газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Октябрь 2023, 09:24

Яңы филиал эш башланы

Ҡаланың һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр ветерандары советы бинаһында Сергей Пономарев етәкләгән (уның менән әңгәмә гәзиттең алдағы һандарының береһендә баҫылғайны) “Махсус хәрби операция ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһының филиалы асылды.

Яңы филиал эш башланы
Яңы филиал эш башланы

Ҡаланың һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр ветерандары советы бинаһында Сергей Пономарев етәкләгән (уның менән әңгәмә гәзиттең алдағы һандарының береһендә баҫылғайны) “Махсус хәрби операция ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһының филиалы асылды.

- Мин үҙем хәрби хәрәкәттәр ветераны. Ишембайҙа үҙәк офисты астыҡ. Хәҙер Салауатта уның филиалы үҙ эшен башлай. Беҙҙең бурыс - хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү. Ҡала хакимиәтенең, хәрби комиссариаттың былай ҙа эше күп, уларҙы мәшәҡәттән бер аҙ арындырырға тырышасаҡбыҙ. Посылкалар  конкрет кешегә барып етһен өсөн адреслы гуманитар ярҙам ойошторабыҙ. Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү ҙә эш йүнәлештәренең береһе булып тора, - тип һөйләне Сергей Пономарев ойошманың бурыстары тураһында. - Беҙгә ҡала Советы депутаты Сергей Данилов, “Рәсәй Геройы Владимир Трубанов исемендәге хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы, дини ойошмалар, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте ярҙам итә.

- Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре менән тығыҙ эшләйбеҙ. Уларҙың береһе лә иғтибарҙан ситтә ҡалмаһын өсөн бөтә көстө һалабыҙ, квартал һайын хәрби хәрәкәттәр урынына
гуманитар ярҙам оҙатырға тырышабыҙ. Беҙҙә улдары яуҙа һәләк булған ата-әсәләр, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары, балалары тураһында мәғлүмәт бар. Филиалдың асылыуы күберәк эштәр эшләргә мөмкинлек бирә. Ҡалала “Тыныслыҡ” һәм “Ышаныс” психологик үҙәктәре, беҙҙең һорау буйынса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм ҡатындары менән эшләгән “Ғаилә” үҙәгенең филиалы булыуға ҡарамаҫтан, рухи-әхлаҡи ярҙам бик кәрәк, - тине үҙ сығышында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова.
Салауат епархияһының һәм “Әннәби” йәмиғ мәсетенең дин әһелдәре Олег Каблуков менән Илшат хәҙрәт Заһиҙуллин дини ойошмаларҙың яугирҙәргәнисек булышлыҡ итеүе хаҡында һөйләне.
Ҡаланың бөтә ойошмалары һәм предприятиелары тиерлек махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаиләһен иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Әле ҡалала уларға ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр төркөмө туплана.
Филиалды тантаналы асыуҙа Сергей Данилов республика башлығы исеменән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Филин” позывнойлы яугиргә батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. Ул махсус операцияла йылдан ашыу булған:
- Миңә 48 йәш, ВНЗМ-да эшләнем. Хәрби операция башланыуын ишетеү менән хәрби комиссариатҡа килдем. Беҙ унда барыбыҙ ҙа бер ғаилә кеүек. Мин, звание буйынса кесе сержант булһам да, взвод командиры итеп ҡуйҙылар, рота командиры урынбаҫарына тиклем үрләнем. Хәрби операцияға үҙ иркем менән юлландым. Иң мөһиме, ҡурҡмаҫҡа. Һүҙ юҡ, ҡурҡыу  тойғоһо барыһында ла бар, әммә уны еңергә кәрәк. Аҡса һәм наградалар иң мөһиме түгел, - тине “Филин”.
Зәбир ИСЛАМОВ.
Автор фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: