газета "Салауат"
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
10 Ноябрь 2022, 12:02

Ҡыштың бурандары булмаҫ ҡурҡыныс

Тиҙҙән ҡар-бурандары, сатлама һыуыҡтары менән ергә ҡыш килер. Уның менән бергә коммуналь хеҙмәттәр өсөн етди һынау осоро ла етә.

Ҡыштың бурандары булмаҫ ҡурҡыныс
Ҡыштың бурандары булмаҫ ҡурҡыныс

Тиҙҙән ҡар-бурандары, сатлама һыуыҡтары менән ергә ҡыш килер. Уның менән бергә коммуналь хеҙмәттәр өсөн етди һынау осоро ла етә.

Салауатта ҡаланы ҡарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү өсөн яуаплы “Махсус автохужалыҡ Плюс” йәмғиәте һәм “Флора” муниципаль бюджет учреждениеһындағы махсус техникаһының ҡышҡылыҡҡа әҙерлеге тикшерелде.
- Ойошмабыҙҙа төрлө техника бар: грейдер, МТЗ, К-700 тракторҙары һәм башҡалар. Уларҙың һәр ҡайһыһы ҡышҡылыҡҡа әҙерлек үтте, техник торошо бөтәһенең дә яҡшы. Шулай уҡ яңы МТЗ-1225 тракторы бар. Ул, башлыса, шәхси секторҙағы ҡарҙы таҙартыуға йүнәлтелә. Бөтә техника ла ГЛОНАСС системаһына тоташтырылған. Бынан тыш, 18 кеше эштәрҙе ҡул көсө менән башҡара. Ҡыштың быйыл нисек килеүе билдәһеҙ, әммә бергәләп алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алырбыҙ, тип ышанам, - ти “Махсус автохужалыҡ Плюс” йәмғиәтенең механизацияланған участка начальнигы Илмир Багданов.
Ул шулай уҡ юлдарҙағы боҙлауыҡҡа ҡаршы көрәшкә йүнәлтеләсәк 300 кубометр ҡом һәм 500 кубометр ҡом-тоҙ ҡатышмаһы әҙерләнеүен дә билдәләне.
Ҡышҡы осорға техника ғына түгел, ә бындағы хеҙмәткәрҙәр ҙә тулыһынса әҙер. “Махсус автохужалыҡ Плюс” йәмғиәтендә алты йылдан ашыу эшләүсе Григорий Поскребышев та шундайҙарҙың береһе.
- Бөтә техника ҡышҡы осорҙағы эшкә әҙер, барыһы ла техник тикшереү уҙҙы. Мин үҙем көрәкле һәм щеткалы МТЗ-82 тракторында эшләйем. Техника яңы, 2019 йылда ғына ҡайтарылды. Төҙөк, яңы транспортта эшләүе үҙе бәхет, ватылып та аптыратмай, - ти тракторсы-машинист Григорий Поскребышев.
Ҡаланы тәртиптә тотоу менән шөғөлләнеүсе икенсе предприятие - ул “Флора” муниципаль бюджет учреждениеһы.
- “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге, “Октябрь” кинотеатры артындағы скверҙарҙы, Ленин урамындағы, С. Юлаев бульварындағы Батыр аллеяларын, Ағиҙел йылғаһы буйын, ҡаланың иҫке өлөшөн, мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү һәм йыйыштырыу бурысы беҙҙең иңдәргә йөкмәтелгән. Эш күләме ҙур булһа ла, уны тулыһынса атҡарып сығырға әҙербеҙ. Техниканы ҡышҡылыҡҡа әҙерләү барышында машиналарҙың майын алыштырҙыҡ, ҡышын кәрәкле ҡорамалдарҙы элдек. Әйтәйек, йәйен, башлыса, щетка кәрәкһә, ҡышын иһә көрәк тағырға тура килә. Беҙҙә ете МТЗ-82.1 тракторы, ике КамАЗ бар. Матди-техник базаны яңыртырға ла онотмайбыҙ - ҡар тейәү өсөн Амкадор фронталь тейәгесе һатып алдыҡ. Боҙлауыҡ ваҡытында тротуарҙарға һибелә торған ҡомдо ҡоро келәттәрҙә һаҡлайбыҙ. Шулай уҡ 16 эшселәр автобус туҡталыштарының тирә-яғын тәртипкә килтерә, эскәмйәләрҙәге ҡарҙы һеперә, сүп-сарҙы ала, ҡыҫҡаһы, техника үтә алмаған бөтә урындарҙа ҡарҙы таҙарта, - тип һөйләй учреждение директоры вазифаһын башҡарыусы Юрий Борисенко.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: