Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Март 2023, 14:28

Ҡул көсө лә, йөрәк наҙы ла һалынған

Әлеге мәлдә илебеҙ ябайҙан булмаған осор кисерә.

Ҡул көсө лә, йөрәк наҙы ла һалынған
Ҡул көсө лә, йөрәк наҙы ла һалынған

Әлеге мәлдә илебеҙ ябайҙан булмаған осор кисерә. Азатлыҡ,тыныслыҡ өсөн Рәсәй алғы һыҙыҡта көрәшергә мәжбүр. Һәм, әлбиттә, иң ауыр һынау хәрбиҙәр өлөшөнә төшә. Уларға беҙҙең ярҙам бик кәрәк. Шуныһы ҡыуаныслы, кешеләр бының ни тиклем мөһим икәнлеген аңлай һәм һәр ҡайһыһы ҡулдан килгәнсә был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. 

Был йәһәттән “Салауат химия заводы” ла ситтә ҡалмаған. Улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ҡалабыҙ егеттәренә ике тимер мейес әҙерләгән, уға ҡушып аҙыҡ-түлек, медицина изделиелары йыйымы ла туплаған.
- Заводыбыҙ хәрби-сәнәғәт комплексына ҡарай. Алдыбыҙға Роскосмос һәм хөкүмәт ҡуйған бурыстарҙы теүәл башҡарабыҙ. Әлеге ваҡытта илдә барған хәлде яҡшы аңлайбыҙ, үҙем дә хәрби хәрәкәттәр ветераны, махсус операцияла булып ҡайттым. Хәрбиҙәрҙең ни тиклем беҙҙең ярҙамға можтаж булыуын һәйбәт беләм. Был гуманитар йөк, иҫәп буйынса, дүртенсеһе. Ул мартта ҡалабыҙ егеттәренә оҙатылырға тейеш. Быға тиклем дә үҙем мобилизацияланған урынға биш мейес тапшырҙыҡ. Уны үҙебеҙҙең завод егеттәре яһаны. Хеҙмәткәрҙәр был эштә ҡул көсөн дә, йөрәк наҙын да йәлләмәне. Хәрбиҙәр өсөн мейестәр бик кәрәкле, бигерәк тә һалҡын осорҙа. Уның менән блиндаждарҙы йылытырға, ашарға бешерергә, кейемдәрҙе киптерергә мөмкин. Бынан тыш, егеттәргә ике УАЗ автомобиле һатып алдыҡ. Тағы юлһыҙ ерҙән үтә алған ике техника һатып алыу өсөн махсус ойошмаға аҡса күсерҙек, - тип һөйләй “Салауат химия заводы”ның коммерция бүлеге начальнигы Альберт Яппаров.
Уның һүҙҙәренсә, ойошма киләсәктә лә изге эште дауам итергә ниәтләй. 

- Һөйләшеп-кәңәшләшкәндән һуң, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә даими ярҙам күрһәтергә, ай һайын ике тимер мейес эшләп оҙатырға, тигән ҡарарға килдек. Яугирҙәр менән кире бәйләнеш
булдырылған. Улар ҡылған ғәмәлдәр өсөн барыһына ла рәхмәт еткерә. Шуныһы ҡыуаныслы, берҙәм эшкә ҡала эшҡыуарҙары, төрлө ойошма һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре, битараф булмаған ҡала халҡы ла дәррәү
ҡушылды. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тиҙәр бит. Илдәге бөгөнгө хәл дә шуны дәлилләй, - тине Альберт Ғимран улы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: