газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
28 Ноябрь 2022, 10:43

Хыялдар тормошҡа аша

Салауатта инвалид бала тәрбиәләгән Першуковтар ғаиләһенә оҙаҡ көткән фатир асҡыстары тапшырылды. Ауыр хроник сирле балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ сираттан тыш бирелә.

Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Салауатта инвалид бала тәрбиәләгән Першуковтар ғаиләһенә оҙаҡ көткән фатир асҡыстары тапшырылды. Ауыр хроник сирле балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә торлаҡ сираттан тыш бирелә.

- Төрлө төркөм инвалидтары социаль йәһәттән яҡланмаған төркөм булып ҡала. Инвалид балалары булған, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү законға ярашлы бойомға ашырыла. Әгәр ғаиләлә ауыр хроник сирле инвалид бала тәрбиәләнһә, уларға торлаҡ сираттан тыш бирелә. Хроник ауырыуҙар исемлеге Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо менән раҫланған. Салауат ҡалаһы хакимиәте бындай фатирҙарҙы республика бюджеты иҫәбенә ала, - тип аңлатма бирә ҡала хакимиәтенең торлаҡ бүлеге начальнигы Наталья Пушкарева.
2022 йылда Салауатта ошондай ике фатир алынған. Бөгөнгө көнгә ҡалала ауыр хроник сирле инвалид балалары булған тағы туғыҙ ғаилә торлаҡҡа мохтаж булып ҡала. Уларға фатир республика бюджетынан аҡсалар күсеүгә ҡарап алынасаҡ.
Вероника Першукова торлаҡҡа дөйөм сиратта 2003 йылдан алып торған. 2017 йылда һигеҙ йәшлек улы Александрҙың диагнозы ауыр хроник сирлеләр исемлегенә индерелеүе сәбәпле, ул сираттан тыш фатир алыуға
хоҡуҡлы тип танылған.
- Йәйен, июлдә, фатирға
сират килеп етеү тураһында хәбәр иттеләр. Ә 1 ноябрҙә, улымдың тыуған көнөндә, асҡысты тапшырасаҡтарын әйттеләр. Был уға сюрприз  һәм ҙур бүләк булды. Фатир юлларға ярҙам иткәндәре өсөн ҡала хакимиәтенә,
торлаҡ бүлеге етәкселегенә һәм белгестәренә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Йорт тыныс районда урынлашҡан, фатир иркен, таҙа, матур косметик ремонт эшләнгән, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, лоджияһы бар. Беренсе ҡатта урынлашыуы бигерәк яҡшы, улым бик атлай алмай, шуға коляскала ла сығырға тура килә. Александр беренсе класта уҡый, дәрестәрҙе өйгә килеп үткәрәләр. Йортобоҙға мәктәп тә яҡын, уҡытыусыһына
был отошло. Яҡын арала күсенергә йыйынабыҙ. Ҡайҙа нимә ҡуясағыбыҙҙы уйланыҡ та инде, - ти Вероника Першукова оҙаҡ көткән асҡыстарҙы ҡулына алып.
Ғаиләнең шатлығын уртаҡлашырға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов та килгәйне.
- Бөгөн миңә яуаплы вазифа тапшырылды - һеҙгә үҙ фатирығыҙҙың асҡысын тапшырам. Оҙаҡ көтөлгән ваҡиға менән ҡотлайым. Имен тормош, яҡты киләсәк теләйем, - тине Игорь Миронов.
Ҡала башлығы шулай уҡ йорт хужабикәһенә подъезда пандус ҡуйыу кәрәклеге сыҡһа, идарасы компанияға мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: