Егет бала саҡтан спортҡа ғашиҡ була, малайҙар менән хоккей уйнай, ә һуңынан үҙе ҡаланың хоккей командаһының ҡапҡасылары менән күнекмәләр уҙғара башлай. Шуға ла махсус хәрби операция биләмәһенә
эләккәс ниндәй позывной алыу тураһында һорау тыумай.
- Унда тыныс тормошта аралашып йәшәгән таныштарым, дуҫтарым күп ине, шуға барғас та “Тренер” позывнойын бирҙеләр, - ти ул.
Ғаиләләренең үҙағышы менән барған тормошон 2022 йылдың көҙөндә башланған өлөшләтә мобилизация үҙгәртә. Эш көнө тамамланыуға егеткә атаһы шылтыратып, ҡустыһына повестка килтереүҙәрен әйтә.
- Армияла махсус тәғәйенләнештәге бүлектә хеҙмәт иттем. Талап ителгән хәрби белгеслектәрем булһа ла, миңә повестка килтермәнеләр. Әммә бындай яңылыҡты ишеткәндән һуң, үҙем иртәгәһенә хәрби комиссариатҡа
юлландым һәм миңә лә повестка биреүҙәрен, ҡустым менән бергә ебәреүҙәрен һораным. Был ҡарарҙы үҙем ныҡлап уйлап ҡабул иттем. Ғаиләлә өлкән баламын, әгәр ҡустымды фронтҡа алып, мин өйҙә ҡалһам, ғәҙел
булмаҫ ине. Ҡустыма ла терәк булырға теләнем. Тыуған илде кем дә булһа һаҡларға тейеш бит. Атайым беҙҙе үҫтереп, кеше итеүгә күп көсөн һәм ваҡытын һалды, ғәҙеллек, яуаплылыҡ, патриотизм тойғоларын тәрбиәләне. Шуға ла беҙ илебеҙгә ихтирам менән ҡарайбыҙ. Армияла алған белемдәрем тап хәрби операцияла кәрәк булды ла инде. Хәрби әҙерлекте Пензала үттек, полигондарға сыҡтыҡ, күнекмәләрҙә булдыҡ.
Беҙ Луганск халыҡ республикаһына эләктек. Тәүҙә ҡустым менән бергә булдыҡ, һуңынан айырылдыҡ. Ул - артиллерист, ә мин мотоуҡсылар батальонында бүлек командиры булып хеҙмәт иттем. Беҙҙең менән Салауат егеттәре күп булды. Әле яраланыу сәбәпле өйгә ҡайтарҙылар. Алғы һыҙыҡта көндәр көсөргәнешле үтә - нарядҡа баҫаһың, алға бараһың, хәрби бурыстарҙы башҡараһың. Блиндаждарҙа йәшәнек, көнкүрешебеҙҙе үҙебеҙ булдырҙыҡ - был йәһәттән ҡатмарлыҡтар тыуманы, егеттәрҙең күптәре бар эшкә лә оҫта. Унда һауа шарттары ҡатмарлы - ямғырҙарҙан һуң ныҡ бысраҡ, батҡаҡ. Алғы һыҙыҡта хәүефле мәлдәр һағалап ҡына тора. 2022 йылдың ноябрендә Макеевка яғына табан юлланғанда беҙҙе миномет утында тоттолар. Бәхеткә, юғалтыуҙарһыҙ сыҡтыҡ. Был көндө үҙебеҙҙең икенсе тыуған көнөбөҙ тип иҫәпләнек. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, унда ялланып хеҙмәт итеүселәр, хыянатсылар күп, кешеләрҙең аңы томаланған. Хәлде төҙәтмәһәк, ҡуйын аҫтында йылан йылытыуыбыҙ ихтимал.
Тыуған ҡаланан гуманитар ярҙам алып торҙоҡ. Битараф булмаған
кешеләрҙең барыһына ла рәхмәт. Тылдағы ярҙамдан башҡа беҙгә күпкә ауырыраҡҡа тура килер ине. Әлегә бында, тыныс тормошта, илебеҙгә файҙа килтерәм. Шулай ҙаалғы һыҙыҡта ҡалған егеттәр менән бәйләнеш тотабыҙ, хәлдәрен белешеп торам. Һәләк булған иптәштәребеҙҙең ғаиләләрен, туғандарын да ташламайбыҙ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ. Тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ бары дөрөҫлөк яҡлы.