газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
27 Ноябрь 2023, 09:16

Тырышлыҡ бушҡа китмәгән

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Салауат балалар музыка мәктәбе быйыл яңы пианино һәм баян алыуы тураһында гәзиттең уҙған һанында хәбәр иткәйнек. Ошо учреждениеға барып, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүсе педагогтарҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең фекерҙәрен белешергә булдыҡ. Улар киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты.

Тырышлыҡ бушҡа китмәгән
Тырышлыҡ бушҡа китмәгән

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә Салауат балалар музыка мәктәбе быйыл яңы пианино һәм баян алыуы тураһында гәзиттең уҙған һанында хәбәр иткәйнек. Ошо учреждениеға барып, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтеүсе педагогтарҙың һәм тәрбиәләнеүселәрҙең фекерҙәрен белешергә булдыҡ. Улар киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты.

Салауат балалар музыка мәктәбе был программала 2019 йылдан алып ҡатанаша. 2022 йылғыһынан башҡа, бөтә проекттар ҙа хуплау тапҡан. 
- Беҙ яҡын-тирә йорттарҙа йәшәүселәр, ата-әсәләр һәм “Фортуна” территориаль йәмәғәт үҙидаралығы менән берлектә йыл да ошо программаға әүҙем ҡушылабыҙ. Тырышлыҡ бушҡа китмәне - шул арҡала бинаның фасадын капиталь ремонтланыҡ, иҫке тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе алыштырҙыҡ, интерактив йыһаздар һатып алдыҡ. Ә быйыл пианинолы һәм баянлы булдыҡ, - ти бүлешә мәктәп директоры Дилә Хафизова. 
Фортепиано бүлеге мөдире Елена Асташенкова әлеге пианиноның бик сифатлы булыуын билдәләне.
- Мәктәпкә быға тиклем дә музыка ҡоралдары ҡайтарылды, әммә тап был пианино башҡаларҙан бәрхәт тауышы, яҡшы яңғырашы менән  айырылып тора. Вандалға ҡаршы япмаһы ла бар, был уның яҡшы торошта һаҡланыуына ярҙам итер, - ти ул.
Яна Никитина музыка мәктәбендә икенсе йыл шөғөлләнә.
- Дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөйөм. Миңә бында оҡшай. Яңы пианинола уйнауы рәхәт. Тауышы асыҡ сыға, һәйбәт көйләнгән, - тип ҡоралға баһа бирә Яна.
Баян класы уҡытыусыһы, халыҡ ҡоралдары бүлеге мөдире Наталья Трюханова бүлектең сифатлы баян менән тулыланыуына шатланып бөтә алмай.
- Конкурстарға йөрөгәндә башҡаларҙың яңы заманса баянда уйнауына ҡыҙығып ҡарай инек. Хәҙер үҙебеҙҙеке лә бар. “Юпитер” баяны сифатлы, тауышы таҙа, асыҡ, - тип билдәләне уҡытыусы.
Артур Усманов мәктәптә дүртенсе йыл белем ала.
- Баян яңы мөмкинлектәр асты. Сифаты яҡшы, яңғырашы һәйбәт. Уның репертуарҙы киңәйтергә ярҙам иткән өҫтәмәмеханизмдары бар. Яңы баянға өс аҙна тирәһе күнектем. Хәҙер уны тулыһынса үҙләштерҙем
һәм ҡыйыу уйнайым, - ти Артур. Салауат балалар музыка мәктәбе бының менән генә сикләнеп ҡалырға уйламай һәм 2024 йылға ла программала ҡатнашырға иҫәп тота.
- Йыйылыштарҙа бер нисә вариант тәҡдим ителһә лә, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеге һәм уңайлылығы өсөн беренсе ҡаттағы иҙәнгә капиталь ремонт уҙғарырға ҡарар иттек. Бина иҫке, 1952 йылда төҙөлгән.
Проект һәм смета әҙерләнгән, флешмобтар, конкурстар үтте. Был проект киләһе йылға хуплау табыр, тип ышанабыҙ, - тип киләсәккә пландары менән уртаҡлашты Дилә Хафизова.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: