газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
18 Октябрь 2023, 17:36

Исемдәре ташҡа баҫылған

20-се мәктәптә махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Александр Долганов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Мәктәп алдында “Герой партаһы” ла урынлаштырылағайны.

Исемдәре ташҡа баҫылған
Исемдәре ташҡа баҫылған

20-се мәктәптә махсус хәрби операция зонаһында һәләк булған Александр Долганов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды. Мәктәп алдында “Герой партаһы” ла урынлаштырылағайны.
Сарала ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева, ҡала Советы депутаты Сергей Данилов, ҡаланың һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина, 20-се мәктәп директоры Сергей Устенко ҡатнашты. Яугирҙең ту
ғандары, яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре лә килгәйне.
- Февралдә беҙ Тыуған илебеҙҙең ысын һаҡсыһы Александр Долганов менән хушлаштыҡ. Бөгөн уның иҫтәлеген мәңгеләштерергә йыйылдыҡ. Яугирҙең батырлығы йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Мемориаль таҡтаташты әҙерләүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, - тине сығыш яһап Артур Рундау.
Сергей Устенко Александр Долгановтың һуңғы һулышына тиклем хәрби антына тоғро ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Йөрәк ҡушыуы буйынса Ватаныбыҙҙы һаҡларға баҫҡан сығарылыш уҡыусыбыҙ йәш быуын өсөн өлгө. Ул - беҙҙең герой. Был мемориаль таҡтаташ Александрҙың батырлығы тураһында һәр ваҡыт иҫкә төшөрөп торасаҡ, - тине ул һәм һәләк булған һалдаттарға арнап яҙылған шиғыр ҙа уҡып ишеттерҙе.
Башҡаларҙың сығыштарында ла яугирҙең ысын батырлыҡ, патриотизм һәм ҡыйыулыҡ өлгөһө булыуы билдәләнде.
Яугирҙең хеҙмәттәше Илдар Рәхмәтуллин уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды.
- Александр менән бергә эшләнек, дуҫтар булдыҡ. Ул шул тиклем изге күңелле, һәр ваҡыт таянырлыҡ ышаныслы дуҫ, тоғро иптәш ине. Эшендә хеҙмәт бурыстарын яуаплылыҡ менән башҡарҙы. Коллективта абруй һәм ихтирам менән файҙаланды. Александрҙың арабыҙҙан китеүе - барыбыҙ өсөн дә оло юғалтыу. Уның тураһындағы иҫтәлек йөрәктәрҙә мәңге йәшәр, - тине ул.
Мемориаль таҡтаны асыу хоҡуғы Артур Рундау менән Сергей Даниловҡа бирелде. Митингта ҡатнашыусылар яугирҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориаль таҡтаташ янына сәскәләр һалды.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: