газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
6 Декабрь 2022, 17:05

Иң яҡшы йорт

Башҡортостанда 2022 йылдағы иң яҡшы күп фатирлы йорттарҙы, ихаталарҙы һәм подъездарҙы билдәләнеләр. Салауат ҡалаһынының Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 13а йорто «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» номинацияһында беренсе урын алды.

Иң яҡшы йорт
Иң яҡшы йорт

Башҡортостанда 2022 йылдағы иң яҡшы күп фатирлы йорттарҙы, ихаталарҙы һәм подъездарҙы билдәләнеләр. Салауат ҡалаһынының Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 13а йорто «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» номинацияһында беренсе урын алды.

Конкурста Башҡортостандың 44 муниципаль берәмеге төрлө номинацияларҙа ҡатнаша. Конкурс комиссияһы ҡарамағына 207 заявка килә.
- Конкурстың уңышы - ул кешеләрҙең актив позицияһы һәм үҙҙәре йәшәгән йортҡа ҡарата битараф булмауы. Был бәйге еңеүселәре балалар майҙансыҡтары, подъездарҙы ремонтлауға һәм башҡаға өҫтәмә финанслау ала. «Күп фатирлы йортто ҡарау һәм йорт яны территорияһын төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы объект» республика конкурсы сиктәрендә үҙгәреш кисергән һәр йорт, һәр подъезд унда йәшәүселәр өсөн уңайлы мөхит булдырыуға индерелгән өлөш, - тип билдәләне конкурс комиссияһы ағзаһы, Башҡортостандың баш дәүләт торлаҡ инспекторы Артур Дәүләтшин.
Конкурста өс категория объекттары: күп фатирлы йорттар, йорт яны территориялары һәм подъездар ҡатнаша. «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» номинацияһына - 82, «Иң яҡшы йорт яны биләмәһе» номинацияһына - 68, «Иң яҡшы подъезд» номинацияһына 57 ғариза бирелә. Тапшырылған заявкалар нигеҙендә конкурс комиссияһы бөтә номинациялар буйынса 27 еңеүсене билдәләй.
«Иң яҡшы күп фатирлы йорт» һәм «Иң яҡшы йорт яны биләмәһе» номинацияларында беренсе урынға лайыҡ булыусы 1 млн һум, икенсе урынға - 700 мең һум, өсөнсөгә 500 мең һум ала. «Иң яҡшы подъезд» номинацияһында беренсегә - 500 мең һум, икенсегә - 300 мең һум, өсөнсөгә 100 мең һум бирелә. Был аҡсаларҙы милекселәр үҙ йорттарын һәм өй яны биләмәләрен төҙөкләндереүгә тотона ала.
- Беҙҙең республикала төҙөкләндереү программаларының барыһы ла ошо йорттарҙа йәшәүселәрҙең ҡатнашлығы һәм контроле аҫтында тормошҡа ашырыла. Был бик мөһим. Процесҡа халыҡтың йәлеп ителеүе уларҙы берләштерә һәм яҡшы һөҙөмтә килеп сыға. Конкурс еңеүселәре - ул фекерҙәштәр торған ҙур командаһы. Приздар - етди генә саралар, уларҙы йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҡулланырға була һәм еңеүселәр нимәне эшләргә кәрәклеген үҙҙәре хәл итә, - тип билдәләне Башҡортостан Респбулкаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
Салауат ҡалаһынының Еңеүҙең 30 йыллығы урамындағы 13а йорто «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» номинацияһында беренсе урын алыуы бик ҡыуаныслы, тимәк был йорт кешеләре үҙҙәренең йәшәү шарттарын яҡшыртыу идеяларын тормошҡа ашыра аласаҡ.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: