Уҡыу учреждениеларында террор хәүефе йәки башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында нимәләр эшләү тураһында күнекмәләр уҙҙы.
Йәйге каникулдарҙан һуң мәктәптәрҙә уҡыуҙар башланды. Быға тиклем белем биреү учреждениеларында Бөтә Рәсәй күнекмәләре үтте. Унда төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ойошма һәм һаҡ хеҙмәткәрҙәренең
эшмәкәрлеге тикшерелде. 29 августа 25-се башҡорт гимназияһы майҙансығында ошондай күләмле саралар ойошторолдо.
- Беҙ ябай булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Был ваҡыт, минеңсә, оҙаҡҡа һуҙыласаҡ, шуға күрә балаларҙың хәүефһеҙлеге беренсе урында тора. Йыш ҡына ата-әсәләр йыйылыштарын, аңлатыу әңгәмәләрен, төрлө күнекмәләр, уҡыусыларҙы эвакуациялау үткәрәбеҙ. Бөгөнгө саралар шундай күнекмәләрҙең береһе булып тора. Бындай уҡыуҙарҙың маҡсаты – ҡатнашыусыларҙа механик хәтер булдырыу, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Салауат ҡалаһы хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса идаралығы начальнигы Радик Моратов.
Тәүҙә инструктаж үткәрелде. Унда ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында үҙеңде нисек тотоу, тәүге ярҙам күрһәтеү, оператив хеҙмәттәр менән үҙ-ара эш итеү алымдары өйрәтелде. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Венер Сөләймәнов педагогик һәм техник персоналға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү тәртибе тураһында һөйләне. Коллективҡа файҙалы видеояҙма күрһәтелде.
Бынан һуң теорияны практикала нығыттылар. Тәүҙә, легенда буйынса, бинаға террорсылар килеп инеп, һаҡсыны ауыр яралайҙар, ул хәүеф төймәһенә баҫып өлгөрмәй. Һуңынан беренсе ҡаттағы кластарға үтеп инәләр, уҡытыусыларҙы һәм балаларҙы аманатҡа алалар. Был ваҡытта директор кабинетында хәүеф күтәрелгән, бөтә көс структураларына хәбәр ебәрелеп, мессенджерҙар аша уҡытыусыларға ҡораллы кешеләрҙең мәктәпкә үтеп инеүе тураһында мәғлүмәт ебәрелгән. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар шунда уҡ кластарҙа ябыла һәм ишектәрҙе бикләй. Парталарҙы һаҡлыҡ кәртәһен тәьмин итеү өсөн күсерәләр, барыһы ла өҫтәл аҫтына йәшеренә һәм директорҙың артабанғы күрһәтмәләрен көтә. Бер нисә минуттан мәктәпте көс хеҙмәткәрҙәре уратып ала. Махсус операция үтә. Енәйәтселәр ҡулға алына.
Уҡыуҙарҙың икенсе этабы шулай уҡ хәфеүһеҙлек ҡағиҙәләренә ҡағылды. Гимназияға шартлы рәүештә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүм итә. Бинала һауа сигналы яңғырағас, бөтә кешеләр шунда уҡ кластарҙан
сығып, подвалдарға төшә. Бер кем дә йүгермәй, етеҙ генә тәғәйен урынға күсә. Комиссия педагогтарҙың ведомство ҡуйған бөтә күнекмәләрен уңышлы үтәүен билдәләне.
- Бөгөн ҡаланың бөтә уҡыу ойошмаларында ла ошондай күнекмәләр үтте, был, тәү сиратта, мәктәптәр, урта һәм юғары уҡыу йорттарына ҡағылды. Балалар баҡсаларында уҡыуҙарҙың теоретик нигеҙҙәре ҡабатланды. Иң мөһиме - паника булманы, барыһы ла эш итеүҙең инструкцияларын асыҡ ишетте. Мәғариф ойошмаларында йыл дауамында ябыҡ ишектәр режимы ғәмәлдә, сит кешеләрҙе индермәйҙәр. Барығыҙға ла яңы уҡыу йылының хәүефһеҙ булыуын теләйем, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, - тип йомғаҡ яһаны мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева.
Бындай күнекмәләрҙең маҡсаты - хеҙмәткәрҙәрҙең ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙерлеген тикшереү. Бөтә ғәмәлдәр автоматлаштырылғанға тиклем эшкәртелергә тейеш. Әйтергә кәрәк, сентябрь дауамында бөтә мәктәптәрҙә лә уҡыусылар менән бындай дәрестәр үткәрелә һәм артабан йылына бер нисә тапҡыр ҡабатлана.
Гөлиә НУРИМАНОВА.
Автор фотоһы.