газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
5 Июнь 2023, 09:23

Мәктәптәр яңы төҫ алыр

Башҡортостанда «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһы әүҙем бойомға ашырыла. Шул арҡылы 2023 йылда 77 мәктәпкә капиталь ремонт эшләнә. 2024 йылда был программаға беҙҙең ҡаланың 1-се гимназияһы, 2-се кадет, 4-се һәм 7-се мәктәптәр инә.

Мәктәптәр яңы төҫ алыр
Мәктәптәр яңы төҫ алыр

Башҡортостанда «Мәғарифтың мәктәп системаларын модернизациялау» федераль программаһы әүҙем бойомға ашырыла. Шул арҡылы 2023 йылда 77 мәктәпкә капиталь ремонт эшләнә. 2024 йылда был программаға беҙҙең ҡаланың 1-се гимназияһы, 2-се кадет, 4-се һәм 7-се мәктәптәр инә.

Салауатҡа эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов килде. Ул Мәғариф һәм фән министрлығы, ҡала хакимиәте вәкилдәре менән берлектә мәктәп директорҙары менән осрашты һәм уларҙың оҙаҡ көтөлгән ремонтҡа әҙерлеген тикшерҙе. Эштәр ике йыл дауам итәсәк, шуға ул уҡытыу процесының нисек ойошторолоуы менән дә ҡыҙыҡһынды.
Бүленгән финанс күләме, шул иҫәптә федераль бюджеттан, 480 млн һумдан ашып китә. Дөйөм алғанда, капиталь ремонт барышында 14 ремонт төрө башҡарыласаҡ: нигеҙ, ҡыйыҡ, фасад ремонтланасаҡ, тәҙрәләр алмаштырыласаҡ, стеналар буяласаҡ һәм инженер коммуникациялары яңыртыласаҡ.
Тәүге объект 1-се гимназия булды. Уның директоры Лариса Давыдова 70 йыллыҡ тарихы булған белем усағының бер ваҡыттта ла капиталь ремонт күрмәүе тураһында һөйләне. 
- Мәктәптең тышҡы йөҙөн тәртиптә тотоуҙа беҙгә бағымсылар ярҙам күрһәтә, уҡыусыларҙың ата-әсәләре лә булышлыҡ итә. Тышҡы яҡтан гимназия  яҡшы ғына күренһә лә, уның тормошто тәьмин итеү системаһы ҡурҡыныс хәлдә. Әйтәйек, мәктәптең канализацияһын таҙарттырыу өсөн аҙна һайын бригада саҡыртырға мәжбүрбеҙ,- тине ул. 
Шулай уҡ гимназия төкәтмәһенең йылытыу системаһы һәм ҡыйыҡтар менән дә проблемалар бар. Һул яҡтан гимназияның фасадын йылытыу  кәрәк. Шулай уҡ физкультура залында ишектәрҙе алыштырыу, ремонт талап
ителә. Ремонт ваҡытында уҡыусылар күрше мәктәптәрҙә уҡып торасаҡ.
2-се кадет мәктәбендә бинаның артҡы яғындағы фасадын ремонтлау, тәҙрәләрҙе, ингән урындарҙы, канализацияны һәм йылытыу системаһын алыштырыу ҡаралған.
- 2-се, 3-сө һәм 4-се ҡаттарҙа иҙәндәр емерелеп бара. Был бик ҡурҡыныс. Йылытыу системаһы тутыҡҡан, бөтә кабинеттар буйлап аға. Даими коммуналь хеҙмәттәрҙе саҡыртабыҙ. Мәктәптең ремонтҡа ябылыуына ата-
әсәләр аңлап ҡарай. Балаларҙың бер өлөшө 19-сы, икенсеһе 8-се лицейҙа уҡыясаҡ. Балалар ваҡытлыса ике сменала белем аласаҡ, - тип һөйләне мәктәп директоры Ирина Панявина.
Артабан Илшат Тажетдинов 7-се мәктәпкә юл тотто. Бында тәҙрәләр алыштырыу, запас сығыу урынындағы баҫҡысты, ашхананы, янғын һүндереү системаһын ремонтлау һәм башҡа эштәр планлаштырылған. План
буйынса, уҡыусылар белем алыуҙы 2-се гимназияла дауам итәсәк.
Ошондай уҡ проблемаларҙы 4-се мәктәптә лә бөтөрөргә ниәтләйҙәр.
- Бөгөн беҙ 2024 - 2025 уҡыу йылында капиталь ремонтланасаҡ бөтә дүрт мәктәптә лә булдыҡ. Төҙөүселәр бөтә нәмәне: утты, һыуҙы, йылытыу системаһын, ҡыйыҡтарҙы, мәктәп яны биләмәһен һәм башҡаларҙы
ремонтлаясаҡ. Әлбиттә, ремонт ваҡытында уҡытыу процесы өҙөлмәһен өсөн, был мәктәп уҡыусыларының маршрут картаһын төҙөү бөгөн хәл иткән иң көнүҙәк мәсьәлә булды, - тип билдәләне ҡала мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева.
- Мәктәптәрҙә капиталь ремонт ике йылға иҫәпләнгән, был бик оҙайлы процесс. Шуға күрә әле үк сметаға индерелгән эштәрҙең бөтә төрҙәрен һәм күләмен асыҡлау мөһим. 2025 йылдың авгусында балалар үҙҙәренең
яңыртылған мәктәптәренә әйләнеп ҡайтһын өсөн, проект ҡарарын ныҡлы тикшерергә кәрәк, - тип кәңәш итте Илшат Тажетдинов.
Бынан тыш, комиссия ҡала дауаханаһында ла булды. Бында «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында ҡатнашыу арҡаһында матди-техник база йылдан-йыл яҡшыра. Дауаханаға 200 миллиондан ашыу суммаға компьютер
томографы, ЭКГ аппараттары, эндоскопик комплекс, электрохирургик генератор ҡайтарылған.
- Салауат ҡалаһы милли проектты бойомға ашырыуҙа актив ҡатнаша. Быйыл шулай уҡ наркоз биреү аппаратын һәм хирургия мониторын алыу планлаштырыла. Бының менән генә дауахана ихтыяждары сикләнмәй.
Әлеге ваҡытта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә заманса ҡорамал һатып алыу мәсьәләһе ҡарала. Улар - МРТ, УЗИ һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттары, - тип һүҙен тамамланы Илшат Тажетдинов.
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: