газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Февраль , 10:00

Ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә булғандарға ярҙам итә

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең һәр ҡайһыһының үҙ бурысы. Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән “Док” позывнойлы яугир унда айырыуса мөһим бурыс башҡара. Ул - медик, иңендә әллә күпме ҡотҡарылған ғүмерҙәр. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала беҙ уның менән әңгәмәләшеп алдыҡ, ә бер-ике көндән ул ҡабат яу яланына юлланды. Ҡайһы бер һорауҙарға яуапты хатта алғы һыҙыҡтан ебәрҙе.

Ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә булғандарға ярҙам итә
Ғүмерҙәре ҡыл өҫтөндә булғандарға ярҙам итә

“Док” Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылында күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Ул - иң олоһо, тағы ике ҡустыһы бар. Мәктәптән һуң Бәләбәй медицина училищеһында уҡып сыға.
- Армияға тиклем районыбыҙҙың Сулпан ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләнем, армияла ике йыл ошо уҡ һөнәр буйынса хеҙмәт иттем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта эш хаҡының аҙ булыуы, аҡса етмәүе был өлкәне ҡалдырып, производствоны һайларға мәжбүр итте - “Битум” йәмғиәтендә технологик ҡоролма операторы булып эшләнем. Бына хәҙер алғы һыҙыҡта училищела алған белемдәремде ҡайтанан тергеҙергә, камиллаштырырға тура килде, - тип һөйләй яугир.
Ул махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилизация сиктәрендә тәүге көндәрендә  үк - 2022 йылдың 25 сентябрендә саҡырыла.
- Мобилизацияға эләкмәгән осраҡта ла, яуҙа медиктар етмәгәнен яҡшы аңлағанға, барыбер юлланыр инем. Ҡатыным баштан уҡ терәк булды, уның миңә ышаныуы иң ауыр ваҡыттарҙа көс өҫтәп, өмөт уятты. Бергә 20 йыл татыу ғүмер кисерәбеҙ, ул һәм ҡыҙ үҫтерәбеҙ, - тип уртаҡлаша ул.
Хәрби әҙерлекте Салауат һәмреспубликаның башҡа район-ҡалаларынан яҡташтары менән Пенза ҡалаһында үтә. Унда полигондарға алып сығып,  ҡоралдан атырға өйрәтәләр, беренсе ярҙам күрһәтеү алымдарына төшөндөрәләр.
- Комендант батальонында хеҙмәт итәм, медицина пункты начальнигымын. Беҙҙең батальон баштан уҡ алғы һыҙыҡта булды, хәрби заданиелар үтәне. Хеҙмәттәштәрем менән мин дә разведкаға барҙым. Ул ваҡытта санитар инем. Хәҙер, фельдшер булараҡ, иңдәремә үтә ҙур яуаплылыҡ - һалдаттарҙы ҡатмарлы  шарттарҙа, хатта ут аҫтында ҡотҡарыу һалынған. Иң мөһиме, тиҙ һәм дөрөҫ эш итә белергә кәрәк. Бында оҙаҡ уйлап, икеләнеп торорға ваҡыт юҡ, яралыларға тәүге ярҙам күрһәтеп, эвакуациялап, 25-30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан госпиталгә алып барып еткерергә кәрәк. Көн һайын беҙ ауырлыҡтар менән осрашабыҙ. Ә беләһегеҙме, беҙҙең эштә иң ауыры нимә? Кисә генә иңгә-иң терәп һөйләшеп ултырған иптәшеңдең ҡулыңда йән биреүе, һалдаттарҙың бөтәһен дә яу яланынан алып сыға алмау - иң әрнеткәне бына ошолар. Ярай әле санинструкторҙар, взвод санитарҙары ярҙамға килә, бер кешегә өлгөрөрлөк түгел, сөнки беҙҙең батальонда кешеләр һаны үтә күп. Үҙем дә, яныбыҙҙа Польша снаряды шартлағас, еңелсә контузия алдым. Яугирҙарға үҙ ҡулдарыбыҙ менән булдырған “медпункт” кеүегерәк бер урында система ҡуям, яраларын бәйләйем, дарыуҙар бирәм, ауыр хәлдәгеләрен госпиталгә оҙатабыҙ. Яралыларҙы дауалау еңелдән бирелмәй, улар үҙҙәре менән нимә булғанын ҡайһы саҡта аңламай ҙа.

Беҙгә медикаменттар һәм башҡа нимәләр ебәреп торған республика халҡына ҙур рәхмәтемде белдерәм.  Салауат ҡалаһы айырыуса битараф түгел. Тыуған ауылыбыҙҙа күптән йәшәмәһәк тә, унан да гуманитар ярҙам ебәрәләр хатта. Һеҙ - беҙҙең ышаныслы тыл. Ошо ярҙамһыҙ күпкә ауырыраҡҡа тура килер ине.

Махсус хәрби операция тормошобоҙҙо төптән үҙгәртте. Беҙ бер-беребеҙҙе ҡәҙерләй, яҡындарыбыҙҙы нығыраҡ ярата башланыҡ. Балаларҙы, ғаиләне, ата-әсәйҙе ныҡ һағындыра. Ике йыл ярым эсендә балаларҙың нисек үҫкәнен, ҙурайғанын күрмәнек. Шуға ялға ҡайтҡан ваҡыттарҙа улар менән мөмкин тиклем бергә булырға, туғандарҙың  хәлен белешергә тырышаһың. Әйткәндәй, уртансы ҡустым да махсус хәрби операцияла, тик башҡа бүлектә, мобилизация буйынса эләкте. Ата-әсәйебеҙ бер яҡтан беҙҙең менән ғорурлана, шул уҡ ваҡытта хәүефләнә лә, сөнки хеҙмәт дауам итә бит. 
Бында Салауат егеттәре күп, хатта заводта бергә эшләгән коллегалар ҙа бар. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, терәк булырға тырышабыҙ. Ата-бабаларыбыҙ ҙа Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән, улар беҙең өсөн өлгө булып
тора, исемдәренә тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ. Балаларыбыҙ беҙҙең менән ғорурлана, Тыуған илгә ҡарата һөйөү, ватансылыҡ тойғоһо, бурыс кеүек төшөнсәләрҙе белеп үҫә. Беҙҙең бурыс - еңеү яулап, тыуған йорттарыбыҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу, - тип һүҙен йомғаҡланы “Док”.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: