газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
7 Май 2023, 10:00

Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә

1 апрелдән 15 июнгә тиклем уҙғарылған хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы һәм 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығын байрам итеүгә бәйле ҡалала Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уҙғарылды. Тантана «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә үтте.

Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә
Тыуған илгә тоғро хеҙмәт итергә

1 апрелдән 15 июнгә тиклем уҙғарылған хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы һәм 1941 – 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 78 йыллығын байрам итеүгә бәйле ҡалала Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө уҙғарылды. Тантана «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгендә үтте.

Беҙҙең илгә төрлө һуғыштарҙы кисерергә һәм күп еңеүҙәргә өлгәшергә тура килгән. Иң ауыр һуғыш йылдарында ла кешеләр музыка тураһында онотмаған, ҡатмарлы шарттарҙа ла бирешмәҫкә ярҙам иткән йырҙар 
һәр ваҡыт яңғыраған. Шуға Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнөндә ҡаланың ижади коллективтары, «Һалдат йыры» фестивале ҡатнашыусылары, колледж студенттары, хәрби-патриотик клубтар педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре сәхнәгә сыҡмай булдыра алманы. Сәләмләү һүҙе менән буласаҡ ил һаҡсыларына ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рундау мөрәжәғәт итте.
- Һеҙ - буласаҡ Тыуған ил һаҡсылары. Иңегеҙгә һалынған бурыстарҙы намыҫ менән башҡарырһығыҙ, тип ышанам. Салауат егеттәре үҙ көстәрен күрһәтә аласаҡ. Бер-берегеҙгә терәк булығыҙ, көсһөҙҙәрҙе яҡлағыҙ, - тине ул үҙ сығышында
һәм индергән шәхси өлөштәре һәм күрһәткән инициативалары өсөн йәш армеецтарҙы һәм 2-се кадет мәктәбе уҡыусыларын рәхмәт хаттары менән бүләкләне. 
Ул көндө егеттәргә изге теләктәрен еткерергә махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускка ҡайтҡан яугирҙар ҙа еткерҙе. 
- Хөрмәтле хеҙмәткә саҡырылыусылар! Беҙ, башҡа Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының бөтә граждандары кеүек үк, үҙебеҙҙең  хәрби бурысты үтәргә – Тыуған илде һаҡларға бурыслыбыҙ. Әле беҙҙең
беребеҙгә лә еңел түгел. Хеҙмәт ваҡытында күп нәмәгә төшөнәсәкһегеҙ. Хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгеҙ һәм Тыуған илегеҙгә тоғро ҡалығыҙ,  туғандарығыҙҙы һәм яҡындарығыҙҙы яҡлағыҙ, - тине махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың береһе егеттәргә мөрәжәғәт итеп.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Ҡораллы көстәре сафтарында Салауаттан 350- нән ашыу егет хеҙмәт итә, 69 кеше - контракт буйынса. Төрлө юғары уҡыу йорттарында офицерлыҡҡа 54 курсант уҡый. 300-ҙән ашыу ҡала егеттәре
махсус хәрби операция бурыстарын үтәй.
- Ҡәҙерле егеттәр! Әле кисә генә һеҙ уҡыусы йә студент инегеҙ, кемдер эшкә йөрөгән, ә иртәгә ҡәҙимге кейемегеҙҙе хәрби формаға алыштырасаҡһығыҙ.  Шулай һиҙҙертмәй генә тормошоғоҙға устав, марш-бросок, наряд, взвод, рота, батальон һәм башҡа бик күп төшөнсәләр килеп инәсәк. Билдәле булыуынса, армиялағы хеҙмәт ир-егеттәрҙең иң яҡшы сифаттарын аса. Өлкәндәрҙе тыңлағыҙ, кеселәрҙе яҡлағыҙ. Ватанығыҙға ғәҙел хеҙмәт итеп кенә ҡалмағыҙ, ә армия өйрәткән иң яҡшы сифаттарҙы үҙегеҙҙә һаҡлағыҙ.  Һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын, - тине егеттәргә ҡаланың хәрби комиссары Фәндәлиф Ниғмәтдинов.
Һуңынан ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте.
- Беҙ егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Улар үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә, хеҙмәттәрен яҡшы үтәй. Хәрби часть командирҙарынан тик рәхмәт хаттары ғына алабыҙ. Егеттәребеҙгә иң яуаплы бурыстарҙы  ышанып тапшыралар. Уларға тиңләшергә һәм өлгө алырға кәрәк. Ете яугирыбыҙ үлгәндән һуң Батырлыҡ  ордены менән бүләкләнде. Был рух ныҡлығы, хәрби антҡа һәм Ҡораллы көстәрҙең иң яҡшы традицияларына
тоғро ҡалыу тураында һөйләй, - тине ул.

Ҡотлауҙарға ҡала Советы депутаты, «Дмитрий Донской» спорт клубы етәксеһе Сергей Данилов та ҡушылды.
- Егеттәр, һеҙҙе Хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө менән ҡотлайым! Ватанды һаҡлау элек- электән изге бурыс һаналған. Йәштәр, Рәсәйҙе һаҡлағыҙ, - тине ул һәм махсус операцияла ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итте. – Һеҙҙең булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ. Батырлығығыҙ һәм ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт. 
- Салауат ҡалаһы һеҙҙең менән ғорурлана. Ил ышанып тапшырған бурыстарҙы намыҫ менән башҡарыуығыҙға шатбыҙ. Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, - тип өҫтәне ҡаланың һуғыш ветерандары советы рәйесе Гүзәл Хөснуллина.

Һуңынан һауа-десант ғәскәрҙәре ветераны Дамир Бикҡужинға лайыҡлы награда тапшырҙылар. Бына-бына Ҡораллы көстәр сафына баҫырға торған егеттәрҙе концерт ваҡытында уҡ һынап ҡарарға булдылар һәм уларға армия хеҙмәте тураһында күп кенә мөһим һорауҙар бирҙеләр. Егеттәр һынатманы, дөрөҫ яуап бирҙе.
Һалдаттарҙы һәр ваҡытта ла дин әһелдәре оҙатып ҡалған. Тап шуның өсөн дә был көндө сарала Салауат  епархияһы Успенский кафедраль соборы һәм ҡаланың «Әннәби» йәмиғ мәсете комплексы вәкилдәре
лә ҡатнашты һәм егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе. 

Сарала 2-се кадет мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Дияз Ғүмәров ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ул апрель  башында «Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлеше буйынса иң яҡшы кадет» исеменә республика конкурсында ҡатнашып, 9-11 класс уҡыусылары араһында маҡтаулы өсөнсө урын алыуға өлгәшә.
- Кадет мәктәбендә 1-се кластан алып уҡыйым. Бында мине ата-әсәйем килтерҙе һәм  быға бик шатмын. Унда күп нәмәгә өйрәттеләр. Мәктәпте тамамлағандан һуң мотлаҡ әрме хеҙмәтенә барасаҡмын. Һуңынан
Эске эштәр министрлығы йәки Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте йүнәлеше буйынса китмәксемен. Әлбиттә, һынау етди буласаҡ,  шуға мин уҡырға инергә әленән үк әҙерләнәм, булған бөтә буш ваҡытымды спортҡа бағышлайым. Өс йыл еңел атлетика, йылға яҡын кикбоксинг менән шөғөлләндем. Бындай патриотик концерттар бик кәрәк, улар Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған. Миңә бик оҡшаны. Бындай сараларҙа әлеге ваҡытта Ватаныбыҙ һағында торған махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының саҡырылыуы ла әһәмиәтле. Улар беҙгә, бөтә Рәсәйгә күгебеҙҙең һәр ваҡыт аяҙ буласағына ышаныс бирә. Барыһын да еңеү менән көтәбеҙ, - тине ул.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: