газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Февраль , 12:55

Башҡортостан командаһы алиһәһе

Бөтә Рәсәй “Беҙ бергә. Спорт” спартакиадаһында ҡатнашҡан бер яҡташыбыҙ Ангелина Хамицевич - тап шундайҙарҙың береһе.  

Ангелина Хамицевич “тынлыҡ” донъяһында донъяға килгән. Ата-әсәһе икеһе лә ишетмәй, ым-ишара телендә аралаша.

Ангелина үҙ юлын ун йәшенән инваспортта, атаһы Роман  уны сноубординг буйынса күнекмәләргә алып килгәс башлай. Спортсы, Сурдолимпия уйындарының бронза призеры үҙенең спортҡа булған һөйөүен ҡыҙына ла тапшыра. Әйькәндәй, “Металлург-Магнитогорск”  үҙәгендә ярыштар ваҡытында ла атаһы ҡыҙы эргәһендә ине.

Ангелина өсөн спорт – ябай мауығыу, ҡаҙаныштар сығанағы ғына түгел, ә донъя менән аралашыу теле лә. Өҫтәүенә ҡыҙ П.Ф. Лесгафт исемендәге университеттың “Адаптив физик культура”  факультетына уҡырға ингән, үҙе өсөн яңы офоҡтар асҡан. Ул ишетеү менән проблемалары булмаған балалар менән эшләп, үҙе лә бер аҙ һөйләшә башлаған. Был уның өсөн ысын мөғжизә булған!

Ангелина – ябай спортсы ғына түгел, ихтыяр көсө миҫалы ла!

 

 

Сығанаҡ: “Абзелил” баҫмаһы.

.
https://abzelil.com/news/sport/2025-02-10/angel-komandy-bashkirii-4115717
Автор:Дина Галеева
Читайте нас: