Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Ноябрь 2024, 21:30

Хәрбиҙәргә кәрәк ярҙам

21-се мәктәп уҡытыусыһы Ринат Дилмөхәмәтов малай-ҡыҙҙар менән махсус хәрби операцияһына ярҙам итеүҙә үҙҙәренең өлөшөн индерә. Улар шәмдәрҙән тыш, нефопамкалар, воланчиктар, зарядлаусы ҡорамалар эшләй. Беренсе тапҡыр был һүҙҙәрҙе ишеткән кеше аптырап ҡала, әммә ысынында, улар хәрбиҙәр өсөн бик кәрәкле әйберҙәр.

Хәрбиҙәргә кәрәк ярҙам
Хәрбиҙәргә кәрәк ярҙам

“Ватанды һаҡлау һәм именлекте тәьмин итеү” предметы уҡытыусыһы Ринат Дилмөхәмәтов үҙ мәктәбендә парафинды иретеп эшләгән шәмдәрҙең теүәл һанын иҫләмәй, уларҙы бында һәр көн тиерлек йыялар. Һәр шәмдең тышына башланғыс класс уҡыусыларының һалдаттарға яҙылған йылы һүҙҙәрен дә йәбештерәләр улар. Юғары кластарҙа белем алыусыларҙа был эштән ситтә ҡалмай.

- Беҙ ҙур теләк менән ярҙам итәбеҙ. Шәмдәрҙең һалдаттарға ни тиклем кәрәклеген аңлап торабыҙ, шуға ла форсат сыҡҡан һайын бында ашығабыҙ. Махсум хәрби операция биләмәһендә беҙ йыйған шәмдәр ярҙамында сәй ҡайнатып эсергә, ашарға йылытырға, кәрәк икән йылынырға ла мөмкин. Бының өсөн уларҙың ҡеүәте етерлек, - тип һөйләй Максим исемле егет.  

Бынан тыш, был уҡыу йортоның махсус класында 3D принтер ярҙамындала һалдаттар өсөн кәрәкле әйберҙәр булдырыла. Мәҫәлән, нефопамка. Был һүҙ медицина атамаһынан барлыҡҡа килә һәм дарыу ампулаһын һаҡлау өсөн махсус капсула. Уны бер ҡул менән дә асып, тиҙ генә ҡулланырға була. Капсула һәр ваҡыт һалдаттарҙың ҡул аҫтында һәм ул өс ампулаға иҫәпләнгән.

Воланчик тигәне квадракоптерҙар өсөн деталь. Заряжайка тигәне Калашников автоматының магазиндарын тиҙ рәүештә зарядлау өсөн ҡулланыла. Уҡытыусы һүҙҙәренсә, һуңғы икәүһен улар һалдаттарҙың шәхси һорауы буйынса эшләй.


- Беҙ уҡыусыларбыҙҙың махсус хәрби операция зонаһындағы ата-әсәләре менән бәйләнеш тотабыҙ. Улар отпускаға ҡайтҡанда, нимә кәрәклеген һорайбыҙ һәм китеүҙәренә был әйберҙәрҙе әҙерләргә тырышабыҙ. Башҡа хәрбиҙәр менән дә бәйләнеш булдырҙыҡ. Һәр ҡайһыһының үҙ ихтыяжы, кемгәлер ойоҡбаш, кемгәлер шәм, кемгәлер хат кәрәк, - Ринат Дилмөхәмәтов.
Ул малай-ҡыҙҙарҙың яугирҙарға яҙған хаттарын интернет аша ебәрә. Һалдаттар балаларҙың йылы һүҙҙәре, матур теләктәре менән яҙылған был хаттарын уҡығандан һуң бер-береһе менән алмаша ала. Әлбиттә, посылкалар ебәргән ваҡытта ҡағыҙға яҙылған хаттар ҙа онотолмай.

-Һалдаттарға ярҙам итеү йәки бөтөнләй юҡ – быны һәр кем үҙенән тора. Мин йөрәгем ҡушыуы буйынса эшләйем. Беҙҙең мәктәпте тамамлаған бер егеттең өйөндә принтеры бар, ул да ҙур теләк менән ярҙамға килә. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе үҙ аҡсама, ҡайһыларын мәктәп йыйған суммаға алам. Беҙҙең эште белгән кешеләр ваҡыты-ваҡыты менән аҡса күсереп тора. Ҡабатлап әйтәм, махсус хәрби операцияһына ярҙам итеү һәр кем үҙе хәл итә. Шуныһы мөһим, беҙҙең ҡалала изге күңелле кешеләр күп икәненә инанымдым, - тип һөйләй Ринат Дилмөхәмәтов.

Уҡытыусы үҙҙәренең ғүмерҙәрен үлем аҫтына ҡуйып, тыныс тормош хаҡына көрәшкән һалдаттарҙың бер нисә видеояҙманы күрһәтте. Уларҙың һәр береһендә ябай, әммә ысын күңелдән әйтелгән Рәхмәт һүҙҙәре яңғырай.

 

Автор:
Читайте нас: