газета "Салауат"
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Декабрь , 17:50

Бала өсөн яңы йыл шыршыһын нисек дөрөҫ биҙәргә?

Шыршыға быяла уйынсыҡтар элмәгеҙ – бәләкәй балағыҙ булһа, ватылған уйынсыҡ ярсыҡтары сабыйҙы яраларға мөмкин. Тағы ла ниндәй һаҡлыҡ сараларына иғтибар итергә кәрәк – Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре аңлата.

Бала өсөн яңы йыл шыршыһын нисек дөрөҫ биҙәргә?
Бала өсөн яңы йыл шыршыһын нисек дөрөҫ биҙәргә?

 Иң мөһиме: баланы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

* Тәбиғи шыршы урынына йомшаҡ энәле яһалма шыршы ҡуйыу яҡшыраҡ – бала энәләргә сәнселмәҫ һәм шырау ҡаҙалмаҫ.

* Бәләкәй шыршы ҡуйыу хәйерле – әгәр һаҡһыҙлыҡ арҡаһында шыршы йығылһа, бала артыҡ зыян күрмәйәсәк.

* Шыршыны һелкенеп тормаҫлыҡ итеп нығытырға кәрәк, йәки уның нигеҙе киң һәм ауыр булырға тейеш.

* Шыршыны бала менерҙәй мебель янына ҡуймағыҙ, сөнки уның уйынсыҡҡа үрелеп ҡолап төшөүе ихтимал. Шулай уҡ ағас эргәһенә ватыла торған әйберҙәр ҡуймағыҙ.

* Шыршыны ағас йәки пластик уйынсыҡтар менән биҙәгеҙ. Сабый ауыҙына ҡапмаһын өсөн уйынсыҡтар ҙур булырға тейеш. Уларҙа соҡоп алырлыҡ ваҡ декор булырға тейеш түгел.

* Шыршыға гирлянда, мишура һәм ялтырауыҡ аҫмағыҙ – бала, уларҙы тартып, ағасты йығасаҡ. Уларҙы баланың буйы етмәҫлек бейек урындарға элеү яҡшы.

* Батарейкалы һәм светодиодлы гирляндалар ҡулланығыҙ. Уларҙа көсөргәнеш түбән – бала сымды өҙгән осраҡта ла зыян булмай.

* Розеткаларға тығындар ҡуйығыҙ, ә гирляндаларҙың сымдарын ҡумтаға йәшерегеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 

Автор:
Читайте нас: