газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
16 Август 2024, 11:14

Файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттәр

Башҡортостан - илебеҙҙең иң матур төбәктәренең береһе. Тауҙары, урмандары, йылғалары, күлдәре менән ғәжәйеп тәбиғәте, иҫтәлекле урындарға бай булған ауылдары һәм ҡалалары тик һоҡланыу уята. Һәр кем туристик сәфәрҙәргә сығып тыуған төйәгебеҙҙең бөтә матурлығын аса ала.

Файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттәр
Файҙалы һәм мауыҡтырғыс сәйәхәттәр

Башҡортостан - илебеҙҙең иң матур төбәктәренең береһе. Тауҙары, урмандары, йылғалары, күлдәре менән ғәжәйеп тәбиғәте, иҫтәлекле урындарға бай булған ауылдары һәм ҡалалары тик һоҡланыу уята. Һәр кем туристик сәфәрҙәргә сығып тыуған төйәгебеҙҙең бөтә матурлығын аса ала.

Күҙҙәр янып торһон өсөн

Республика башлығы булып эш башлаған ваҡытында уҡ Радий Хәбиров Башҡортостандағы эске туризм менән хәлде ҡатмарлы тип атаны. Ул проблеманы кәрәкле инфраструктураның булмауы менән бәйләне. Төбәк башлығы ҡушыуы буйынса гранттар һәм субсидиялар,  эске туризм менән шөғөлләнеүсе компаниялар өсөн һалым ташламалары, административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөү буйынса система булдырыу ҡарар ителде. Шулай уҡ республикала туризмды үҫтереүгә республика башлығы ярҙамы менән булдырылған Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге, мәктәп һәм сәнәғәт туризмы булышлыҡ итә.

- Пенсияла кешеләрҙең актив һәм ҡыҙыҡлы йәшәүе бик мөһим, - тип иҫбатлай республика башлығы Радий Хәбиров. - Беҙ бөтә уникаль республикабыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ. Күп ветерандар 40-ар йыллап үҙ район
һәм ҡалаларында эшләгән, кемдер командировкаларға һәм ял итергә илебеҙҙең башҡа төбәктәренә сыҡҡан,  ә бына Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын бер ҙә күрмәгән. “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге”
55 йәштән уҙған пенсионерҙарға республика буйлап бер көнлөк турҙарға сығырға, халыҡ мәҙәниәте, республиканың төрлө иҫтәлекле  урындары менән танышыуға мөмкиинлек бирә. 2023 йылда социаль туризм проектында яңы нөктәләр барлыҡҡа килә, хәҙер республика пенсионерҙары Беларуссияға һәм Абхазияға барыу мөмкинлеге алды.
Бындай экскурсияларға Салауат пенсионерҙары ла йөрөй. Беҙҙең ҡалала был программа сиктәрендә  йыл һайын 440 хаҡлы ялдағы кеше республика буйлап сәфәргә юллана. 
- Башҡортостан буйынса йылына бер тапҡыр сәфәргә һәм бер тапҡыр республиканан ситкә сығыу мөмкин. Шулай уҡ Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға ебәреү планлаштырыла, - тип һөйләй Салауат ҡалаһының Мәғариф
хеҙмәткәрҙәре йорто директоры Людмила Овсянникова. - Республика буйлап сәфәр ҡылабыҙ, матур урындар менән танышабыҙ. Павловка һыуһаҡлағысындағы Красный ключ монастырында булдыҡ, элек ул ябыҡ
була, асылғас, экскурсияға йөрөй башлайҙар, ниндәйҙер илаһи, изге урын, күңел ял итә унда. Быйыл яңы  маршрут буйынса Иглин районында Башҡорт-индеец биләмәләрендә булдыҡ. Ул музейлы бик ҙур территория. Индеец үҙ заманында бында килә, башҡорт ҡыҙына өйләнә, уның улы ошо биләмәне булдыра. Унда төрлө йолалар менән танышыу ҡыҙыҡлы булды. Тағы ла беҙ Бөрө ҡалаһына барҙыҡ, боронғо төҙөлөштәрҙе күрҙек, унда бик һәйбәт музей бар һәм экскурсоводтар киң тарихи мәғлүмәттәр бирҙе.  Воскресенскиҙа булдыҡ, шулай уҡ матур галерея эшләгәндәр.
2021 йылда Салауат пенсионерҙары Красноусолдағы шифалы сығанаҡтарҙа, Торатауҙа, Воскресенскиҙа, Ғафури  районындағы Таш аҫты ерлегендә була. 2022 йылда Өфөгә, Красноусолға һәм "Святые кустики"ға баралар. 2023 йылда Өфөгә, Бөрөгә, Өфөләге “Әйҙә уйнарға”  фестиваленә, Өфө калейдоскобына һәм Дедово ауылындағы Покров-Эннатский монастырына сәфәр ҡыла. 2024 йылда салауаттар Өфөлә, Башҡорт-Индеец биләмәһендә һәм Красноусолдағы изге  сығанаҡтарҙа була.
- Барыһы ла һәйбәт, маршруттар ҙа бик ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс, ойоштороу яҡшы кимәлдә. Беҙҙе “Крекс”  туристик фирмаһы хеҙмәтләндерә, автобустары бик уңайлы, водителдәр, экскурсоводтары иғтибарлы, сәфәр
ҡылыусыларҙың барыһына ла оҡшай. Яңыраҡ Красноусолда булдыҡ, Өфө ҡалаһы көнөнә саҡыралар, унда ҡала  буйынса экскурсия, теплоходта йөрөү ҡаралған. Беҙ Нөгөштә булғаныбыҙ юҡ, сентябрҙә унда экскурсия әҙерләнә, - тип бүлешә Людмила Овсянникова. Элек пенсионерҙар нисек теркәлергә  белмәгән, бының өсөн Мәғариф хеҙмәткәрҙәре йортона килгән, хәҙер  үҙҙәре сайтҡа инә белә, ҡайҙа барырға теләй, шул сәфәрҙе һайлай. Хәҙер был программа буйынса сәфәргә барырға теләүселәр күбәйгән, беҙҙең ҡаланан  бер мең тирәһе кеше теркәлгән. - Был бик кәрәкле программа. Бөтәһе лә сәфәрҙәрҙән илһамланып, рухланып
ҡайта һәм, әлбиттә, хаҡлы ялдағылар тураһында хәстәрлек күреп ошондай программа булдырылыуы өсөн республика башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт әйтәләр. Кешеләргә бик оҡшай, - ти Людмила Овсянникова.

“Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм” программаһы Башҡортостанда 2020 йылдың октябрендә бойомға ашырыла башлай. Хаҡлы ялдағыларға уңайлы шарттарҙа сәйәхәт итеүҙе күҙ уңында тотҡан яңы проектты 
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итә. Уның һүҙҙәренсә, был программаның маҡсаты икәү. "Беренсеһе - кешеләрҙең ғүмерен оҙайтыу, ә икенсеһе - тормош сифатын яҡшыртыу, кешенең күҙҙәре яныуы, көс-дәрте, һаулығы булыуы, сәйәхәт итә һәм яңы шөғөлдәр ала алыуы", - тип билдәләгәйне төбәк етәксеһе.

Уҡыусылар өсөн сәфәрҙәр

2022 йылда “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда уҡыусыларҙы бәләкәй сәфәрҙәр аша тыуған яҡ тарихы менән таныштырыу маҡсатында “Мәктәп туризмы” программаһы старт ала. Был проект башланғысында ла республика башлығы Радий Хәбиров тора. 

Башҡортостандың йәш быуыны өсөн мәҙәни һәм тәбиғи иҫтәлекле урындары менән танышыу буйынса  республика буйлап бушлай экскурсиялар ойошторола. “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли
проекты сиктәрендә 2022 йылда федераль бюджеттан 55,5 миллион һум, республика бюджетынан 22,2 миллион һум, ә 2023 йылда федераль  бюджеттан 188,7 миллион һум, республика бюджетынан 75,5 миллион
һум бүленә.

- 2022 йылда пилот проект башланғанда ҡала 5-9 класта уҡыусы 323 бала өсөн квота алды. Туроператор  Стәрлетамаҡ ҡалаһына ике көнлөк программа менән сәфәр ойошторҙо. Ә 2023 йылда был программа буйынса 1 000 уҡыусы Өфө ҡалаһына барҙы һәм, әйтергә кәрәк, был программаға  бөтә мәктәптәр һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары эләкте, улар баш ҡалаға барып киң экскурсияла ҡатнашыу мөмкинлеге алды, - тип бүлешә Салауат ҡалаһының Балалар һауыҡтырыу - белем биреү туризм һәм  тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге директоры урынбаҫары Гүзәл Переверзева.
Малай һәм ҡыҙҙарҙы Салауаттан махсус автобус алып китә, Стәрлетамаҡта экскурсовод ҡаршы  ала, тәүге экскурсия “Башҡорт троллейбустарының тәүге ҡалаһы” маршруты буйынса була. Ҡаланың тарихи үҙәгенә барып еткәндән һуң, Салауат уҡыусылары өсөн тарих һәм тарихи биналар менән таныштырыу уҙғарыла. Ҡунаҡханаға урынлашып,  тамаҡ ялғап алғас, ҡыҙ һәм малайҙар заманса кинотеатрға юллана, улар унда
кино ғына ҡарап ҡалмай, фильмдарҙың нисек күрһәтелеүе, кинотеатрҙың нисек эшләүе тураһында белә. Киске аштан һуң ҡунаҡхана фокусник саҡырып күңел асыу сараһы уҙғара. Икенсе көнгә уҡыусылар Торатауға экскурсия ҡыла һәм унан ҡалаға әйләнеп ҡайта. 

Ике көнлөк экскурсияла 25-се башҡорт гимназияның уҡыусылары ла була. Балаларға Стәрлетамаҡ һәм “Торатау” геопаркы буйлап экскурсия бик  оҡшай. Улар “Жар-птица” экофермаһын күрә, аттарҙа йөрөй,
визит-үҙәктә була, умарталыҡ эше менән таныша, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, тирмәлә сәй эсә, башҡорт милли кейемдәрендә фотосессия уҙғара. 

2023 йылда Салауат ҡалаһы  уҡыусылары өсөн “Эх, Өфө, минең ҡалам!” экскурсия программаһы тәҡдим ителә. Танып-белеү, патриотик һәм тыуған яҡты өйрәнеү программаһы төрлө йүнәлештәге экскурсияларҙы үҙ эсенә ала. Уҡыусылар  Дуҫлыҡ монументында, Салауат баҡсаһында, Еңеү паркында, Салауат Юлаев, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлдәрендә, “Ете ҡыҙ” фонтанында
була, Өфө ҡалаһының тарихы менән таныша, полярсы В.И.Альбанов исемендәге музейҙа, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, “Ретро-гараж” автомобилдәр музейы мөхитенә сумып донъяны танып-
белеү мөмкинлектәрен киңәйтә. Программала ҡатнашыусыларҙы “Урал-тау” һәм “Уфа-Астория” отелдәре йылы ҡабул итә. Ҡунаҡханаларҙа балалар өсөн шулай уҡ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс программа әҙерләнгән була, унда уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре,  милли әйберҙәр үрәләр. - Был бик һәйбәт проект, сөнки барыһы ла ҡайҙалыр сәйәхәт ҡыла алмай, ә был ике көнлөк, бушлай сәфәр - республикабыҙҙың ҡыҙыҡлы
урындарын күреү мөмкинлеге, - ти Гүзәл Переверзева. - Беҙ үҙебеҙ экскурсияларға йөрөтөү менән шөғөлләнәбеҙ һәм мәктәп туризмы  программаһы арҡаһында ҡылған сәфәрҙәр арҡаһында яңы объекттар
асабыҙ. Ҡунаҡханаларҙа шарттар яҡшы, экскурсоводтар, водителдәр иғтибарлы, хәстәрлекле. Башҡортостан хәҙер туристар  ағымы артыуы билдәләнгән төбәктәр иҫәбенә инә. Төбәктең туристик инфраструктураһын үҫтереү иҫәбенә артабанғы ыңғай динамиканы тәьмин итеү мөһим, тип билдәләй республика етәкселеге. 2023 йылда был маҡсатҡа 1,5 млрд һум федераль аҡса йәлеп ителгән. Республика туризм өлкәһендә
инвестицион башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы инструменттар булдыра.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: