газета "Салауат"
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
26 Август , 12:57

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Республикала эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко булды. Ул Башҡортостанда һайлауҙы ойоштороусылар менән аралашты, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Башҡортостан һайлауҙарға әҙер
Башҡортостан һайлауҙарға әҙер

Республикала эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко булды. Ул Башҡортостанда һайлауҙы ойоштороусылар менән аралашты, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

- Республиканың һайлауҙарға әҙерлеген нисек баһалайһығыҙ?
- Әлеге ваҡытта билдәләнгән нормаларға тап килергә тейешле тауыш биреү биналарын әҙерләү буйынса эш тамамланыуға бара. Шулай уҡ комиссиялар тарафынан һайлауҙы ойоштороусыларҙы уҡытыу, һайлаусыларға һайлау кампаниялары, унда ҡатнашҡан кандидаттар һәм партиялар тураһында мәғлүмәт  биреү буйынса саралар үткәрелә. Киң мәғлүмәт сараларында агитация осоро башлана, һайлау бюллетендәрен
баҫтырыу тамамлана. Дөйөм алғанда, һайлау комиссиялары тауыш биреүгә әҙерлек буйынса финиш һыҙығына сыға. Башҡортостандың һайлау системаһы һайлауҙарға әҙер.
- Республика Башлығын һайлауҙа тауыш биреү тәүгә өс көн дауамында - 6, 7 һәм 8 сентябрҙә уҙғарыла. Был нимә менән бәйле? 
- Күп көнлөк тауыш биреү 2020 йылда коронавирус инфекцияһын иҫкәртеүҙең бер ысулы булараҡ барлыҡҡа килгәйне. Хәтерегеҙгә төшөрәм, ул саҡта ете көн  тауыш бирҙек. Әйтергә кәрәк, был алым һайлау комиссиялары ағзаларына ла, иң мөһиме, һайлаусыларға ла уңайлы булып сыҡты, сөнки планлаштырыу мөмкинлеге бар. Йома көн тауыш биреп, ял көндәрендә баҡсаға йәки үҙеңдең ниндәй ҙә булһа эшең буйынса
китә алаһың. Киреһенсә, йома көндө баҡсаға сығып, йәкшәмбелә ҡайтып, тауыш бирергә мөмкин. Ҡыҫҡаһы, ҡайһы көн уңайлы, шуны һайлайһың.
- “Мобиль һайлаусы” программаһы сиктәрендә эште ойоштороу мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Ни өсөн был программаға шундай  әһәмиәт бирелә?
- Заманса һайлаусы - ул мобильһайлаусы. Граждандарыбыҙҙың байтаҡ  өлөшө әүҙем тормош алып бара. Бындай кешеләрҙең әүҙем һайлау хоҡуғын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү бик мөһим. Рәсәй Федерацияһы
Президентын һайлауҙа республиканың 105 меңдән ашыу кешеһе “Мобиль һайлаусы”ны файҙаланып ғаризабиргән һәм теркәлгән урыны буйынса түгел, ә республиканың башҡа тораҡ пунктында йәки федерацияның башҡа субъектында тауыш биргән. Шуға күрә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа ла, 54-се Өфө бер мандатлы округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға өҫтәмә һайлауҙа ла һайлаусылар бындай мөмкинлектән файҙалана ала. Тик шуны иҫтә тотоу мөһим: республика Башлығын һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” республика биләмәһендә  генә эшләй.
- Республикала йәшәгәндәрҙең күбеһе Мәскәүгә эшкә, уҡыуға йөрөй, баш ҡалала йәшәгән туғандары менән осраша. Улар ҙа Башлыҡты һайлауҙа тауыш бирә аласаҡмы? 
- Бында хәлдәр башҡасараҡ. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Мәскәүҙә 3550-се экстерриториаль һайлау участкаһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Ул Мәскәү ҡалаһы, Доброслободская урамы, 6-сы йорт, 2-се ҡаралты адресы буйынса Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге бинаһында урынлашҡан. Был участкала Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тауыш биреү көндәрендә Мәскәү ҡалаһында булған һайлаусылар тауыш бирә ала. Экстерриториаль участкала тауыш биреү өсөн йә “Мобиль һайлаусы” механизмы аша ғариза бирергә, йә иһә һайлау участкаһында тауыш биреү тамамланғанға тиклем Мәскәүҙәге һайлау комиссияһына ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.
- Һайлаусыларҙың икенсе категорияһы - аҙ хәрәкәтсән граждандар. Улар һайлау хоҡуҡтарын нисек бойомға ашыра ала?
- Бындай һайлаусыларға өйҙә тауыш биреү мөмкинлегенән файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн үҙҙәренең участка комиссияһына тауыш биреү көнөнә тиклем 10 көн алдан һәм 8 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 14 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса тейешле ғаризабирергә кәрәк. 
- Һеҙ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы булараҡ, һайлау менән бәйле төрлө фараздарҙы күҙәтәһегеҙ. Төбәк Башлығын һайлауҙа һайлаусыларҙың ҡатнашыуы тураһында һеҙҙең фараз ниндәй?
- Һайлаусыларҙың килеүе күп сәбәптәргә бәйле. Мәҫәлән, граждандарҙың һайлау, тауыш биреү урыны һәм ысулдары тураһында мәғлүмәтлелеге мөһим роль уйнай. Һайлау комиссиялары, төрлө каналдарҙы, шул иҫәптән медиа каналдарын ҡулланып, граждандарға һайлауҙар тураһында мәғлүмәт, граждандарҙы аңлы рәүештә һайлау өсөн кәрәкле башҡа мәғлүмәт еткерә. Кандидаттарҙың һәм партияларҙың әүҙемлеге, уларҙың агитация кампанияһының йөкмәткеһе ҙур роль уйнай. Республика Башлығын һайлауҙа ҡатнашыуға килгәндә, социологик һорау алыуҙарға ярашлы, республика һайлаусыларының 68-75 проценты сентябрҙәге һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй.
Фото Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан.

Салауат ҡалаһында һайлауҙарҙың нисек үтеүе тураһында Салауат ҡалаһы территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Федор Тиунов һөйләй.
- Һәр һайлау кампанияһының үҙ үҙенсәлеге бар. 6, 7 һәм 8 сентябрҙә салауаттар кемде һайлясаҡ?
- Берҙәм тауыш биреү көнөндә ике һайлау кампанияһы уҙа: беҙ Башҡортостан Башлығын һәм ҡала  Советына алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлайбыҙ. Һайлау өс көн дауамында иртәнге сәғәт 8-ҙән
киске 8-гә тиклем уҙа. Үҙ һайлау участкаларында салауаттар өс бюллетень ала. Беренсеһендә төбәк башлығы вазифаһына биш кандидат  күрһәтелгән, башҡа икәүһендә - депутатлыҡҡа кандидаттар.

- Ни өсөн улар икәү?
- Тауыш биреү берҙәм һайлау округы буйынса үтә - салауаттар биш партия теркәгән депутаттар исемлеге өсөн, шулай уҡ бер мандатлы һайлау  округтары буйынса тауыш бирә. Салауат бындай 12 округҡа бүленгән.
Һәр береһендә - үҙҙәренең теркәлгән кандидаттары. 10 округта - 4-шәр кандидат, береһендә - 5, башҡаһында - 6 кандидат.

- Ҡала Советында 25 депутат. Был һан нисек йыйыласаҡ?
- 13 депутат салауаттар тауыш бирәсәк партия исемлектәре буйынса Совет составына инә, тағы 12-һе - һәр 12 округта тауыш биреү еңеүселәре.  Кандидаттар тураһындағы тулы мәғлүмәтте ҡала Советының сайтында
алырға мөмкин.
- Салауаттар мотлаҡ үҙҙәренең һайлау участкаһында тауыш бирергә тейешме?
- Бындай мөмкинлек бары тик Башҡортостан башлығы һайлауҙарында ғына ҡағыла. Уныһында ла, һайлаусы республиканан ситтә йәки Мәскәүҙә  булырға тейеш. Ә бына ҡала Советына депутаттар өсөн тик үҙеңдең һайлау участкаһында ғына тауыш биреп була.
- Участка комиссиялары ҡасан эш башлай?
- Участка комиссиялары 28 августан эшләй башлай. Эш көндәрендә - көндөҙгө сәғәт 2-нән киске сәғәт 8-гә, ял көндәрендә иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: