газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Ноябрь 2023, 09:24

“Яуҙа үҙең өсөн түгел, күберәге иптәштәрең өсөн ҡурҡаһың”, - ти Салауат ҡалаһынан “Фәрештә” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләгәндә.

Мобилизацияға тиклем 42 йәшлек ир-уҙаманы төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнгән була. Ҡатыны менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

“Яуҙа үҙең өсөн түгел, күберәге иптәштәрең өсөн ҡурҡаһың”, - ти Салауат ҡалаһынан “Фәрештә” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләгәндә.
“Яуҙа үҙең өсөн түгел, күберәге иптәштәрең өсөн ҡурҡаһың”, - ти Салауат ҡалаһынан “Фәрештә” позывнойлы яугир махсус хәрби операциялағы хеҙмәте тураһында һөйләгәндә.

Мобилизацияға тиклем 42 йәшлек ир-уҙаманы төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнгән була. Ҡатыны менән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

- Мобилизация иғлан ителгәндә эштә инем. Урыным алғы һыҙыҡта булырға тейеш  тип шул мәлдә үк ҡарар итеп ҡуйҙым. Ә икенсе көнгә хәрби комиссариатҡа саҡырттылар. Ҡатыным күҙ йәштәренә быуылды, ә мин: “Тыуған илгә хеҙмәт итергә кәрәк, мин патриотмын“, тинем. Өҫтәүенә, хәрби тәжрибәм дә бар: армиялағы хеҙмәттән  һуң контракт төҙөп, икенсе Чечня кампанияһында ҡатнаштым, разведкала булдым, взвод командирына тиклем үрләттеләр. Хәрби хәрәкәттәрҙә йәмғеһе 281 көн хеҙмәт иттем, - тип хәтерләй ул.- Былтыр 28 сентябрҙә хәрби әҙерлек үтеү өсөн Пензаға ебәрҙеләр. 2 ноябрҙә беҙҙе тревога буйынса күтәрҙеләр һәм тәғәйенләнеш урынына алып киттеләр. Төнгө сәғәт икелә оборонаны биләнек. Таңғы алтыға сапер көрәктәре менән окоптар ҡаҙырға тейеш инек, фонарҙәр менән файҙаланыу тыйыла - өлгөрҙөк,иртән атыш башланды. Дошмандың оборона һыҙығы беҙҙән 500 метрҙай алыҫлыҡта ғына урынлашҡан. Улар беҙҙең позицияларҙы емерә башланы, әммә беҙ бирешмәнек, - ти яугир.
Рух күтәренкелеге, яҡшы хәрби дуҫ була белгәне өсөн яуҙаштары уны “Фәрештә” тип йөрөтә. Уның һүҙҙәре буйынса, алғы һыҙыҡта Башҡортостандан егеттәр күп.
- Позицияларҙа, танктарҙа - Башҡортостан флагы, хәрбиҙәр башҡорттарҙың үлемһеҙ яугир булыуын яҡшы белә, - ти ул. 
Быны уның хеҙмәте лә раҫлай - “Фәрештә” “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
- Быйыл йәйен беҙҙең төркөм таңғы биштә сираттағы бурысты үтәргә юлланды. Дошман яҡындағы урман һыҙатына ингән тигән мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк  ине. Ике яҡ та үҙ позицияларына миналар ҡуйып сыҡты, ҡайһы бер урындарҙан ғына үтергә мөмкин. Сержант, пулеметсы, медбрат, автоматсы һәм мин урман һыҙатына барып етеп, шым ғына ултырҙыҡ. Һуғыш припастарын аҙаҡҡаса һаҡлап тоттоҡ. Әммә беҙҙе бандеровсылар
коптеры шәйләп ҡалды һәм америка миналары яуҙыра башланы. Улар гөрһөлдәп ергә төшә, пультҡа баҫып ҡына шартлаталар. Хәлде командирға еткерҙем. Шул мәлдә ҡаты атыш башланды, беҙҙе утыҙлап кеше уратты.
Әммә беҙ дошмандарҙың күбеһен ҡыйрата һәм яу яланынан юғалтыуҙарһыҙ сыға алдыҡ. Бының өсөн беҙҙе “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнеләр. Награданы рота командиры ялан шарттарында тапшырҙы,
- тип һөйләй “Фәрештә”.
Яугирҙар ер аҫтында йыһазландырылған блиндаждарҙа йәшәй. 

- Үҙебеҙ уңайлыҡтар булдырҙыҡ. Беҙ унда етәү: берәү Пензанан, икәү Ульяновскиҙан, ҡалғандары Башҡортостандан, - ти ул. - Танктарға ҡаршы торорға ла тура килә. Бөтә нәмәгә, шул иҫәптән хәрби шарттарға ла
күнегәһең. Сираттағы штурм ваҡытында контузия алдым. Бер ай ялан госпиталендә булдым, һуңынан - ҡабат алғы һыҙыҡҡа. Разведкаға йөрөйбөҙ, дошмандың тупланған урындарын асыҡлайбыҙ, мәғлүмәт бирәбеҙ, күҙәтәбеҙ. Ғөмүмән, алғы һыҙыҡта үҙең өсөн түгел, күберәге иптәштәрең өсөн ҡурҡаһың.
“Фәрештә” ялы ваҡытында махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙарға гуманитар ярҙам да ойоштора.
- Салауаттар ярҙам итә, 1-се гимназия уҡыусылары, ата-әсәләр һәм педагогтар, йәмәғәт ойошмалары әүҙем ҡушылды. УАЗ-ға аҡса йыябыҙ, ул бик кәрәк, - тине ул.
Зәбир ИСЛАМОВ.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: