газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Август 2023, 16:40

Яйға һалынған эш

Салауатта юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса күнекмәләр үтте.

Яйға һалынған эш
Яйға һалынған эш

Юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарып ҡалыу өсөн һәр секунд ҡәҙерле. Шуға күрә лә бөтә оператив ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәренең берҙәм һәм тиҙ эш итеүе мөһим. Тап бындай күнекмәләр ысынбарлыҡтағы ваҡиғаларға әҙерлекте иҫбатлай.
Легенда буйынса Муса ҡасабаһы районында водитель еңел автомобилдә идаралыҡты юғалтып, ағасҡа бәрелә. Зыян күреселәр бар, бензин багынан яғыулыҡ аға. Юл-транспорт ваҡиғаһы урынына бөтә оператив ярҙам хеҙмәттәре йүнәлтелә.
Күнекмәлә полиция, ашығыс медицина ярҙамы, 36-сы янғын һүндереү часы һәм авария-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар алдында тиҙ һәм грамоталы итеп авария-ҡотҡарыу эштәрен башҡарыу - яғыулыҡтан ут тоҡаныуына юл ҡуймау, махсус ҡорамалдар ярҙамында зыян күреүселәрҙе автомобилдән сығарыу һәм хәл-ваҡиға урынына килгән ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшырыу бурысы торҙо. Ярҙам итеүсе хеҙмәттәр уалрҙы тиҙ һәм тейешле кимәлдә атҡарып сыҡты.
Авария-ҡотҡарыу эштәренән һуң күнекмәгә йомғаҡ яһалды. Билдәләнеүенсә, күнекмәләр бөтә белгестәрҙең эше яйға һалынған, кәрәкле сараларҙың етерлек булыуын дәлилләй. Бындай күнекмәләр кварталға бер уҙғарыла.
- Бөгөн юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөүгә йәлеп ителеүсе Салауат ҡалаһының оператив хеҙмәттәре менән күнекмәләр үткәрелде. Уның төп маҡсаты - оператив хеҙмәттәрҙең әҙерлеген, ҡорамалдар менән тәьмин ителешен, берҙәм эш итә алыуын билдәләү. Күнекмәнең маҡсатына тулыһынса ирештек, тип иҫәпләйем. Шартлы рәүештә зыян күреүсе ҡотҡарылды һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды. Күнекмәгә йәлеп ителгән хеҙмәттәр юл-транспорт ваҡиғаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса бергәләп етеҙ эшләй алыуҙарын күрһәтте, - ти Салауат ҡалаһының авария-ҡотҡарыу отряды начальнигы Сергей Огарков.
Белгестәр билдәләүенсә, бындай юл-транспорт ваҡиғалары оло юлда ла, ҡала эсендә лә булып тора. Уларҙың барыһында ла бөтә хеҙмәттәрҙең дә ярҙамы талап ителмәй, әлбиттә, шулай ҙа ауыр осраҡтар ҙа булғылай. Тап ошондай ысынбарлыҡҡа оҡшаш итеп уҙғарылған күнекмәләр авария эҙемтәһендә кешеләрҙе ҡотҡарыу буйынса аныҡ эште ҡабатларға ярҙам итә.
Ә беҙ инде бындай осраҡтар һирәк булһын өсөн, водителдәрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: