газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
8 Сентябрь 2023, 13:30

Яугир иҫтәлегенә - мемориаль таҡтаташ

Салауат индустриаль колледжында махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Әбүбәкер Нозимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Яугир иҫтәлегенә - мемориаль таҡтаташ
Яугир иҫтәлегенә - мемориаль таҡтаташ

Әбүбәкер Нозимов 1998 йылдың 15 ғинуарында тыуа. Таджикстанда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 2015-2018 йылдарҙа Салауат индустриаль колледжында белем ала. 2018 йылдың октябрендә хәрби хеҙмәткә алына. Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Һуңынан ул хәрби хеҙмәткә контракт төҙөй. «Һуғыштағы ҡаһарманлыҡ», «Махсус тәғәйенләнештәге ғәскәрҙә хеҙмәте өсөн», «Еңеү парадында ҡатнашыуы өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. Ул махсус хәрби операцияла уның тәүге көндәренән ҡатнаша, отделение командиры бурыстарын намыҫ менән үтәй, үҙен грамоталы, яуаплы командир итеп таныта. Әбүбәкер Нозимов 2022 йылдың 12 апрелендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Алтай крайының Барнаул ҡалаһында ерләнгән.
Рәсәй Федерацияһы Президенты указы менән Әбүбәкер Нозимов махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
- Салауат индустриаль колледжында бик һәйбәт егет, ысын герой һәм патриот Әбүбәкер Нозимов уҡыған. Таныштарының һүҙҙәре буйынса, ул һәр ваҡыт армияла хеҙмәт итергә теләгән, хәрби хеҙмәтте ихтирам иткән һәм ул, ысынлап та, ҡыйыулыҡ, ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм патриотизм өлгөһө булып тора. Колледжа уның тураһындағы иҫтәлек мәңге һаҡланыр, тип ышанам һәм уның исемен мәңгеләштереүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм, - тине ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау һәм сарала ҡатнашыусылар яугирҙе бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
- Колледж коллективы өсөн уның сығарылыш студенты, Тыуған илен һәм беҙҙең барыбыҙҙа ла яҡлап һәләк булған Әбүбәкер Нозимов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылыуы яуаплы һәм әһәмиәтле көн. Ул беҙҙең колледжда белем алды, бик изгелекле, ихтирамлы булды, тик яҡшы билдәләргә уҡыны. Уның батырлығы - беҙҙең өсөн өлгө, беҙ уны һәм башҡа хәрбиҙәрҙе иҫтә тоторға бурыслы, - тине Салауат индустриал колледжы директоры Александр Михайлов.
Ҡала ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина ҡала хакимиәтенә, колледж етәкселегенә геройҙың исемен мәңгеләштәреүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Сығыштарҙан һуң митингта ҡатнашыусылар мемориаль таҡтаташ янына сәскәләр һалды.
- Минең улым берҙән-берем ине. Тағы ла унан дүрт йәшкә бәләкәйерәк ҡыҙым бар. Әбүбәкер улым беренсе класҡа барғанда уҡ хәрби булырға теләүен әйткәйне, шуға ошо юлды һайлағандыр. Улымды юғалтыу бик ауыр, ҡайғылы, әммә мин уның менән ғорурланам. Ул үҙе тураһында түгел, беҙҙең турала уйланы, беҙҙе хәстәрләне һәм беҙҙе һаҡлап башын һалды, - ти геройҙың әсәһә Мөслимә Мадобидова.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: