хыяллана. 
- Беҙ ни өсөн алышҡаныбыҙҙы аңлайбыҙ, - ти ул. - Тиҙерәк ергә Еңеү килеүен теләйбеҙ.
“Бәләкәс” мотоциклдар менән дә ҡыҙыҡһына. Уның тимер аттары - Салауатта ла, хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә лә.

Зәбир Исламов.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: