газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Май 2023, 11:54

Янғын һүндереүселәр иңендә - яуаплы бурыс

Салауатта ут менән көрәшеүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын киң билдәләне.

Янғын һүндереүселәр иңендә - яуаплы бурыс
Янғын һүндереүселәр иңендә - яуаплы бурыс

Салауатта ут менән көрәшеүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын киң билдәләне.

Иң башта «Ағиҙел» мәҙәни-ял үҙәгенең ижади коллективы янғын һүндереүселәргә һөнәри байрамдары уңайынан йырлы бүләк эшләне. Көнкүреш йортонда янғын-тактик күнекмәләр уҙғарыуҙа ҡаланың бөтә янғын һүндереү частары ҡатнашты. Шартлы ғәҙәттән тыш хәлде бөтөрөүҙә уларҙың оҫта эш итеүен, яҡшы әҙерлекле булыуын, командала берҙәм бурыстарҙы  үтәүен салауаттар ентекле күҙәтте. Шулай уҡ ҡала халҡы
ут һүндереүселәрҙең ниндәй заманса техника менән тәьмин ителеүенә лә шаһит булды. Янғын һүндереүсе өсөн яҡшы физик әҙерлек мөһим, сөнки уларҙың эшендә көс, таһыллыҡ талап ителә. Нормативтарҙы үтәүҙе күрһәтеүсе сығыштар ваҡытында ут менәнкөрәшеүселәр был сифаттарға  эйә булыуҙары иҫбатланды. Улар эш кейемдәрен һәм тын алыу аппаратын бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кейҙе. Цистернанан һыу ебәреп, тупты бәрҙертеп төшөрөүҙе күрһәткәндә бигерәк тә балалар һоҡланыуын, шатланыуын йәшермәне. Ҡайһы берҙәренең үҙҙәренә лә ҡеүәтле ут һүндереү шлангаһын тотоп һыу һиптереп ҡарау мөмкинлеге бирелде.
Янғын һүндереүселәр ут менән генә көрәшеп ҡалмай, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаларына ла сыға. Улар ошо фажиғәнән нисек кешеләрҙе ҡотҡарыуын күрһәтте.

Теләгән һәр кем янғын һүндереү машиналарының кабинаһына инеп, уның нисек йыһазландырылыуын, руль артында ултырып ҡараны,  техника янында һәм күптәр өсөн батырлыҡ өлгөһө булып торған һөнәр эйәләре менән фотоға төштө.
- Беҙҙең һөнәр, тәү сиратта, дәрәжә, сөнки ул ир-егеттәргә генә хас көс, яҡшы физик әҙерлек, булдыҡлылыҡ талап иткән хеҙмәт. Шулай уҡ беҙҙең иңдә граждандарҙың ғүмерҙәре, уларҙың милке өсөн яуаплылыҡ ята. Бергә эшләгән егеттәрем менән ғорурланам, улар үҙ бурыстарын, эштәрен намыҫ менән башҡара, - ти янғын һағында 10 йылға яҡын эшләүсе Роман Әхмәтов.
Салауаттарға байрамдың бындай форматта уҙғарылыуы оҡшаны һәм улар бик күп тәьҫораттар менән таралышты.
- Улым янғын һүндереүселәр күрһәткән күнекмәләрҙе иҫе китеп ҡараны. Уларҙың машинаһына инде, фотоға  төштө. Әлегә был эштең ни тиклем ауыр икәнен аңлап та етмәй, шулай ҙа был һөнәр уға оҡшай. Беҙҙең именлек һағында тороусы янғын һүндереүселәргә рәхмәт еткерге килә, - ти Рәмис Вәлиуллин.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: