газета "Салауат"
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
30 Апрель 2023, 10:00

Хеҙмәттәре өлгөлө һәм хөрмәтле

20 апрелдә, һөнәри байрамдары алдынан, 36-сы янғын һүндереү часында тантаналы сара уҙҙы һәм унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ҡатнашты.

Хеҙмәттәре өлгөлө һәм хөрмәтле
Хеҙмәттәре өлгөлө һәм хөрмәтле

20 апрелдә, һөнәри байрамдары алдынан, 36-сы янғын һүндереү часында тантаналы сара уҙҙы һәм унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ҡатнашты.

- Янғын һағы көнө менән ҡотлайым. Салауат ҡалаһы янғын һағының бөтә төрҙәре: килешеү, федераль, муниципаль һәм бөтә Рәсәй буйынса ғәмәлдәге ведомство төрө менән дан тота. Беҙ берҙәм ғаилә кеүек. Ветерандарға рәхмәт, бүлексәләргә килеп, йәштәргә тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашаһығыҙ, - тип мөрәжәғәт итте Марат Латипов.
Эшләп йөрөүсе янғын һүндереүселәрҙе һәм ветерандарҙы иҫтәлекле наградалар менән бүләкләнеләр. Тантаналы сараны «Беҙҙең заман геройҙарына: янғын һүндереүселәргә һәм ҡотҡарыусыларға» барельефын
асыу дауам итте.
- Иҫләйем, элек бында кирбес киҫәктәре ята ине, ә хәҙер был бик матур урын. Арт-объектты һеҙ үҙегеҙҙең көс менән булдырҙығыҙ, ҡотлайым, - тине Марат Латипов.
Иҫегеҙгә төшөрөп уҙабыҙ, арт-объект 2022 йылдың ҡышында ҡуйылды. Салауат янғын һүндереүселәренең көндәлек батырлығын мәңгеләштереү башланғысы менән ҡала янғын һүндереүсе һәм ҡотҡарыусы ветерандар
советы рәйесе Илдар Зөбәйеров сығыш яһай.
- Янғын һүндереү часы ҡаршыһында иҫтәлекле аллея булдырыу уйы бар ине, проектты ла эшләнек, әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн етди финанслау кәрәк. Шуның өсөн үҙебеҙҙең көс менән ошо арт-объектты булдырырға ҡарар иттек. Рәссам Андрей Чемакин эскиз эшләне. «Гражданка»ла эшләүсе егеттәребеҙ Владимир Волков һәм Леонид Евдокимов финанс яҡтан ярҙам итте. Бында янғын һүндереү часының шәхси составы ла ҡатнашты, - тип һөйләй Илдар Зөбәйеров. - Былтыр тағы ла бер нисә проектты тормошҡа ашырҙыҡ, Салауат ҡалаһы янғын һағының 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә 36-сы янғын һүндереү часында янғын һүндереү мотоциклын, Ағиҙел ылғаһы яры буйындағы авария-ҡотҡарыу станцияһы янында янғын һүндереү машинаһын ҡуйҙыҡ, станцияның ҡоймаларын рәссамдар тематикалы һүрәттәр менән биҙәне.

Янғын һүндереүселәр киләсәккә яңы проекттарҙы ла планлаштыра. Илдар Зөбәйеров һүҙҙәренсә, 36- сы янғын һүндереү часының  икенсе ҡатында урынлашҡанмузей киңәйәсәк. Унда йыш ҡына мәктәп уҡыусылары
һәм студенттар килә, ә ут менән көрәшеүселәр уларҙы үҙҙәренең көндәлек эше менән таныштыра. 

Алена БИЗИКИНА фотоһы.

 

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: