газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
11 Декабрь 2023, 14:00

Изге эштәр ваҡыты

“Күңелдәре менән йәштәр” үҙәгенең көмөш ирекмәндәре” хәрәкәте 2019 йылда ҡаланың “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам үҙәге эргәһендә барлыҡҡа килә. Сафтары йылдан-йыл тулылана. Әгәр 2019 йылда улар 10-15 кеше булһа, 2023 йылдың июненә ҡарата ирекмәндәр һаны 89-ға етә. Әле иһә - 139 кеше.

Изге эштәр ваҡыты
Изге эштәр ваҡыты

“Күңелдәре менән йәштәр” үҙәгенең көмөш ирекмәндәре” хәрәкәте 2019 йылда ҡаланың “Ышаныс” социаль-психологик ярҙам үҙәге эргәһендә барлыҡҡа килә. Сафтары йылдан-йыл тулылана. Әгәр 2019 йылда улар 10-15 кеше булһа, 2023 йылдың июненә ҡарата ирекмәндәр һаны 89-ға етә. Әле иһә - 139 кеше.

- Быйыл июндә “көмөш” ирекмәндәр ҡала ветерандар советы менән берлектә махсус хәрби операция зонаһындағы  яугирҙарға ярҙам күрһәтеү буйынса “Изге эштәр ваҡыты” грант проектын бойомға ашырырға тотондо. Проект республика конкурсында еңеп сыҡты һәм төбәк башлығы Радий Хәбировтың грантын  алды. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең ирекмәндәр яугирҙарға 200 маскировка селтәрҙәре үреп оҙатты, - тип һөйләне
“Ышаныс” үҙәге директоры Ирина Назарова.
- Гранттарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ һәм уларҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итәбеҙ. Хәрбиҙәрҙе иғтибарҙан ситтә ҡалдырмағандары өсөн пенсионерҙарға һәм  ветерандарға рәхмәт, - ти ҡала ветерандар советы рәйесе
Гүзәл Хөснуллина.
“Көмөш” ирекмәндәр араһында төрлө йәштәге кешеләр бар, хатта ҡыҙыҡһыныуҙары ла башҡа. Тик уларҙың барыһын да әүҙем тормош позицияһы, йәмғиәткә файҙа килтереү теләге берләштерә.
Ольга Бледнова үҙәк булдырылғандан алып унда йөрөй.
- Хаҡлы ялдабыҙ, буш ваҡыт етерлек. Бассейнға барабыҙ, скандинавса йөрөүҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Тормош ҡайнай. Махсус хәрби операция башланғас та был хәлгә битараф ҡалманыҡ. Яугирҙарға ярҙам кәрәк бит, -
тип һөйләне ул.
Елена Кусакина 2022 йылдың мартынан ирекмән.
- Ҡыҙҙар мине бик йылы ҡаршы алды. Бында ҡайһы берәүҙәр моңһоу ғына килә лә, һуңынан асылып китә. Аралашыу һәм иғтибар бына ниндәй һөҙөмтә бирә. Коллективыбыҙ татыу, позитив. Күп сәйәхәт итәбеҙ,
йырлайбыҙ, бейейбеҙ, бөтә нимәлә ҡатнашабыҙ. Бер-беребеҙгә эш менән дә, һүҙ менән дә ярҙам итәбеҙ, - тине ул һәм башҡа ирекмәндәр менән яугирҙарға нисек ярҙам
итеүҙәре тураһында һөйләне:
- Егеттәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре, ҡоро душ, тактик беләҙектәр әҙерләнек. Шулай уҡ һаҡлау көсөнә эйә ҡурсаҡтар яһап  һаттыҡ, йыйылған аҡсаға маскировка селтәрҙәре өсөн туҡыма алдыҡ. Шулай
уҡ яугирҙарға хат яҙабыҙ, ҡыҙҙар уны Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытындағы кеүек өсмөйөшләп яһарға өйрәнде. Һалдаттар бәйләнешкә сығып рәхмәттәрен белдерә. Ирекмәндәр һаны көндән-көн арта. Үҙәккә ҡатындар
ғына түгел, ир-егеттәр ҙә
килә. Улар иҫәбендә Сергей Комаров та бар. Ул махсус хәрби операцияға үҙ ирке менән юлланырға теләгән, әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында алмағандар. Шунда ул егеттәргә нисек тә булһа булышасаҡмын, тигән ҡарарға килә. Ошо ваҡыт эсендә ул бер нисә финанс ярҙамы күрһәтә,блиндаж шәмдәре әҙерләй, ә күптән түгел мейес яһаған.
- Миңә 64 йәш. Яуға яраҡлы түгелмен. Яугирҙарға тәүҙә аҡсалата ярҙам күрһәттем, ә һуңынан “көмөш” ирекмәндәр етәксеһе Ильвира Анпилогова менән таныштым һәм гуманитар йөктө уның аша әҙерләй башланым. Егеттәргә нимә кәрәклеген хәҙер аныҡ беләм, - ти Сергей Комаров.
Изгелек ҡылыу яҡшы, әлбиттә. Тик ҡайһы саҡта кеше бынан арып та китә. Ошо хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн “көмөш” ирекмәндәр менән “Ышаныс” үҙәге педагог-психологы Ксения Пресникова эшләй.
- Яугирҙарға ярҙам иткән ирекмәндәрҙең үҙҙәре лә ярҙамға мохтаж, сөнки уларҙың күңел кисерештәре тәрән, эштәре күп көс һәм ваҡыт талап итә. “Изге эштәр ваҡыты” проекты сиктәрендә психологик ярҙам күрһәтәбеҙ, тренингтар уҙғарабыҙ, - тине ул.
Алена БИЗИКИНА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: