газета "Салауат"
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
3 Июль , 16:25

Мөмкинлектәр ваҡыты

Салауатта «Проффест. Мөмкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлашыу йәрминкәһе уҙҙы. «Алға» махсус иҡтисади зонаһының үҫешеүсе предприятиелары, шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат», «Салауатбыяла», «Салауатгидравлика», Салауат ТЭЦ-ы һәм башҡа, дөйөм алғанда, 25 ойошма бер меңдән ашыу эш урыны тәҡдим итте.

Мөмкинлектәр ваҡыты
Мөмкинлектәр ваҡыты

«Проффест» күптәргә үҙеңә оҡшаған эште һайларға, алдынғы эш биреүселәр менән осрашырға, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап алырға, тейешле резюме төҙөргә һәм әңгәмәләшеүгә әҙерләнергә мөмкинлек бирҙе. Йәрминкә кешеләргә иҡтисадтың дөйөм туҡланыу тармағынан алып, IT өлкәгә тиклем һөнәрҙәр буйынса эшкә урынлашыуҙы тәҡдим итте.


- Был йәрминкәлә һәр кешенең эш табыу мөмкинлеге бар, - ти Салауат ҡалаһы буйынса Мәшғүллек үҙәге филиалының халыҡтың актив мәшғүлеллеге бүлеге начальнигы Елена Крикля.
Уның һүҙҙәре буйынса, бөгөнгө көнгә ҡаланың мәшғүллек үҙәгендә 400-ләп кеше иҫәптә тора, ә эшһеҙ булараҡ пособие алыусылар һаны - 300-гә яҡын.


«Заспорт фабрикаһы» ЯСЙ - «Алға» махсус иҡтисади зонаһы резиденты, унда спорт кейемдәре һәм профессиональ командалар өсөн экипировкалар тегәләр, шулай уҡ махсус заказдарҙы башҡаралар.
- Салауаттарға эшкә урынлашыу өсөн Башҡортостан көньяғында иң яҡшы шарттар тәҡдим итәбеҙ. Бөгөнгә беҙҙең компанияға берәмләп һатыу һәм Олимпия комитеты заказдары буйынса ҙур күләмле эште атҡарып сығыу өсөн йөҙгә яҡын кеше кәрәк. Тегеү производствоһы операторҙары, мамыҡ тултырыу машинаһы операторы, төрөп бәйләүселәр, тегенселәр, йөк тейәүселәр, йыйыштырыусылар талап ителә. Белем алып, һөнәр үҙләштереү һәм тәжрибә туплау мөмкинлеге бар, - тип һөйләй «Заспорт фабрикаһы»ның баш инженеры Динар Фарваев һәм хеҙмәт хаҡының нисек иҫәпләнеүен дә аңлата. - Хеҙмәт хаҡы эш күләменә ҡарап түләнә: билдәләнгән норманы үтәнең икән, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алаһың. Шулай ҙа беҙ кешеләрҙең мәнфәғәттәрен дә хәстәрләйбеҙ, тәүге айҙарҙа норманы иҫәпкә алмай, билдәләнгән сумманы түләйбеҙ. Ә хеҙмәткәр тәжрибә туплағас һәм режимға инеп киткәс, күләмгә ҡарап түләнә башлай.
Әгәр кеше тегенсе түгел икән, уны Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеп теорияһын үҙләштерергә, һуңынан «Заспорт фабрикаһы»нда тәжрибәле белгестәр ҡулы аҫтында практика үтергә була.
- Беҙ Салауат хеҙмәткәрҙәренә кафела ҡайнар аш менән, уларҙы эш урынына йөрөтөүҙе тәьмин итәбеҙ, - тип өҫтәй Динар Фарваев.


Ҡалабыҙҙың иң эре предприятиеларының береһе - «Салауатбыяла» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәргә яҡшы социаль пакет тәҡдим итә.
- Бөгөнгө көнгә беҙҙә эшсе һәм инженер-техник һөнәрҙәр буйынса вакансиялар асыҡ, йөк тейәү водителе, операторҙар, слесарҙар, проектлаусылар, технологтар, сәнәғәт хәүефһеҙлеге инженеры, һаҡ бюроһы етәксеһе, инженер-электрик һәм менеджерҙарҙы эшкә алабыҙ. Коллективтың ҙурлығын иҫәпкә алғанда, 15 вакансия булыуы күп тә түгел. Беҙгә эшкә килеүселәргә тулы социаль пакет билдәләнгән: предприятие биләмәһендә өҫтәмә туҡланыу булдырылған, спорт залы эшләй, хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына ташламалы путевкалар бирелә, - тип һөйләй «Салауатбыяла»ның персонал һайлау белгесе Елена Репенько.


«Сәнәғәт тимер юлы транспорты предприятиеһы» йәмғиәтендә 500-ҙән ашыу кеше эшләй, уларҙың күп өлөшө эшсе һөнәрҙәре. Бөгөнгө көнгә компанияла 60-лап вакансия бар.
- Беҙгә «Стрелка күсереү дежурныйы», «Йөктө һәм багажды ҡабул итеп тапшырыусы», «Юл монтеры», «Вагондарҙы ҡараусы - ремонтлаусы», «Слесарь - ремонтсы» талап ителә. Хеҙмәт хаҡынан тыш, өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған, мәҫәлән, отпуск аҡсаһына ҡушып хеҙмәткәр уртаса хеҙмәт хаҡы ала, шулай уҡ 23 февралгә, 8 мартҡа түләүҙәр ҡаарлған. Коллектив килешеүҙә социаль пакетыбыҙ бик һәйбәт: шифахана, балалар лагерына юллама, матди ярҙам, - тип бүлешә предприятиеның персонал менән идара итеү бүлеге вәкиле Рузанна Коваленко.


«Проффест» эшкә урынлашыу йәрминкәләре эш эҙләүселргә үҙ белемдәрен, оҫталыҡтарын күрһәтергә, ә эш биреүселәргә кандидаттарҙың һөнәри һәм шәхси сифаттары менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә.
- Информацион технологиялар өлкәһендә эшләргә теләйем. Иртәгәһе көн ышаныслы һәм тотороҡло булған хеҙмәт урынын эҙләйем. Вакансиялар эҙләүҙә миңә Мәшғүллек үҙәге белгестәре ныҡ ярҙам итә, һорауҙарға ентеклә яуап бирәләр, әле «Программа тәьминәтен тестлаусы»ға уҡыуға яҙҙылар, августа квалификациямды күтәрәсәкмен, - тип бүлешә Проффеста ҡатнашыусы Алена Вишкина.
- Мин дүртенсе разрядлы повар ҙа, тегенсе-бесеүсе лә һәм парикмахер ҙа. Был һөнәрҙәр буйынса тәжрибә туплағанмын. Үҙемде яңы өлкәлә һынап ҡарарға ла уйлайым, бының өсөн яңы һөнәр үҙләштерергә әҙермен. Бөгөн «Заспорт фабрикаһы» менән ҡыҙыҡһындым, барырға булһам, алабыҙ, тинеләр. Мин әлегә уйлайым, - ти Зилә Валитова.


«Алға» - сәскә атыусы Башҡортостанға» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды ярҙамы менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Проект ««Алга» - к процветающему Башкортостану» реализуется за счет средств гранта Главы Республики Башкортостан при поддержке Фонда грантов Главы Республики Башкортостан.


Гөлнара Асҡарова.
Автор фотоһы.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: