газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
19 Февраль , 10:25

Китеп барған ерҙән автобус янып китә

Салауатта Беренсе Май урамында китеп барған ерҙән салонында 70 пассажиры булған «НефАЗ» маршрут автобусы янып китә.

Китеп барған ерҙән автобус янып китә
Китеп барған ерҙән автобус янып китә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автобустың сираттағы рейсы ваҡытында двигателенә ут ҡаба.
Бәхеткә, пассажирҙар зыян күрмәй, улар янғын һүндереүселәр килгәнсе үҙ аллы эвакуациялана.
Салауаттар һәм ҡала ҡунаҡтары, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ! Ваҡытында техник тикшереү үтегеҙ һәм машиналарығыҙҙы ремонтлауҙы тик профессионалдарға ғына ышанып тапшырығыҙ. Ут һүндергесте үҙегеҙ менән йөрөтөгөҙ, юлға сығыр алдынан һәр ваҡыт автомобилдең төҙөклөгөн тикшерегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
Фото: Башҡортостан буйынса Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: