Уға 43 йәш, 19-сы һөнәрселек училищеһын “Аппаратсы” һөнәре буйынса тамамлаған. Армия хеҙмәтен үткәс, 15 йыл комбинатта оператор, аппаратсы булып эшләгән. Тәүге хәрби тәжрибәһен Төньяҡ Кавказдағы хеҙмәте ваҡытында ала, икенсе Чечен кампанияһында ҡатнаша. “Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны” ведомство миҙалы менән бүләкләнгән.
“Һәр ваҡыт яңылыҡтарҙы күҙәтеп барам, Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларындағы хәлдәрҙе лә белдем, - тип һөйләй яугир. - Мобилизация башланғанда Себерҙә эштә инем, өлгөрмәнем. Ә ҡайтҡас, контракт төҙөргә, тигән ныҡлы ҡарарға килдем. Был 2023 йылдың сентябре ине. Мине милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исемендәге батальонға алдылар, әле лә шунда хеҙмәт итәм.
Беҙҙең эшелонды Түбәнге Новгородҡа ебәреп, хәрби фән нигеҙҙәре менән таныштырҙылар: полигонда бөтә төр ҡоралдан атырға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәттеләр. Кейем, бронежилет, ҡорал, һуғыш кәрәк-яраҡтары бирҙеләр. Батальонда, башлыса, 30-ҙы уҙған яугирҙар, салауаттар ҙа бар. Ә һуңынан Донецк халыҡ республикаһында алғы һыҙыҡҡа эләктек.
Килдек, окоптар, блиндаждар ҡаҙый, көнкүрешебеҙҙе яраҡлаштыра башланыҡ. Кем барыһынан да яҡшыраҡ бешерә, шул - ашнаҡсы. Аш-һыу бүлмәһен, ашхана, гигиена өсөн урындар булдырҙыҡ. Буш ваҡыт сыҡһа, һәр ваҡыт нимә менәндер шөғөлләнәбеҙ, әйтәйек, ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү оҫталығын камиллаштырабыҙ.
Ашау яғы яҡшы, бынан тыш, республиканан гуманитар ярҙам, Салауаттан посылкалар алабыҙ. Беҙгә маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре һәм башҡа күп нимә ебәрәләр.
Минең хәрби һөнәрем - артиллерия менән идара итеү бүлеге командиры. Артиллерия һуғышта төп урынды биләй. Беҙ ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәйбеҙ. Дошман артиллерияһын юҡ итәбеҙ. Пехотаға булышабыҙ, уларға еңелдән түгел, бигерәк тә штурм ваҡытында. Һөжүмгә барырға кәрәк, ә дошман бөтә яҡтан ут яуҙыра, беҙҙең ярҙам бында айырыуса кәрәк. Үҙ бурысыбыҙҙы яҡшы башҡарабыҙ.
Батальоныбыҙҙың республиканың милли геройы исемен йөрөткәнен аңлап алышабыҙ, нисек булһа ла ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә тырышабыҙ, сөнки Салауат Юлаев бер нимәнән дә ҡурҡмаған, һуғышҡа ҡыйыу кергән.
Батальонда яҡшы егеттәр хеҙмәт итә, беҙ, туғандар кеүек, һәр ваҡыт бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Яңы килеүселәрҙе, айырыуса үҙем атай булырҙай 20 йәшлек егеттәрҙе улдарым кеүек һаҡларға тырышам, өйрәтәм, бергә шөғөлләнәбеҙ. Улар әле йәш, ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә кәрәк. Ҡыҙыма 11 йәш, мине һағына, атаһының Ватанды яҡлауын белә.
Ялға өсөнсөгә ҡайттым. Элек икешәр аҙна бирәләр ине, был юлы алыштарҙағы уңыштарым өсөн бер ай эләкте. Кире киткәндә егеттәргә мотлаҡ өйҙә әҙерләнгән сәк-сәк, тәм-томдар, төрлө әҙерләмәләр алып барасаҡмын. Рюкзагым һәр ваҡыт әҙер, бәлки ҡапыл шылтыратып, ашығыс рәүештә килергә кәрәк, тип әйтерҙәр. Дошмандың беҙҙең ерҙе тапауына юл ҡуйырға ярамай, шуға күрә мин Ватанымды яҡлайым”.
Зәбир ИСЛАМОВ.