газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Сентябрь 2023, 13:20

Махсус хәрби операция - «Бабай» позывнойлы салауат ир уҙаманы күҙлегенән

«Бабай» позывнойлы яҡташыбыҙ осрашыуға ҡулды нығытып беркетеү ҡоролмаһы һәм ҡатыны оҙатыуында килде. Уны уҙған йылдың октябрендә мобилизациялайҙар, апрелдә дүрт сәғәт буйына барған атыш барышында ауыр йәрәхәт ала. Ул хәрби юл, алдынғы һыҙыҡтағы ҡатмарлы көндәр һәм тоғро дуҫтары хаҡында һөйләргә риза булды.

Махсус хәрби операция - «Бабай» позывнойлы салауат ир уҙаманы күҙлегенән
Махсус хәрби операция - «Бабай» позывнойлы салауат ир уҙаманы күҙлегенән

- Мин Салауат мәктәп-интернатын тамамланым, хәрби хеҙмәткә саҡырылыу ваҡыты еткәс армияға киттем. Ростов өлкәһендәге Новочеркасска эләктем. Эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт иттем. Бер йылдан һуң ике йылға контракт төҙөнөм. Беҙҙең ғәскәрҙәр ул ваҡытта Таулы Ҡарабах, Төньяҡ Осетия, икенсе Чечен һуғышы хәрби конфликттарында ҡатнашты. Мин 46-сы бригада составында өлкән механик, БТР водителе булдым. Демобилизациянан һуң Салауатҡа ҡайттым, тракторист, йөк машинаһы водителе булдым. Мине 2022 йылдың 25 октябрендә мобилизацияланылар. Хәрби әҙерлек үтеү өсөн Ҡазанға ебәрҙеләр. Окоп ҡаҙырға өйрәттеләр, ике аҙна тирәһе АК-74 автоматынан, пулеметтан атырға өйрәттеләр. Төҙәүсе-пулеметсы сифатында 2 ғинуарҙа мин Донецк халыҡ республикаһына эләктем.
Донецк янында бер полк урынлашты. Ауылға индерҙеләр, тәүҙә элекке ауыл советында торҙоҡ, һуңынан икенсе тораҡ пунктына күсендек, Авдеевканан йыраҡ булмаған, мейес менән йылытылыусы мәктәп бинаһына индерҙеләр.
Өс оборона линияһы бар. Өсөнсөһө яҡынса алдынғы һыҙаттан километр тирәһендә урынлашҡан. Икенсеһе - өс йөҙ метр тирәһендә. Беҙҙе алғыһына, окоптарға ебәрҙеләр. Кәрәк-яраҡтарҙан - бронежилет, каска, автомат, пулемет, запас патрон ҡыҫаһы.
Урын асыҡ, шуға һалҡын булды, төндә ҡар яуа, иртәнгә ирей. Хәрби заданиеларға ун көндән алып күберәк ваҡытҡа ла сыҡтыҡ. Ер өйөндә, блиндаждарҙа йәшәнек. Шәхси хәрби компания егеттәре, улар араһында Чечня хәрәкәтендә ҡатнашыусылар ҙа бар, килеп ҡайһы бер хәрби нескәлектәрҙе аңлаттылар. Уларҙың кәңәштәренең кәрәге тейҙе һәм күптәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡарҙы.
Атыштар тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Иң ҡурҡынысы - төн, томан, тынлыҡ. Артиллерия ҡоралдарынан, автоматтарҙан, ҡул гранаталарынан, квадрокоптерҙарҙан аталар. Беҙ яуап бирәбеҙ. Әгәр яуап бирмәһәң, позицияла бер кем дә юҡ тип уйлайҙар. Йылы аш көнөнә бер тапҡыр, әйткәндәй, беҙҙең ашнаҡсы Салауат егете һәм ул бик тәмле бешерҙе. Ҡалған ваҡытта тушенка, ҡарабойҙай, арпа ярмаһы, тефтели, уларҙың барыһы ла консерваларҙа, сәй, сухари. Аҙыҡты блиндажда ҡоро спиртта йылытаһың, шулай уҡ портатив газ плиталары ла бар.
Яу яланынан сыҡҡандан һуң өс тәүлеккә ялға ебәрәләр. Элекке мәктәптә душ инәһең, ҡырынаһың, генератор бар, рацияларҙы, телефондарҙы зарядлайһың. Телефон менән ял ваҡытында ғына ҡулланырға ярай, туғандарыңа шылтыратаһың, иҫән-һаумын тип хәбәр итәһең.
Гуманитар ярҙам һәр ваҡыт килеп торҙо. Ҡаҙандар, кейем-һалым, һауыттарҙа һыу ебәрәләр. Һыу унда бик ҡәҙерле, урындағы һыу эсеү өсөн яраҡһыҙ. Бушлат, мамыҡтан һырылған курткалар тәүге ямғырҙан һуң уҡ һыулана, оҙаҡ кибә. Һуңынан бөтә нимәне Донецкта һатып алырға тура килде.
Мартта ике аҙналыҡ отпускыға ҡайтып киттем, кире 1 апрелдә әйләнеп барҙым, ә туғыҙында мин яраландым. Иртәнге сәғәт етелә артиллерия ата башланы, ул дүрт сәғәт дауам итте. Тәүҙә блиндаждың уң яҡ өлөшөнә эләктеләр, унда бөтә нәмә емерелде. Был турала рация буйынса хәбәр итергә теләгәйнем, өлгөрмәнем, блиндаждың беҙҙең яҡтағы өлөшөнә лә эләкте, ә минең ҡулым ныҡ яраланды. Беҙҙең блиндажда үлеүселәр булманы, ә бына күршеләгеһендә туғыҙ кешенең дүртәүһе һәләк булды.
Беҙҙең төркөмдәге егет мине өс сәғәт буйына алып сыҡты. Миңә тәүге ярҙам күрһәттеләр: укол яһанылар, жгут һалдылар, һуңынан УАЗ-да Донецкка алып киттеләр. Бик күп ҡан аҡты, бушлатты хатта ташларға тура килде. Гемоглобин 65-кә төштө (норма - 120). Госпиталдә яраны таҙарттылар, бәйләнеләр, ҡулды нығытып беркетеп ҡуйҙылар. Икенсе көнөнә махсус борт менән Ростовҡа оҙаттылар. Унда ҡан ебәрҙеләр, системалар ҡуйҙылар. Дүрт көндән һуң транспорт самолетында Бурденко исемендәге Мәскәү гсопиталенә ебәрҙеләр. Операция эшләнеләр, ҡулды тулыһынса йыйҙылар, тиреһен күсереп ултырттылар. Ҡулдың һөйөге сыҡҡан, спейсер - цемент составы һөйәктекенә оҡшаш булған ваҡытлыса протез ҡуйҙылар. Һуңынан ай ярым һуғыш ветерандары госпиталендә яттым. Хәҙер ике ай отпусктамын, артабан яңынан Мәскәүгә, унда пластина ҡуясаҡтар.
Позывнойҙар ҡайҙан алына? Кемдер фамилияһы, милләте буйынса, ҡайһы берәүҙәр бала саҡтағы ҡушаматын, фильмдарҙан исемдәрҙе ала. Һуңынан исемлектән ҡарайҙар, әгәр ундай позывной булһа, алмаштырырға тәҡдим итәләр.
Яу яланында еңел түгел, яу яланында - ҡурҡыныс. Минең ике ҡартатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Документаль фильмда ул быуындың штыклы ҡорал менән дошманға ҡаршы барыуын күреп, ниндәй батырлыҡ тип уйлайһың. Хәҙер бүтәнсә, технологиялар һуғышы. Үлем килтереүсе дрондар ғына ни тора. Аҡса өсөн генә барырға теләүселәргә йөрөмәгеҙ, тип әйтер инем. Доброволец булып икенсе сәбәптән барырға кәрәк - тыныслыҡ, ғәҙеллек өсөн, беҙҙең маҡсат - нацистарҙы бөтөрөү. Мин унда, алдынғы һыҙатта һәр төрлө хәлдә лә үҙ ғүмерҙәрен йәлләмәй һине ҡотҡарырға әҙер булған ысын дуҫтар таптым.
Салауатта «Бабай» позывнойлы ир уҙаманына «Һуғыштағы ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы тапшырылды.
Беҙ яҡташыбыҙға батырлығы өсөн рәхмәт белдереп, тулыһынса һауығыуын теләйбеҙ.

Зәбир Исламов.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: