газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Февраль , 17:50

Салауатта ике еңел автомобиль бәрелешә

9 февралдә Губкин урамындағы 3-сө йорт янында юл-транспорт ваҡиғаһы була, унда бәлиғ булмаған пассажир зыян күрә.

Салауатта ике еңел автомобиль бәрелешә
Салауатта ике еңел автомобиль бәрелешә

Губкин урамындағы 3-сө йорт эргәһенән сыҡҡанда КАЛИНА автомобиле төп юл буйлап хәрәкәт иткән Kia Rio менән бәрелешә.

Ватан автомобиле руле артында 33 йәшлек ҡатын ултырған була.

Бәрелешкәндә автомобилдәрҙең береһендә ултырған балиғ булмаған пассажиры зыян күрә. Ул Салауат ҡала дауаханаһына оҙатыла.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү бара.

Хөрмәтле  водителдәр һәм йәйәүлеләр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ һәм юлда бик һаҡ булығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һәр хата күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Фото: Салауат ҡалаһының Дәүләт автоинспекцияһынан.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: