газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
25 Июль 2023, 09:09

Яҡшы юл - яҡты юл

Уҙған аҙна Салауатта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов, ҡала хужалығы идаралығы белгестәре, подряд ойошмалары, ҡала Советы депутаттары һәм Йәмәғәт палатаһы ағзалары ингән комиссия “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланған юлдарҙы ҡабул итте.

Яҡшы юл - яҡты юл
Яҡшы юл - яҡты юл

Уҙған аҙна Салауатта ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Артур Рәжәпов, ҡала хужалығы идаралығы белгестәре, подряд ойошмалары, ҡала Советы депутаттары һәм Йәмәғәт палатаһы ағзалары ингән комиссия “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ремонтланған юлдарҙы ҡабул итте.

Бөтә өс объектта ла подрядсылар асфальтты фрезерлау, өҫкө ҡатламды тигеҙләү, юлға билдә һыҙыу кеүек эштәрҙе башҡарған. Артыҡ дәғүәләр булмаһа ла, ҡайһы бер һорауҙар шулай ҙа тыуҙы.
Пархоменко урамындағы юл япмаһын тәүгеләрҙән булып тикшерҙеләр. Комиссия ағзалары яңы асфальттың тигеҙ булмауын күреп, эшселәргә етешһеҙлекте бөтөрөргә ҡушты.  Бынан тыш, юлдар ремонтын тикшергән ваҡытта комиссия вәкилдәренә урындағы халыҡ та борсоған проблемалары менән мөрәжәғәт итте: ярылған йылылыҡ трассаһы, шуның арҡаһында йорттарҙа крандан оҙаҡ эҫе һыу аға, тротуарҙарҙы асфальтлау, урамдарҙа яҡтылыҡ булмауы, үлән сабыу һәм башҡалар. Ҡала хакимиәте был мәсьәләне контролгә алды.
Беренсе май урамындағы бер ҡулсанан икенсе ҡулсаға тиклемге участкалағы асфальт та яңыртылды. Бында юл  япмаһына дәғүәләр булманы: “Юл яҡшы”. - тип билдәләне комиссия ағзалары. Бынан тыш,  тикшереүселәр ошо тирәләге йәйәүлеләр өсөн тротуарҙарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһен дә ҡараны. 
Иң һуңғы адрес Беренсе май урамынан Монтажниктар бульварына тиклемге  Төҙөүселәр урамы булды. Бында юлды ғына түгел, тротуарҙарҙы ла ремонтлағандар. Әммә етешһеҙлектәр асыҡланды - торлаҡ йорттар янындағы асфальтттың тулыһынса һалынмауы, шуның арҡаһында яңы япма иҫкеһенән юғарыраҡ ята. Был урамдың йөҙөн дә боҙа, шулай уҡ кешеләрҙең йәрәхәт алыу ихтималлығы ла бар, сөнки ҡышын һәм көҙөн
ошо урында һыу йыйыласаҡ һәм боҙ ҡатламы барлыҡҡа киләсәк. 

Яҡын арала подряд ойошмалары ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә һүҙ бирҙе.
2023 йылда “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тағы биш юл ҡабул ителәсәк.

Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: