Алда Яңы йылға бәйле оҙайлы ялдар көтә. Байрамдарҙа поликлиникалар эшләрме, дарыуҙарға рецептар алыуҙа ҡаршылыҡтар тыумаҫмы - Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе ваҡытында ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирелде.
Яңы йыл каникулы осоронда Башҡортостан поликлиникалары штат режимында эшләй. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, амбулатор-поликлиника звеноһы 2023 йылдың 30 декабренән 2024 йылдың 8 ғинуарына тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем эшләй. Көндөҙгө 4-кә тиклем врачты өйгә саҡырыуҙар ҡабул ителә.
Пациенттарға дарыуҙарға рецептарҙы медиктар, 7 ғинуарҙан башҡа, бөтә байрам көндәрендә лә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 5-кә тиклем яҙып бирә ала. Айрат Рәхмәтуллиндың һүҙҙәре буйынса, ғинуар айындағы каникул ваҡытында медицина тикшереүе һәм диспансерлаштырыу үткәреү туҡтатылмай.