газета "Салауат"
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Июль , 09:59

Тыуған яҡтан көс-ҡеүәт алып

“Эльбрус” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ҡабаттан махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

Тыуған яҡтан көс-ҡеүәт алып
Тыуған яҡтан көс-ҡеүәт алып

“Эльбрус” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтып, ҡабаттан махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

“Эльбрус” 2022 йылдың сентябрендә мобилизацияланған. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ул өсөнсөгә ҡайта. Был юлы уның менән ”Ышаныс” социаль-психологик үҙәгендә осрашып һөйләшеү форсаты тейҙе. Көмөш ирекмәндәр
уға маскировка селтәрҙәрен, тактик браслеттар, ҡоро душ һәм МХО символы - Чебурашканы тапшырҙы.
- “Эльбрус” менән дуҫлыҡ былтыр майҙа башланды. Ул беҙгә килеп, алты хәрби “Урал” машинаһын ҡаплау өсөн маскировка селтәрҙәре кәрәк булыуы тураһында һөйләне. Бер аҙна эсендә 12 селтәр әҙерләп бирҙек. 
Шул ваҡыттан алып аралашабыҙ, хәбәрләшеп, яугирҙарға нимә кәрәклеген белешеп торабыҙ, - ти көмөш ирекмәндәр етәксеһе Ильвира Анпилогова.
“Эльбрус” 19-ы мәктәпте, индустриаль колледжды тамамлаған, армияла танкист булып хеҙмәт иткән. Һуңынан “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенә эшкә урынлашҡан. Егеттең киләсәккә яҡты пландарын, изге
хыялдарын мобилизация үҙгәрткән.
- Эштә инем, хәрби-иҫәп өҫтәленә килергә ҡуштылар. Нимәгә  саҡыртыуҙарын шунда уҡ аңланым. Беҙҙе Тыуған илде яҡларға, һаҡларға, яратырға тип тәрбиәләнеләр, - ти “Эльбрус”.
Яугир махсус хәрби операция зонаһында артиллерист булып хеҙмәт итә.
- Артиллеристарға үтә яуаплы бурыс йөкмәтелгән. Беҙ позицияла торабыҙ, хәүефле сигнал килеү менән урынға сығабыҙ. Ҡайҙа икәнлегебеҙҙе асыҡлау өсөн дошман заманса ҡорамалдар файҙалана. Ярай әле, һауаға ҡаршы постарыбыҙ бар, улар ярҙам итә. Ҡурҡыу тойғоһо һәр ваҡыт бар, бында ғүмерҙең һәр минуты ҡәҙерле. 9 майҙа “Газпром нефтехим Салауат”ҡа дрон төшөүен белгәс бик ҡайғырҙыҡ, - тип һөйләй яугир.
Беҙ унан ни өсөн тап “Эльбрус” позывнойын алыуы менән ҡыҙыҡһындыҡ.
- Мин “Ҡаяға менеү” секцияһында шөғөлләндем, ул шул тиклем күңелемә ятты. тормошомдо унан башҡа күҙ алдына килтерә алмайым. Тауҙар миңә көс, энергия бирә. Ҙур бер хыялым да бар: Эльбрус тауына менеү. Был уйым 2022 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне, тик мобилизация ҡамасауланы. Киләсәктә маҡсатыма ирешергә тырышасаҡмын. Шуға ниндәй позывной алыу тураһында һорау тыуманы. Әлеге ялымда “Рәсәй ҡаялары. Эльбрус - 2024” спорт фестивалендә ҡатнаштым, сәйәхәттән онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалды, - тип һөйләй “Эльбрус”. 

Яугир махсус хәрби операцияла тыуған яғының ярҙамын тойоуын билдәләй.
- Бында, ҡалала, тыныс һәм рәхәт, ә махсус хәрби операция зонаһында тормош туҡтап ҡалғандай була. Тыуған ҡаламдың, туғандарымдың, яҡындарымдың, дуҫтарымдың, коллегаларымдың терәген тоям.
Көмөш ирекмәндәргә айырыуса рәхмәтемде белдерәм. Улар беҙҙе һәр ваҡыт ихлас ҡаршы ала, күп итеп маскировка селтәрҙәре, төрлө кәрәк- яраҡтар әҙерләй. Был бик мөһим, сөнки яугирҙар ярҙамға мохтаж.- тип
уртаҡлаша яугир.
Гәзиттә мәҡәлә баҫылып сыҡҡанда “Эльбрус” йәнә МХО зонаһына юлланғайны инде.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: