газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Июль 2023, 10:00

Тәрәнәйә генә бара яралар

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 78 йылдан ашыу. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 1,8 миллиондан 2,4 миллионға тиклем һалдат хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Эҙләнеү отрядтарының әүҙем эше арҡаһында был һандар йылдан-йыл кәмей бара, ғаиләләр үҙҙәренең геройҙары тураһында йышыраҡ мәғлүмәт ала. Салауат ҡалаһында йәшәүсе 86 йәшлек Маһизар Әйүпова ла атаһының ҡайҙа ерләнеүен белергә теләй.

Тәрәнәйә генә бара яралар
Тәрәнәйә генә бара яралар

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 78 йылдан ашыу. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 1,8 миллиондан 2,4 миллионға тиклем һалдат хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә. Эҙләнеү отрядтарының әүҙем эше арҡаһында был һандар йылдан-йыл кәмей бара, ғаиләләр үҙҙәренең геройҙары тураһында йышыраҡ мәғлүмәт ала. Салауат ҡалаһында йәшәүсе 86 йәшлек Маһизар Әйүпова ла атаһының ҡайҙа ерләнеүен белергә теләй.

Һуғыш башланғанда бәләкәй Маһизарға биш йәштәр тирәһе була, әммә ул әле булһа атаһының фронтҡа алыныуын һөйләгәндә күҙ йәштәрен тыя алмай.
- Мин 1937 йылда Бөрйән районының 15 йорто ғына булған Яңы Монасип ауылында тыуғанмын. Ғаиләлә биш бала инек: дүрт ағайым - Фәхретдин, Мөхәмәт, Иҙелбай, Кәрим һәм мин. 1897 йылғы атайым Әйүпов Нәжметдин Исхаҡ улын һуғышҡа 1941 йылда алдылар.
Донъя мәшәҡәттәре әсәйҙәре Нәзилә Шәмсетдин ҡыҙының һәм ағайҙарының иңдәренә төшә.
- Тормошобоҙ, күптәрҙеке кеүек, ауырлашты, ашарға бер нәмә лә юҡ. Һуғышҡа тиклем атайым бригадир булған  ахырыһы, бик теүәл иҫләмәйем, ә әсәйем иген һаҡланған келәттә эшләне. Һуғыш башланғандан һәм атайымды һуғышҡа алғандан һуң аҙыҡ бөттө. Бер һыйырыбыҙ булды. Ике өлкән ағайым бесән сапты, әммә ул да етмәй торғайны. Үҙебеҙ һөт тә, май ҙа, ҡаймаҡ та күрмәнек, өҫтәүенә, һуғыш ваҡытында аҙыҡ-түлектең бер өлөшөн дәүләткә бирергә тейеш инек. Ике йылдан һыйырыбыҙ ҙа аяҡ һуҙҙы, хатта уға ла ашарға аҙыҡ булманы, - тип хәтерләй инәй. - Гел асҡа интектек. Икмәк тә булманы. Әсәйем ҡайһы саҡта ике килограмм он алып ҡайтыр ине, ашҡа бер ус ҡына һалып ебәрә. Өҙөп-тартһа ла, алты кешегә барыбер етмәне, - тип күҙ йәштәре аша һөйләй Маһизар Әйүпова. - Иҫемдә, өлкән ағайым икмәк бешереү заводына эшкә урынлашты.
Бер ваҡыт 10-15 буханка икмәк һалынған ҙур тоҡ менән өйгә ҡайтып керҙе.Ул беҙгә ни бары  2-3 көнгә етте, - ти инәй.
Тыуған илде һаҡларға киткән ғаилә башлығынан һирәк булһа ла хаттар килеп тора. Ә 1943 йылдың ғинуарында уның яҡындары ҡурҡыныс хәбәр ала. 
- Хаттар күп булманы - ни бары 5-6 бөртөк кенә. Әсәйем уларҙы һандыҡта һаҡланы.1943 йылда атайымдан һуңғы хат килде, ул ваҡытта Сталинградта булған. Шунда һәләк булғандыр ҙа инде, сөнки бер-ике айҙан
уның хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнеүе тураһында хәбәр килде, - тип һыҙланып һөйләй Маһизар инәй.
Бер ни тиклем ваҡыттан һуң әсәләре лә ауырып китә. Уны һәм кесерәк балаларҙы икенсе ағаһы Мөхәмәт тәрбиәләй, йорт эштәрендә булыша.
- Әсәйем 1948 йылда үлде, мин дүртенсе класта уҡый инем. Беҙ яңғыҙыбыҙ ҡалдыҡ, - тип хәтепләй Маһизар Нәжметдин ҡыҙы.
Ә тормош тағы ла ҡатмарлаша. Шул уҡ йылдың декабрендә өлкән ағайҙары  Фәхретдин дүрт баланы балалар йортона илтергә мәжбүр була, сөнки үҙен армияға алалар.
- Ике ай тирәһе бишәү көн иттек, сөнки һуғыш ваҡытында балалар йортонда урын юҡ, ул туп-тулы ине. Һуңынан шунда  йәшәй башланыҡ. Интернатта биш йыл тирәһе булдым. Мәктәптә уҡыныҡ, ҡайһы ваҡыт шашка уйнарға йөрөнөк. Тәрбиәселәрҙең төрлөһө булды: кешелеклеһе лә, уҫалы ла. Миңә теймәнеләр. Ә бына кесе ағайым Кәримгә  йыш эләкте. Уны интернаттан күпкә алдараҡ сығарҙылар. Урындағы халыҡ йортобоҙҙо
утынға һүтеп алып бөтөү сәбәпле, барыр урыны ла булмаған, йә теге, йә был туғандарҙа йөрөгән. Мин  балалар йортон 16 йәшем тулып килгәндә ҡалдырҙым, - ти күпте кисергән инәй.
Интернаттан һуң 1953 йылда ҡыҙҙы Салауатҡа уҡырға ебәрәләр, ике йыл буйы лаборантҡа уҡый, 18 йәшендә комбинатта хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.
- 22 йәшемдә кейәүгә сыҡтым ике балаға ғүмер бирҙем. Гел эшләнем, сөнки ярҙам итер бер кемем дә юҡ. Предприятиела 40 йылға  яҡын хеҙмәт иттем. Отпуск ваҡытында өлкән ағайым янына тыуған ауылыма ҡайта
торғайным, башҡа барыр ерем булманы, - ти ул.
Маһизар инәйҙең Салауатта ике ҡыҙы, дүрт ейәнсәре, биш бүләсәһе һәм бер бүләһе йәшәй. Улар һәр ваҡыт ярҙам итеп тора, иң изге хыялдары - ҡарт олатайҙарының ерләнгән урынын табыу.
- Мөмкин булған бөтә эҙләнеү отрядтарына мөрәжәғәт иттек, әлегә һөҙөмтә юҡ. Әммә кешене һәр ваҡыт ышаныс йәшәтә, өмөтөбөҙҙө өҙмәйбеҙ, - ти ейәнсәре Лиана Лазарева.
Ә әлегә Маһизар Нәжметдин ҡыҙы яҡындарына һирәк булһа ла ауыр һуғыш йылдары тураһында һөйләй һәм туғандары өсөн үҙ хәтирәләрен яҙа. 

Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: