газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
12 Ғинуар , 11:50

Бейәләйҙәр ҡулдарығыҙҙы ла, күңелдәрегеҙҙе лә йылытһын

Ҡайһы берәүҙәр яңы быуынды, йәштәрҙе ҡаты бәғерле, битараф тип ғәйепләүҙән тартынмай. Бының менән бер нисек тә килешеп булмай. Бына Салауат механика-төҙөлөш студенттарын ғына алайыҡ. Улар махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар өсөн 100 пар йылы бейәләй тегеп, гуманитар ярҙам йыйыу пунктына тапшырҙы. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, был уларҙың тәүгә күрһәткән ярҙамы түгел.

Бейәләйҙәр ҡулдарығыҙҙы ла, күңелдәрегеҙҙе лә йылытһын
Бейәләйҙәр ҡулдарығыҙҙы ла, күңелдәрегеҙҙе лә йылытһын

- Тәүҙә беҙ ярҙам йыйыуҙы аҙыҡ-түлек, консервалар, кәнфит, печеньенан башланыҡ. Әммә беҙҙең колледжда тегенселәр уҡый һәм шул ваҡыт беҙ бит яугирҙәр өсөн ниндәй ҙә булһа кейем тегеп ебәрә алабыҙ тигән уй килде. Махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү саҡырыуын ишеткәс тә, беҙ үҙебеҙҙең иҫәпкә, йәғни уҡытыусылар, студенттар тарафынан йыйылған аҡсаға материалдар, фурнитуралар һатып алып 20 толстовка тектек. Унан һуң беҙгә Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ярҙам итте, улар туҡыма, фурнитура бүлде һәм беҙ тағы 60 толстовка тегеп тапшырҙыҡ. Был юлы инде беҙгә туҡымалар һәм башҡа кәрәкле материалдар менән «Хитрон» йәмғиәте булышлыҡ итте һәм беҙ махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн йылы бейәләйҙәр тектек, - тип һөйләй Салауат механика-төҙөлөш директоры вазифаһын башҡарыусы Раиса Тихонова.
Әйткәндәй, бейәләйҙәр сюрприз менән. Уларҙы 15-20 ҡыҙ алмашлап тегә, ҡалған студенттар яугирҙәргә хат яҙыу акцияһына ҡушыла һәм уларҙы бейәләйҙәр эсенә һала. Раиса Тихонова билдәләүенсә, хәрбиҙәр йылы бейәләйҙәрҙең генә түгел, йәштәрҙең күңел йылыһын да тоясаҡ.
- Беҙ артабан да изге башланғысты дауам итергә уйлайбыҙ, ҡышҡы һәм яҙғы толстовкалар тегеү планы бар, - тип бүлешә колледж етәксеһе.
Һөнәри белем алыу учреждениеһы уҡытыусыһы Рима Ибраһимова һүҙҙәренсә, ҡыҙҙар был эшкә бөтә күңелен һалған, Яңы йыл байрамдарына тиклем тамамларға тырышҡан.
- Беҙ бейәләй тегеү тәҡдиме булғас та был идеяны күтәреп алдыҡ, яугирҙәр ҡышын кейеп өлгөрһөн өсөн, тиҙерәк тегеп бөтөргә тырыштыҡ. Бейәләйҙәр йылы, синтепонда һәм ватинда, уңайлы һәм йылылар. Биш пар бейәләйҙе беҙҙең студенттың махсус хәрбиә операцияла ҡатнашыусы атаһы алып китте лә инде, - ти Рима Ибраһимова.
Салауат механика-төҙөлөш колледжы сираттағы ярҙам партияһын «Берҙәм Рәсәй»партияһының урындағы бүлексәһе нигеҙендә урынлашҡан гуманитар ярҙам йыйыу пунктына тапшырҙы.
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу актив бара. Был изге эшкә төрлө кешеләр, коллективтар ҡушыла - хәллеләр ҙә, пенсионерҙар ҙа, бюджет ойошмалары коллективтары ла. Салауат механика-төҙөлөш колледжына ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә, сөнки улар беренсегә ярҙам итмәй, 2022 йылда республикала тәүгеләрҙән булып толстовкалар тегеп хәрбиҙәргә оҙаттылар һәм яугирҙәр бының өсөн ҙур ихтирам һүҙҙәрен еткерҙе. Ғөмүмән, беҙҙең ҡаланан ебәрелгән һәр гуманитар йөк ҡала кешеләренең яугирҙәргә ҡарата йылы хистәре менән тулыланған, сөнки салауаттар яҡташтарын еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтә, - тине «Берҙәм Рәсәй» партияһының Салауат ҡалаһындағы бүлегенең башҡарма секретары Эльвира Маликова һәм сираттағы дөйөм гуманитарҙың йөктөң яҡынса 20 ғинуарҙа оҙатыласағын хәбәр итте.
Уның һүҙҙәренсә, хәрбиҙәр өсөн гуманитар ярҙамға аҙыҡ-түлек, медикаменттар, миҙгелгә ҡарап кейем, техника һәм башҡалар ҡабул ителә.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: