газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Ғинуар , 12:55

Дөрөҫ тукланыуға - етди ҡараш

1-се лицейҙа мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында туҡланыуҙы ойоштороуға арналған кәңәшмәлә республика Мәғариф министрлығы, Роспотребнадзор, социаль туҡланыу идаралығы вәкилдәре, муниципаль идаралыҡтарҙың һәм мәғариф бүлектәренең мәктәп туҡланыуы мәсьәләләре өсөн яуаплы белгестәре, Башҡортостан көньяғының дөйөм белем биреү ойошмалары директорҙары ҡатнашты.

Дөрөҫ тукланыуға - етди ҡараш
Дөрөҫ тукланыуға - етди ҡараш

Салауат уҡыусыларын һәм балалар баҡсаларындағы бәләкәстәрҙе “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы ашата, бары 1-се лицей уҡыусылары туҡланыуын аутсорсинг буйынса”Салауатинвест” йәмғиәте бойомға ашыра.
“Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы киләсәккә ышаныс менән ҡарай: аҙыҡ производствоһының заманса талаптарына һәм технологияларына яуап биргән яңы ҡорамал һатып алыуҙы күҙ уңында тотҡан инвестицон программа эшләнгән. Ул 2023 йылда 4 млн һумдан ашыу суммаға бойомға ашырылған: кәстрүлдәр, тутыҡмай торған бактар, стеллаждар, шкафтар, йыуыу ванналары һәм башҡа бик күп нимә алынған.
- Мәктәп туҡланыуы өсөн беҙҙә төп ун көнлөк меню төҙөлгән. Ниндәй блюдоларға өҫтөнлөк бирелеүенә даими мониторинг үткәрәбеҙ. Балаларҙың нимәне яратып ашауын беләбеҙ. Әгәр ниндәйҙер ризыҡ һорау менән файҙаланмай икән, рецептураға төҙәтмәләр индерәбеҙ, дегустация үткәрәбеҙ, акт төҙөйбөҙ, технолог технологик карталарҙы әҙерләй, шунан һуң ғына блюдоны менюға индерәбеҙ. Беҙҙә аҙыҡҡа аллергия реакцияһы, шул иҫәптә шәкәр диабеты булған балалар өсөн меню бар, - тип уртаҡлаша Владимир Маков.
Киләсәккә ышаныслы ҡараш
«Дөйөм Туҡланыу» бер урында тапанмай: предприятие салауаттарға балаларының туҡланыуына түләгән өсөн кэшбек алырға мөмкинлек биргән пилот проектында ҡатнаша.
- Түләүҙе тиҙ түләүҙәр системаһы аша башларға ниәтләйбеҙ. Ата-әсәләр QR-кодты сканерлай һәм түләй, һуңынан кэшбек ала. Был республикала беренсе проект, - ти Владимир Маков.
Предприятие матди-техник базаны яҡшыртып, камиллашыуын дауам итәсәк.
- Был эште даими алып барабыҙ, сөнки беҙҙә объекттар байтаҡ, - тип ышандырҙы етәксе.


Күргәҙмә: иң яҡшы тауар
Семинар үткәрелгән көндө 1-се лицей фойеһында кулинар оҫталыҡ күргәҙмәһе ойошторолдо. “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы витаминлаштырылған икмәк, ярымфабрикаттар, вакуумлаштырылған йәшелсәләр, брендлы һауыт-һаба һәм махсус кейем тәҡдим итте.
- Беҙҙең үҙебеҙҙә икмәк-ҡалас изделиелары етештерелә. Бөтә төр икмәктәргә лә балалар туҡланыуы өсөн дәүләт теркәүе алынған. Предприятиеның аҙыҡ-түлек базаһы бар, унда продукция күләменә, сифатына ныҡлы контроль үткәрелә, бөтә документтар тикшерелә, - тип һөйләй Владимир Маков.
Барлыҡ мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсалары өҫтәлдәрендә - фирма һауыт-һабаһы. Һәр тәрилкәлә һәм стаканда “Дөйөм туҡланыу” МУП-ы логотибы төшөрөлгән. Сифатлы, ныҡлы сертификацияланған һауыт-һабаны Башҡортостанда етештерәләр. Хеҙмәткәрҙәрҙең махсус кейемдәрендә лә “Дөйөм туҡланыу” МУП яҙыуы бар. Салауат тегеү производствоһы заказ буйынса уларға кейем тегә.
Лицей фойеһында Өфө туҡланыу һәм сервис индустрияһы колледжының Салауат филиалы студенттарының, шулай уҡ ҡатнаш төрҙәге 18-се балалар баҡсаһының йәш ашнаҡсыларының оҫталыҡ дәрестәре үтте. Колледж кадрҙар әҙерләү урыны булһа,18-се балалар баҡсаһынан йәш ашнаҡсылар - 2023 йылда Мәскәүҙә үткән «Һөнәрҙәр менән танышыу» фестивале ҡатнашыусылары.


Мөһим һөйләшеү
Үрҙә әйтеп үтеүебеҙсә, семинар мәктәптә балаларҙың туҡланыуына арналды. Ҡалала туҡланыу буйынса күләм 94 процент тәшкил итә. Башланғыс класс уҡыусыларына һәм льготалы категорияларға бушлай ҡайнар аш бирелә.
- Салауатта туҡланыу системаһын яйға һалыу өсөн күп көс һалырға тура килде. Беҙ быға өлгәштек, хәҙер ялыуҙар юҡ тиерлек, - тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова.
Ҡалала ҡайнар туҡланыу эшенең нисек ойошторолоуын ҡала хакимиәте башлығы, мәғариф идаралығы, Роспотребнадзор вәкилдәре, мәктәп етәкселәре, ата-әсәләр берләшмәһе контролдә тота, күсмә тикшереүҙәрҙе Йәмәғәт палатаһы үткәрә.
- Салауат ҡалаһы беҙгә үҙенең эш системаһын күрһәтте, ул ил президенты һәм республика башлығы тарафынан туҡланыуҙы ойоштороу буйынса ҡуйылған бурыстарҙың үтәлеүен раҫлай, - тип билдәләне Мәғариф һәм фән министрлығының махсус белем биреү бүлеге начальнигы Миләүшә Латипова.
Иртәнге аш кәрәкме?
Алғараҡ китеп, шуны билдәләү мөһим, бик кәрәк! Был хаҡта семинарҙа республика Медицина палатаһының өҙлөкһөҙ һөнәри белем биреү институтының диетология кафедраһы мөдире Зөлфиә Хәбибуллина һөйләне.
- Табип-диетолог булараҡ миңә күп туҡланыу көндәлектәрен анализларға тура килә. Бөгөн балаларҙың туҡланыуында ябай углеводтар күп, аҡһым һәм аҙыҡ сүстәре, минералдар һәм витаминдар етешмәй. Быларҙың барыһы ла төрлө ауырыуҙарға, шул иҫәптә артыҡ ауырлыҡҡа һәм һимереүгә килтерә, - тине спикер.
Белгес үҫеүҙе һәм ауырлыҡты ғына түгел, ә тәндең компонент составын баһалаған, мускул һәм май массаһы миҡдары үҫешкә тап киләме-юҡмы икәнлеген күрһәткән «Биоимпедансометрия» ысулы менән таныштырҙы.
- Эйе, ауырлыҡ буйға тап килергә мөмкин, әммә тәрәнерәк ҡараһаң, артыҡ майҙы һәм мускул массаһы етешмәүен күрергә була. Был «Саркопеник һимереү» тип атала. Һөлдә мускулатураһының миҡдары һәм сифаты кәмеүе ныҡлы метаболизм боҙолоуына килтерә. Хәүеф факторҙары - аҡһымды аҙ ҡулланыу һәм түбән физик әүҙемлек. Хәлде яҡшыртырға мөмкин. Эште туҡланыуҙан башларға кәрәк. Иртәнге ашты уянғандан һуң 30-45 минут үткәс ашау яҡшыраҡ. Тәүҙә аҡһымға бай йомортҡа һәм эремсек, һуңынан һөтлө бутҡа ашағыҙ. Аҡ май менән бутерброд та мөмкин, - тине Зөлфиә Хәбибуллина.

Алена БИЗИКИНА фотоһы.

 

 

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: