газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
23 Ноябрь 2022, 09:38

Һеҙҙең йортоғоҙ йылымы? Ә беҙҙеке - йылы

Башҡортостанда газ селтәре үткән тораҡ пункттарҙы әүҙем рәүештә тәбиғи газға тоташтыра башланылар. Бөтә әҙерлек эштәре тамам, тимәк, зәңгәр яғыулыҡты милексенең участкаһына үткәрергә генә ҡала.

Һеҙҙең йортоғоҙ йылымы? Ә беҙҙеке - йылы
Һеҙҙең йортоғоҙ йылымы? Ә беҙҙеке - йылы

Башҡортостанда газ селтәре үткән тораҡ пункттарҙы әүҙем рәүештә тәбиғи газға тоташтыра башланылар. Бөтә әҙерлек эштәре тамам, тимәк, зәңгәр яғыулыҡты милексенең участкаһына үткәрергә генә ҡала.

Ил Башлығы башланғысы менән булдырылған программа ярҙамында Башҡортостандың йөҙләгән ғаиләһе йорттарына газ үткәрҙе. Салауаттан Юлия һәм Евгений Буркиндарға ла бәхет йылмайған. 11 ноябрҙә «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәте филиалы белгестәре Салауатта уларҙың төҙөлөп бөтөргә күп ҡалмаған йорттарына газ үткәрҙе. Был Мәҙәниәт урамында тәүге йорт.
- Һәр ваҡыт шәхси йортобоҙҙа йәшәргә хыялландыҡ һәм был эшкә 2018 йылда тотондоҡ. Тәүҙә буй етмәҫлек хыял кеүек күренһә лә, атҡарып сыҡтыҡ. Бөгөн беҙҙә ҡыуаныслы ваҡиға. Тағы бер оло теләгебеҙҙе бойомға ашырырға ярҙам иткән бөтә хеҙмәттәргә лә ҙур рәхмәт, - ти Юлия Буркина.
- Ысынлап та, белгестәр үҙ эштәрен сифатлы, тәғәйенләнгән ваҡытта башҡарҙы. Хәҙер обойҙар йәбештереүгә, мебель һайлауға тотонһаҡ та була. Яҙға яңы йортобоҙға күсергә  планлаштырабыҙ, - тип һүҙгә ҡушыла Евгений.
Бөгөнгө көнгә 6-сы һәм 8-се биҫтәләрҙә юғары һәм түбән баҫымлы 11,4 км газ селтәрҙәре һуҙылған. 125 йорт хужаһы бөгөндән участкаларына газ үткәреү мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлаһа була. Әлегә «Клиент
үҙәге»гә 44 ғариза килгән. Программала ҡатнашыуҙың төп шарты - йорттоң шәхси милектә булыуы. Был биҫтәләрҙә киләһе этапта тағы 4,8 км оҙонлоғонда газ торбаларын һалыу ҡаралған.
- Салауатта газификациялау кимәле 97,08 процентҡа етте. Әлеге мәлгә 191 килешеү төҙөлгән, 132 адрес үҙәк газ менән тәьмин итеү системаһына тоташтырылған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғаризаны Салауат ҡалаһы, Төньяҡ
урам, 28/38 адресы буйынса урынлашҡан «Газпром газ бүлеү Өфө» клиент үҙәктәрендә бирергә мөмкин. Быны компанияның сайты, Берҙәм газификациялау операторы порталы, дәүләт хеҙмәттәре сервисы аша йәки күп функциялы үҙәктәрҙә эшләргә мөмкин. Ғаризаны теркәү өсөн кәрәкле документтар пакетын  әҙерләргә кәрәк булыр, - тип аңлатма бирҙе «Газпром газ бүлеү Өфө» йәмғиәтенең Салауат ҡалаһындағы филиалы
директорының капиталь төҙөлөш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Юрий Барышников.
Эльвира РӘХИМОВА фотоһы.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: