28 ғинуарҙа, Ленинград блокадаһы тулыһынса өҙөлөүгә 81 йыл тулған көндө, ҡаланың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Блокадалы Ленинград” тип аталған Батырлыҡ дәресе уҙҙы. Унда 2-се кадет мәктәбенең
3-сө класс уҡыусылары саҡырылғайны.
- Был сараны аҙна буйы уҙғарҙыҡ. Студенттар, мәктәп уҡыусылары уларҙа әүҙем ҡатнашты. Ленинградты һаҡлаған кешеләрҙең батырлығын һүрәтләгән документаль кинохрониканан кадрҙар, беҙҙә урынлашҡан
күргәҙмәләге һуғыш осоро әйберҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Һәм, әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың саранан һуң икмәккә ҡарашытөптән үҙгәрҙе, - тип һөйләй музейҙың тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Ольга Шалева.
Балалар класс етәкселәре Эльвира Горяминская менән килгәйне. Улар ҡаланы блокадаға алған мәлдәр, ҡот осҡос аслыҡ, яланғаслыҡ, кешеләрҙең тамуҡ эсендә көн итеүе, балаларҙың ыҙа сигеүҙәре һүрәтләнгән
кадрҙарҙы тын да алмай ҡарап ултырҙы. Ольга Николаевна үҙе һөйләү менән сикләнеп ҡалманы, ә балаларҙы ла фекерләүгә саҡырҙы, һорауҙар бирҙе. Әйтәйек, сатлама һыуыҡтарҙа әҙ генә булһа ла йылыныр өсөн фатирҙа мейескә нимә яҡҡандар, блокада тигән һүҙ нимәне аңлата тигәнерәк һорауҙарға уҡыусылар үҙ яуаптарын әйтте. Бынан тыш, улар һуғыш тематикаһына ҡағылышлы йырҙарҙы яҡшы белеүҙәрендә күрһәтте. Таныш көйҙәр ағыла башлағас та, ҡушылып йырланылар.
Ҡала ветерандар советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина кадеттар алдында сығыш яһап, Ватаныбыҙ тарихындағы был ваҡиға, киләсәк быуын өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямаған кешеләрҙең батырлығы онотолорға тейеш түгел, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Уҡыусылар ҙа буш ҡул менән килмәгән - ул ваҡыттағы фажиғәләрҙе сағылдырған күңелдәргә үтерлек шиғырҙар һөйләне.
- Бөгөнгө дәрес бик файҙалы һәм фәһемле булды. Балалар алып барыусының һөйләгәндәрен иғтибар менән тыңланы, күңелдәрендә кешеләрҙе йәлләү, мәрхәмәтлек кеүек тойғолар уятты. Аслыҡ-яланғаслыҡҡа
ҡарамай, йәшәүгә өмөттәрен юғалтмаған балалар тураһындағы тарих айырыуса иҫтә ҡалды. Дәрес үҙ маҡсатына тулыһынса иреште, тип уйлайым. Киләсәктә уҡыусылар булғандың ҡәҙерен белеп йәшәргә өйрәнер, яҡындарына иғтибарлыраҡ булыр, тип ышанам, - тип уртаҡлаша Эльвира Горяминская.
Сара һуңында уҡыусыларҙың бер нисәүһе, бәләкәс булыуҙарына ҡарамаҫтан, ололарса фекер йөрөтөп, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
- Ҡурҡыныс йылдар тураһында беҙгә уҡытыусылар һәм ата--әсәйебеҙ һөйләне. Ҡот осҡос ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, уларҙың рухы һынмаған,бирешмәгәндәр, киләсәккә өмөт менән ҡарағандар. Ленинград блокадаһында һәләк булыусылар шул тиклем йәл, балалар бигерәк тә. Әле беҙҙең бөтә нимәбеҙ ҙә бар, шуға шатланырға кәрәк. Иң мөһиме - икмәкте ҡәҙерләргә, уның валсығы ла беҙҙән оло, - ти Ульяна
Исмәғилева.
- Был тарихты олатайым, уҡытыусылар һөйләгәндәренән беләм.Экрандан фрагменттар күрһәткәндә аслыҡтан, дошмандарҙың ҡанһыҙлығынан һәләк булғандарҙы күреү бик тетрәндерҙе. Әле аҙыҡтың төрлөһөн һайлап ашайбыҙ, ә ул ваҡытта кешеләр бер телем икмәккә лә зар-интизар булған. Бындай ваҡиғалар башҡа бер ваҡытта ла ҡабатланмаһын ине, - ти Эрик Моратов.
Сара аҙағында барлыҡ ҡатнашыусылар Ленинград блокадаһында һәләк булыусыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды. Һуңынан ойоштороусыларға дәрес өсөн рәхмәт әйтеп таралышты.