- Был минең шәхси ҡарарым булды. Дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн ҡулдан килгәнсә индерергә тейеш. Мобилизацияланғандар ғына түгел, ә илленән уҙғандар ҙа ил һағында тора ала. Беҙҙең быуын яуаплылыҡ, патриотизм тойғоһонда тәрбиәләнде. Быға мәктәп тә, ата-әсәйебеҙ ҙә үҙ көсөн һалды, - ти “Башҡорт”.
Уның махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыу ҡарарын ҡатыны күҙ йәштәре аша, әммә аңлап ҡабул иткән.
- Армияла механик-водитель булып хеҙмәт иттем. Шул ваҡыттағы белемдәремдең әле кәрәге сыҡты. Тәүҙә Һамар ҡалаһында хәрби әҙерлек үттек, һуңынан белемде камиллаштырырға Свердловск өлкәһенә ебәрҙеләр, онотолғанды кире иҫкә төшөрөргә кәрәк бит. Һуңынан ҡайтанан Һамарға килдек, ә аҙаҡ Луганск халыҡ республикаһына ебәрҙеләр. Механик-водитель хәрби шарттарҙа мөһим бурыстарҙы башҡара - яралыларҙы алып сығыу, ҡорал, аҙыҡ-түлек, һыу ташыу ҙа уның өҫтөндә. Минең БМП-2 машинам бысраҡ, батҡаҡлы, үткеһеҙ юлдан йөрөү өсөн иң талап ителгән техника һанала. Әле заманса һуғыш бара, пилотһыҙ осоу аппараттары һәр ерҙә һағалап ҡына тора. Тыуған ҡаламды, ә иң мөһиме, ҡышты, ҡарҙы ныҡ һағынғанмын. Тегендә бөтөнләй башҡа һауа шарттары, - ти ул. - Беҙҙең республика үҙ яугирҙарына ныҡ ярҙам итә, Салауат та үҙенекеләрҙе ташламай, даими гуманитар ярҙам ебәреп тора. Был йәһәттән айырыуса көмөш ирекмәндәрҙе билдәләп үтер инем. Ылау менән бергә балаларҙан хаттар ҙа килә. Улар беҙҙең менән ғорурланыуҙарын яҙа, тыуған яҡтарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыбыҙҙы теләй. Ҡатыным - төп терәгем. Ул үҙе лә гуманитар ярҙам йыйыу һәм оҙатыу менән шөғөлләнә, исемле посылкаларҙы күп алам.
Әңгәмә барышында бер уй тынғы бирмәне. Ни өсөн рус милләтенән булған Юрий Иванович “Башҡорт” позывнойлы булып киткән? Был һорауымды уға бирмәй булдыра алманым.
- 1-се класта уҡығанда ғаиләбеҙ Себергә күсенде. Мин уҡыған мәктәптә украиндар ғына ине. Улар миңә Украина, ә мин уларға тыуған республикам, уның хозур тәбиғәте тураһында һөйләйем. Күрәһең, шул тиклем тәьҫирләндергес итеп һөйләгәнмендер, улар мине “башҡорт” тип йөрөтә башланы. Шул ваҡыттан алып мин башҡорт. Шуға ниндәй позывной алырға тигән һорау тыуманы. Шуныһы ҡыҙғаныс, украиндар менән әллә нисәмә йылдарҙан һуң ошондай шарттарҙа осраштыҡ.
Юрий Иванович “Төҙөлөш материалдары һәм конструкциялары заводы” йөмғиәтендә прораб булып эшләгән, эш урыны һаҡланған.
- Ҡайтып киренән үҙ эшемә тотонорға насип булһын инде. Беҙ мотлаҡ еңеү менән ҡайтырбыҙ! - тине ул һүҙен йомғаҡлап.
Мәҡәлә гәзиттә баҫылып сыҡҡанда яугир ҡабаттан яу яланына юлланған ине инде.