газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
29 Июль 2023, 10:00

Йәмле һәм уңайлы мөхит

Салауат ҡалаһы “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса ТОП-3 иҫәбенә инде.

Йәмле һәм уңайлы мөхит
Йәмле һәм уңайлы мөхит

Салауат ҡалаһы “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса ТОП-3 иҫәбенә инде.

Башҡортостанда “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабы тамам. Уның һөҙөмтәләре буйынса “Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхитте тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ  үҫеше” номинацияһында Салауат икенсе урын алды.
Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова үҙенең телеграм-каналында  хәбәр итеүенсә, конкурста ҡатнашыу өсөн 20 дәғүәсе заявка биргән. Улар
араһынан ҡала округтарында һәм ауыл биләмәләрендә 10 иң яҡшы муниципаль практика өлгөһө һайлап алына. Салауат  ҡалаһының был исемлектә булыуы шатландыра. Еңеүгә ирешеүгә Ағиҙел яры буйында төрлө тантаналар уҙғарыу өсөн ваҡиғалар майҙансығын төҙөкләндереү ҙә булышлыҡ иткән. Өс йыл эсендә Ағиҙел буйы йәш һәм оло салауаттар  өсөн ысынлап та үҙенә тартып торған урынға әйләнде. Бында ҡала халҡы
спорт менән шөғөлләнергә, ашыҡмай ғына йәйәүләп йөрөргә, төрлө әүҙем сараларҙа ҡатнашырға ярата.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, “Заманса ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә был территорияны  төҙөкләндереү 2020 йыл башында старт алды һәм бер нисә йылға иҫәпләнгәйне. Белгестәр майҙанды төҙөкләндереүгә 2022 йылда тотондо. Бының барыһы ла салауаттарҙың ниндәй территорияны  төҙөкләндерергә кәрәклеге тураһында Бөтә Рәсәй рейтинг онлайн-тауыш биреүҙә актив ҡатнашыуы арҡаһында мөмкин булды. Уның һөҙөмтәһе бик һәйбәт, хәҙер бик матур биләмә яһалып ҡуйылған.
Бында ваҡыт уҙғарыу өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған, бик матур сәскәләр, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар үҫә, юлдар асфальтланған, ҡыҙыҡлы  майансыҡтар булдырылған. Оҙаҡламай, йәғни 25 августа, Ағиҙел яры буйында масштаблы сара - ҡаланың һәм “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәтенең 75 йыллығына оло байам уҙасаҡ. 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: