Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
9 Ноябрь 2022, 17:35

Быйылға һуңғыһы...

Салауат ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ремонтланған юл участкаларының һуңғыһы ҡабул ителде. Эштәрҙең сифатын ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, ҡала хужалығы идаралығы, депуттар корпусы, подряд ойошмаһы һәм йәмәғәтселек вәкилдәре сыҡты.

Быйылға һуңғыһы...
Быйылға һуңғыһы...

Салауат ҡалаһында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә ремонтланған юл участкаларының һуңғыһы ҡабул ителде. Эштәрҙең сифатын ҡарарға ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, ҡала хужалығы идаралығы, депуттар корпусы, подряд ойошмаһы һәм йәмәғәтселек вәкилдәре сыҡты.

2022 йылда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» федераль проекты буйынса Салауат ҡалаһында 13 юл участкаһында ремонт башҡарылған, уларҙың дөйөм оҙонлоғо - 7,5 километр. Ә ҡабул ителеүсе Өфө урамындағы Калинин урамын киҫелешенән алып К.Маркс урамы киҫелешенә тиклемге юл участкаһының оҙонлоғо - 1 километр 100 метр. Ремонтты «УралБашТөҙөлөш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт башҡарған. Төҙөкләндереү барышында автомобиль юлының, тротуарҙың асфальт япмаһы тулыһынса алыштырылған, юл сите таштары йәйәүлеләр үткәүеле тәңгәлендә аҫҡа төшөрөп эшләнгән, ямғыр һыуы ағып төшөү өсөн урын булдырылған. Комиссия тарафынан әллә ни етди етешһеҙлектәр билдәләнмәне.
- Бөгөн беҙ быйыл ремонтланған юл участкаларының һуңғыһын ҡабул иттек. Юлды бер ай тирәһе элек эшләп бөткәйнеләр, асфальт сифатын тикшереү һөҙөмтәләрен көттөк. Улар килеү менән асфальт сифатының тейешле талаптарға яуап биреүенә инанғас һәм башҡа төрлө документтар әҙер булғас, шәхсән сығып визуаль ҡарап сығырға булдыҡ, - тип һөйләй ҡала хужалығы идаралығының төҙөкләндереү буйынса бүлек начальнигы Антон Яковлев. - Был участкалағы ремонт канализация ҡоҙоҡтарын тәртипкә килтереү арҡаһында бер аҙ һуҙылды. Был юл участкаһында 65 ҡоҙоҡҡа капиталь ремонт үткәрелде. Шул уҡ ваҡытта юл эштәре лә барҙы. Етешһеҙлектәр, башлыса, косметик характерҙа, етди дәғүәләр юҡ. Подрядсы бер аҙна эсендә уларҙы бөтөрәсәк.
Белгес билдәләүенсә, быйылға ҡалала ошоноң менән юл ремонты эштәре тамам. Ғөмүмән алғанда, миҙгел эсендә ремонтланған юлдарҙың береһе буйынса ла етди етешһеҙлектәр асыҡланмаған. Киләһе йылда ошо уҡ күләмдә эштәр башҡарыу ниәтләнә. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, бөтә юл эштәренә гарантия бар һәм файҙаланыу барышында ниндәйҙер етешһеҙлектәр асыҡланған хәлдә, подряд ойошмаһы үҙ иҫәбенә уларҙы бөтөрөргә тейеш.
- Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре булараҡ беҙҙе бордюр таштарының үткәүелдәр тәңгәлендә тейешле кимәлгә төшөрөлөп эшләнеүе, юл билдәләренең төшөрөлөүе ҡыҙыҡһындырҙы. Ысынлап та эш күләме ҙур. Ике көн алдан тротуарҙан йөрөп үттек, күләүектәр йыйылып ятмаймы икән тип ҡарап сыҡтыҡ, подрядсы ойошмаға үҙ дәғүәләребеҙҙе еткерҙек. Улар, үҙ сиратында, беҙҙең һүҙҙәргә ҡолаҡ һалып, бөтөрөргә вәғәҙә итте. Дөйөм алғанда, эштәрҙең һөҙөмтәһе менән бик ҡәнәғәтбеҙ. Осраҡтан файҙаланып, ҡала водителдәренә мөрәжәғәт итке килә - юлда тиҙлек режимын һаҡлағыҙ, - ти Йәмәғәт палатаһының хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы комиссияһы рәйесе Андрей Поляев.
Шулай уҡ ул йылдан-йыл юл ремонты күләме артыуын, бигерәк тә ҡаланың иҫке өлөшөнә иғтибар бирелеүен билдәләй. Уның һүҙҙәренсә, йәмәғәтселектең иҫкәрмәләре иҫәпкә алыныуы ла мөһим.
- Һуңғы йылдарҙа ҡала үҙгәрә, был юлдарға ла, йәмәғәт биләмәләрендә лә, йорттарҙың фасадтарында ла күренә. Төҙөкләндереү йәһәтенән үҫеш күҙәтелә, былай булһа, яҡын киләсәктә Салауат иң матур ҡалалар иҫәбенә инер. Ҡалала тыуып үҫеп, ошонда йәшәргә ҡарар иткән кеше өсөн быларҙың барыһы ла тик ҡыуандыра ғына, - тип бүлешә Андрей Поляев.

Автор:Гульнара Аскарова
Читайте нас: