газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Август 2023, 10:00

Лайыҡлы ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Салауатта йәшәүсе Рәшиҙә Йомағолова лайыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Лайыҡлы ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!
Лайыҡлы ул тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт!

Салауатта йәшәүсе Рәшиҙә Йомағолова лайыҡлы ул тәрбиәләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Уның улы былтыр сентябрҙә Ҡораллы Көстәр сафтарына өлөшләтә мобилизация сиктәрендә алынған. Әле ул махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын намыҫ менән үтәй.
- Улығыҙҙы ысын патриот итеп тәрбиәләп үҫтергәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә. Тыуған ил саҡырыу менән, шунда уҡ уны һаҡларға юллана. Ул - ысын герой, уның менән ғорурланабыҙ, - тине ҡала хакимиәте башлығы
вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау, награданы тапшырып.
- Улым менән ғорурланам. Ул бик яуаплы һәм ышаныслы кеше. Бөтә әсәләргә һәм ҡатындарға ла яҡын кешеләренең яу яланынан иҫән- һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, - тине Рәшиҙә Мансур ҡыҙы.
Фото ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: