газета "Салауат"
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
2 Декабрь 2022, 14:10

Йомғаҡтар һәм тейешле ҡарарҙар

28 ноябрҙә ҡала Советының сираттағы ултырышы үтте.

Йомғаҡтар һәм тейешле ҡарарҙар
Йомғаҡтар һәм тейешле ҡарарҙар

28 ноябрҙә ҡала Советының сираттағы ултырышы үтте. Унда ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, уның урынбаҫарҙары, прокуратура, ҡала хакимиәте идаралыҡтары һәм бүлектәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
2022 йылдағы йәйге һауыҡтырыу кампанияһы йомғаҡтары менән мәғариф идаралығы начальнигы Марина Вишева таныштырҙы. Уның һөйләүенсә, быйыл ҡалала был йүнәлештә 23 ойошма эш алып барған, был 18 дөйөм белем биреү, 1 өҫтәмә белем биреү учреждениеһы, «Спутник», «Бригантина», йәштәр эштәре буйынса комитет ҡарамағындағы лагерь һәм көндөҙгө шәхси лагерь. Каникулдар ваҡытында белем биреү ойошмалары нигеҙендә эшләгән ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына 2 700, хеҙмәт һәм ял лагерҙарына 1 057 бала йөрөгән. «Cпутник» һәм «Бригантина» лагерҙарында 2 504 ҡыҙ һәм малай ял иткән. «Йәшлек», «Балалар ижад һарайы» өҫтәмә белем биреү учреждениелары спорт-һауыҡтырыу сборҙары, Туризм һәм тыуған яҡты өйрәнеү үҙәге походтар ойошторған.
Етем, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған һәм ауыр тормош хәлендәге ғаиләләрҙәге балаларҙың ялын ойоштороуға айырым иғтибар бирелгән. Был категорияларҙан 194 бала ҡаланан ситтәге лагерҙарҙа булған.
Мәшғүллек үҙәге менән берлектә 14 йәштән алып 18-гә тиклемге 747 балиғ булмаған йәй осоронда эшкә урынлаштырылған.
Ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлегенең 2022 йылдың 10 айы эсендәге эшмәкәрлеге хаҡында бүлек начальнигы Константин Масленников һөйләне.
- Бүлек эшенең бер йүнәлеше булып етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалаларҙы асыҡлау тора. 10 ай эсендә 30 бала асыҡланды, уларҙың 17-һе етем. Опека бүлегендә 318 бала иҫәптә тора. Ошо ваҡыт эсендә 2 бала белем биреү ҡарамағына, 23 бала опекаға, 3 бала ҡабул итеүсе ғаилә тураһында килешеү буйынса опекаға урынлаштырылды, бер үҫмер һөнәри белем биреү учреждениеһында уҡый, - тип бүлеште Константин Масленников.
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Сергей Филатов бүлек эше хаҡында бәйән итте. Бүлеккә биш муниципаль учреждение ҡарай, унда 210 хеҙмәткәр эшләй.
- 2018 йылдан алып балалар сәнғәт мәктәптәрендә шөғөлләнеүсе балаларҙың артыуы күҙәтелә. Мәҙәниәт учреждениелары һәм өҫтәмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡында ла үҫеш бар, - тип билдәләне Сергей Филатов. - Мәҙәниәт бүлеге эшмәкәрлегенең төп йүнәлешенең береһе байрамдар, фестивалдәр ойоштороу. 2022 йылдың 10 айында 230 меңдән ашыу кеше ҡатнашлығында 2 046 сара уҙғарылды. Иң күләмлеләрҙән Масленица, Еңеү көнө, Рәсәй көнө, Башҡортостан Республикаһы көнө, Ҡала һәм нефть, газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө. Шулай уҡ иң әһәмиәтлеләрҙән «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» үҙешмәкәр халыҡ колективтарының республика фестивален, республика «Нәфис һүҙ» эстрада-һөйләү жанры конкурсын, «Салауат мираҫы» төбәк конкурс-фестивален, «Салауат - оҫталар иле» биҙәү-ҡулланма сәнғәте фестивален билдәлдәп үтергә кәрәк. Төрлө кимәлдәге конкурстарға һәм фестивалдәргә 8 коллектив ебәрелде. 923 ҡатнашыусы лауреат һәм дипломант булды. Китапханалар системаһында киләһе йылда виртуаль концерт залын һәм яңы быуын моделле китапхана булдырыу планы бар. Шулай уҡ 2023 йылда билдәләнәсәк ҡаланың 75 йыллыҡ юбилейына әҙерлек бара.
Ҡала Советы ултырышында шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округында муниципаль-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә яуаплы орган тураһында», «2023 йылға Башҡортостан Республикаһы Салауат ҡалаһы ҡала округы буйынса ғариза биреүсе граждан ғаиләнең бер ағзаһына торлаҡ бина алыуға баҙар хаҡының иҫәпләү күрһәткесен раҫлау тураһында» һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Улар буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул ителде.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: