Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Виталий Барзайкин Салауат ҡалаһы хакимиәтенең һәм ведомство учреждениеларының берлектәге эштең һөҙөмтәлелеген билдәләне. Улар иҫәбендә айырым урынды махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ебәреү биләй.
Кәңәшмәне ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Рундау алып барҙы. Ултырышта салауаттарҙы янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.
Кәңәшмәне ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Рундау алып барҙы. Ултырышта салауаттарҙы янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡаралды.
- Башҡортостан - илдә республика бюджеты иҫәбенә 15 категория граждандарын янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма менән тәьмин итеүсе берҙән-бер төбәк. Республикала 1 миллиондан, Салауатта 14 меңдән ашыу бындай махсус ҡулайлама ҡуйылған. Бөгөнгө көнгә, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, был ҡоролманың эшләүе арҡаһында 1 000-дән ашыу кеше ҡотҡарылған, - тип хәбәр итте Виталий Барзайкин.
Кәңәшмә барышында предприятиеларҙа, уҡыу йорттарында, торлаҡ йорттарҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе эш тә мөһим тип билдәләнде.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль янғынға ҡаршы хеҙмәттең 14-се отряд начальнигы Вячеслав Ефремов Артур Рундауға «Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса иң яҡшы уҡыу-консультация пункты» бәйгеһенең республика этабында Салауат ҡалаһы еңеүсе булыуын дәлилләгән диплом тапшырҙы.
Кәңәшмәлә шулай уҡ «Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса иң яҡшы уҡытыу-матди база» смотр-конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды. Икенсе урынды Салауат ҡалаһындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» филиалы алды, өсөнсөлөктө Салауат индустриаль колледжы һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте бүлеште. Призерҙар Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы дипломдары менән бүләкләнде.
Был көндө «Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса иң яҡшы уҡытыу-матди база» смотр-конкурсының муниципаль этабына ла йомғаҡ яһалды. Салауат индустриаль колледжы, Салауат ҡалаһындағы «Газпром газ бүлеү Өфө» филиалы һәм «Газпром нефтехим Салауат» предприятияһы еңеүселәр. Икенсе урында - Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы институты, «Сәнәғәт һыу каналы» һәм «Салауат һыу каналы», өсөнсө урында - Салауат механика-төҙөлөш колледжы, «Битум» яуаплығы сикләнгән йәмғиәт һәм Яңы Салауат ТЭЦ-ы. Призерҙар Салауат хакимиәтенең рәхмәт хаттарын алды.
Граждандар оборонаһы, халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау өлкәһендә эште оҫта ойошторған, бурыстарҙы намыҫлы үтәгән һәм өлгәшкән уңыштары өсөн Олеся Дерягина, Эльмира Степанова һәм Ирина Трамбукина Салауат хакимиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Салауат хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын Юрий Волков, Руслан Канюков, Наталья Кормакова, Роман Курушкин, Аделина Обмайкина һәм Евгений Ращупкин алды.
Гөлиә Нуриманова.
Алена Бизикина фотоһы.