газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Август 2023, 09:55

Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек

Ҡышҡа керһәң йәйҙе уйла, йәйгә сыҡһаң, ҡышты уйла, тиҙәр. Бигерәк тә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы йылытыу миҙгеленә етди әҙерлекте талап итә. 30-40 градуслы һыуыҡ мәлдә йорт йылыһыҙ ҡалһа, бик ҡурҡыныс. Шуға күрә лә идара итеүсе компаниляр һәм «БашРТС» хеҙмәткәрҙәре йылылыҡ селтәрҙәренең торошон яҡшыртыуға оло яуаплылыҡ менән ҡарай. Ҡаланы йылытыу миҙгеленә әҙерләү хаҡында Салауат РТС-ның баш инженеры Илдар Ғәзизов һөйләй.

Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек
Ҡышҡылыҡҡа әҙерлек

Һандарға килгәндә, 2023 йылда Салауатта 500 метр магистраль һәм 54-се, 94-се кварталдарҙа торба үткәргестәрҙе алыштырыу планлаштырылған. Йылытыу миҙгеле башланғанға тиклем 305 погонлы метр йылытыу селтәрҙәренең йылылыҡ изоляцияһын алыштырыу һәм насос станцияларының йылылыҡ-механика ҡоролмаларын ремонтлау ҡаралған.


Торбаларҙың һәм башҡа ҡоролмаларҙың ышаныслылығын тикшереү өсөн Салауат РТС-ы хеҙмәткәрҙәре гидравлик һынау уҙғара, уның барышында йылылыҡ селтәрҙәренең айырым участкаларын һүндерәләр һәм уларҙа баҫымды арттыралар. Етешһеҙлек асыҡланған урындарҙа ремонт эшләйҙәр.
Быйыл торба үткәргестәрҙе алыштырып, каналды рәткә килтереү буйынса масштаблы капиталь ремонт Губкин урамында, 48-се квартал районында башҡарыла. Был ҡышын йылылыҡ менән тәьмин итеүҙә проблемалар килеп тыумаһын өсөн эшләнә.

- Былтыр йылылыҡ кампанияһы уңышлы уҙҙы. Бөтә ҡулланыусылар йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин ителде, бер ниндәй ҡатмарлыҡтар тыуманы, - тип билдәләй Илдар Ғәзизов. - Ошондай өҙөмтәләргә ирешеү өсөн беҙ йыл да ремонт башҡарабыҙ.
Йылылыҡ селтәрҙәрен һынау һәм артабан уларҙы ремонтлау теүәл график буйынса атҡарыла. Был эш бик кәрәкле, тик улар ваҡытында эҫе һыуҙы һүндереүҙәре генә борсоулы. Ә быны эшләмәһәң буламы икән, тигән һорау борсой күптәрҙе.


- Беҙ салауаттар ремонт ваҡытында ла эҫе һыу менән ҡула алырлыҡ итеп эшләйбеҙ. Әлеге объектта ҡулланыусылар йылылыҡ селтәрҙәренең башҡа участкаларына тоташтырылған, йәғни түңәрәкләп тоташтырыу мөмкинлеге бар. Шуға күрә һыуҙы һүндереү талап ителмәне, - тип хәбәр итә баш инженер.
Губкинурамында эштәр ярайһы уҡ оҙаҡ дауам итә - 3 июлдә башланған һәм 13 сентәбрҙә тамамланырға тейеш. Ҙур бер кварталды ошондай оҙайлы ваҡытҡа эҫе һыуһыҙ ҡалдырыу дөрөҫ булмаҫ ине һәм мәсьәлә хәл ителә. Ә түңәрәкләп тоташтырыуҙы башҡа объекттарҙа ла ҡулланыу мөмкинме икән?
- Түңәрәкләп тоташтырыуҙың техник мөмкинлеге бөтә участкаларҙа ла юҡ. Мәҫәлән, 48-се квартал түңәрәкләп эшләнгән, шуның өсөн беҙ бында һыуҙы икенсе участканан бирә алабыҙ. Ә был мөмкин булмаған урындарҙа беҙ икенсе һыу тоташтырыу ысулдарын эҙләйбеҙ. Уларҙың береһе - байпас линиялары, йәғни эштәр осоронда ваҡытлыса торба үткәргестәр һалына, - тип аңлата Илдар Ғәзизов.


- Эҫе һыу өсөн хаҡ шәхси иҫәп приборҙары күрһәткестәре буйынса, йәки норматив буйынса иҫәпләнә. Счетчик булған осраҡта хаҡ йылы һыуҙы фактик ҡулланыу күрһәтмәләренә ҡарап билдәләнә, - тип асыҡлыҡ индерә Илдар Ғәзизов.


Губкин урамындағы участкала 3 июлдән алып бик ҙур күләмдәге эш башҡарылған.
- Каналды астыҡ, иҫке япмалар, изоляция һәм торба үткәргестәр демонтажланды һәм улар сүп-сар полигонына утилләштерелде. Артабан каналды ремонтланыҡ, яңы терәү нигеҙҙәре һалынды һәм торбалар монтажланды. Хәҙер йылылыҡ сығармаусы эштәр башҡарыла. Беҙ яңы фольга изоляцияһын ҡулланабыҙ. Был йылы биреүҙе сифатын яҡшыртасаҡ. Бынан тыш, торбаларҙы өс ҡат буяныҡ, был тутығыуҙан һайлай. 13 сентябргә эштәрҙе тамамлаясаҡбыҙ, - тип һөйләй подряд ойошмаһы мастеры Руслан Илмәтов.
Шуныһы ла мөһим, объектта эштәр тамамланғандан һуң, подряд ойошмаһы вәкилдәре территорияны тәртипкә килтерәсәк, газонды тергеҙәсәк һәм асфальт түшәйәсәк.

Алена Бизикина фотоһы.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: