газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ғинуар , 16:25

Иғтибарлы булыу - уртаҡ бурыс

Күпме генә иҫкәртеү, аңлатыу эштәре алып барылмаһын, юлдарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе дауам итә. Яңы ғына ошондай осраҡ Салауатта теркәлде.

Иғтибарлы булыу - уртаҡ бурыс
Иғтибарлы булыу - уртаҡ бурыс

Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан алынған яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 26 йәшлек Mercedes водителе Гагарин урамынан Совет урамына ҡарай хәрәкәт иткән ваҡытта 55 йәшлек йәйәүлене бәрҙерә. Зыян күреүсе ваҡиға урынында һәләк була. Йәйәүленең яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтарының булмауы, юлды тәғәйенләнмәгән урында яҡындан килеүсе автомобиль алдынан сығыуы билдәле. Был факт буйынса тикшереү уҙғарыла - белгестәргә бөтә шарттарҙы асыҡларға тура киләсәк.
- Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүегеҙҙе һәм транспорт сараһының тиҙлеген контролдә тотоуығыҙҙы үтенеп һорайым, - тип салауаттарға мөрәжәғәт итә Салауат ҡалаһы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы Фаил Абсатаров.
Юлда водителдәргә генә түгел, ә йәйәүлеләргә лә иғтибарлы булыу талап ителә. Был - уртаҡ бурыс. Автомобилдең һеҙҙе үткәрәсәгенә инанғас, туҡтағас ҡына хәрәкәт итә башлау кәңәш ителә. Һәм, әлбиттә, тәғәйенләнгән урындарҙан ғына йөрөргә кәрәк.

Фото: Салауат ҡалаһы дәүләт автоинспекцияһы видеоһынан скриншот.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: