газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
24 Июль 2023, 11:26

Һыу ағып хәүеф тыуҙырмаһын өсөн

Ҡыйыҡтан һыу үтеүе йорттарҙа йәшәүселәргә күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, һуңғы ҡаттарҙа йәшәүселәр айырыуса зыян күрә, өҫтәүенә, был хәл хәүеф менән дә янай. Һыу ағып төшөп электр щитына ла эләгеүе ихтимал. Шуға ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә.

Һыу ағып хәүеф тыуҙырмаһын өсөн
Һыу ағып хәүеф тыуҙырмаһын өсөн

Ҡыйыҡтан һыу үтеүе йорттарҙа йәшәүселәргә күп уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра, һуңғы ҡаттарҙа йәшәүселәр айырыуса зыян күрә, өҫтәүенә, был хәл хәүеф менән дә янай. Һыу ағып төшөп электр щитына ла эләгеүе ихтимал. Шуға ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау мәсьәләһенә етди иғтибар бүленә.

Ҡалала күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығын ремонтлау буйынса эш тулы ҡеүәттә бара. Аҙна башында ҡала хужалығы идаралығы, идарасы компаниялар, подряд ойошмалары вәкилдәре өс объектҡа сығып ремонт барышын тикшерҙе: Ғөбәйҙуллин урамы, 3, Шишмә урамы, 16 һәм Матросов бульвары. 28. Йорттарҙа йәшәүселәр ҙә фекерҙәрен белдерҙе, теләктәрен еткерҙе. Бөтә өс объектта ла генераль подрядсы - “ТөҙөлөшТөркөм” йәмғиәте. Ғөбәйҙуллин урамында эштәр 4 июндә башланған.
- Әлеге мәлгә эштәрҙең 40 процент тирәһе башҡарылған. Килешеү буйынса, 21 ноябргә тиклем тамамларға тейеш булһаҡ та, уны алдан  тапшырырға иҫәп тотабыҙ. Бөтә нимә һауа шарттарына бәйле, - тип һөйләй “ТөҙөлөшТөркөм” йәмғиәте вәкиле Евгений Ирха.
Шишмә урамында ла ремонт эштәре әүҙем бара. Бында өҫкө ҡаттарҙа йәшәүселәр ҡыйыҡтан һыу ағыуға зарланған, ярыҡтарҙы ямау һөҙөмтә бирмәгән. Шунан һуң ҡыйыҡҡа капиталь ремонт үткәрергә кәрәк, тигән ҡарарға килгәндәр. Был дөрөҫ тә, сөнки йортҡа ремонт 20 йыл тирәһе элек башҡарылған. “БашЖилТрест” йәмғиәтенең баш инженеры Тимур Арыҫланов әйтеүенсә, 30 процент тирәһе эш үтәлгән. Бында билдәле бер
участкала иҫке япма һүтелгән, яңы иретмә һалынған. Һауа шарттары яҡшы торғанда эштә тотҡарлыҡтар булырға тейеш түгел.
Матросов бульварының ике ҡатлы 20-се йорто быйыл тулыһынса яңырыу кисерә - бында ҡыйыҡты ғына түгел, подъездарҙы ла ипкә килтереү планлаштырылған. 
- Был ремонтты күптән түҙемһеҙлек менән көттөк. Ҡыйыҡтан һыу ағып икенсе ҡаттағы кешеләр зыян күрҙе. Беҙҙең йорт былтыр уҡ программаға эләккәйне, тик илдә хәлдәр үҙгәреп китеү сәбәпле, ғәмәлдәр бойомға ашманы. 2023 йылда исемлеккә тағы инмәүебеҙ асыҡланды. Ҡала хужалығы идаралығына, шәхсән уның начальнигы Булат Садиҡовҡа сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Шул арҡала ғына хәҙер йортобоҙ икенсе төҫ аласаҡ. Ремонтты
яҡшы, ипле башҡаралар, дәғүәләр юҡ, төҙөлөш сүп-сарыла ваҡытында йыйыштырылып, сығарыла, - ти йорт буйынса яуаплы Светлана Ляшенко.
- Бында тулыһынса ағас конструкция алмаштырыла, люктар ҙа яңы буласаҡ. Эштәрҙең 40 процент тирәһе башҡарылған. Ҡыйыҡтың бер яғы әҙер тиерлек, профнастил ябып, фасад элементтарын урынлаштырырға ғына ҡала, - тип өҫтәне Евгений Ирха.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: