газета "Салауат"
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көнүҙәк
1 Ноябрь 2022, 09:23

Берҙәмлектә - беҙҙең көс

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн патриотизм һәм Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған кинолекторий уҙғарылды.

Берҙәмлектә - беҙҙең көс
Берҙәмлектә - беҙҙең көс

“Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәгендә ҡала мәктәптәренең өлкән класс уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары өсөн патриотизм һәм Тыуған илгә һөйөү менән һуғарылған кинолекторий уҙғарылды.

- Был сараны уҙғарыуға илдә, донъяла барған әлеге сәйәси хәл-ваҡиғалар этәрҙе. Барыһы өсөн дә ябай булмаған ваҡытта беҙҙә патриотизм тойғоһо тағы ла нығыраҡ көсәйергә тейеш. Был турала һөйләү генә түгел, ә миҫал менән нығытыу ҙа кәрәк. Үҙәктең ижади коллективы тарафынан программа әҙерләнгәс, беҙ ҡала мәғариф идаралығына уны уҡыусыларға күрһәтеү тәҡдиме менән сыҡтыҡ. Идеябыҙҙы хупланылар, октябрь буйына өлкән класс уҡыусылары һәм студенттар кинолекторийға Пушкин картаһы буйынса килде. Эшебеҙҙең маҡсаты - Тыуған илгә, уның тарихына ихтирам һәм һөйөү уятыу. Балаларҙың бөтә хәл-ваҡиғаларҙы етди йөҙ менән
күҙәтеүе, уларҙың уйға батыуы маҡсатыбыҙға ирешеүебеҙҙе дәлилләйҙер, тип уйлайым, - ти “Ағиҙел” мәҙәни-ял үҙәге директоры Рауил Хәкимов.
Кинолекторий видеороликтар ҡарауға ғына ҡайтып ҡалманы. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан  әҙерләнгән “Еңеүгә юл” күргәҙмәһе лә йыйылыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ алып барыусы йәштәрҙе Бөйөк Ватан һуғышына арналған Рәсәй мемориалдары буйлап  виртуаль экскурсияға саҡырҙы. Ул иң әһәмиәтле скульптуралар тураһында һөйләне. Кинолекторийҙың төп өлөшө тамаша залында уҙҙы.
Ҡатнашыусыларға Рәсәйҙең мең быуатлыҡ тарихы сағылдырылған видеороликтар  күрһәтелде. Уларҙы Надежда Ханнанованың, Виктория Лукинскаяның, Салауат индустриаль колледжы студенты Никита Шатцтың,
“Ритм” бейеү ансамбленең сығыштары тулыландырҙы. Балаларҙың аяғүрә баҫып сығыштарҙы алҡышлауы, “Рәсәй өсөн! “Рәсәй өсөн!” тип һөрәнләүҙәрен күреү был йәштәрҙең киләсәктә илебеҙҙең ысын патриоттары
булыуына өмөт уятты. 24-се мәктәп уҡыусылары ла сараға берҙәм килгәйне.
Ксения Сбитякова:
- Кинолекторий оҡшаны. Ентекле, аңлайышлы мәғлүмәт бирелде. Беҙгә, йәш быуынға, Тыуған илебеҙҙең тарихы тураһында күберәк һөйләһендәр ине. Сөнки үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ.
Егор Лучшев, Илдар Ғүмәров, Роман Кочетовский:
- Бөгөнгө сарала фәһем алырлыҡ нәмәләр күп булды. Иң башта ҡараған “Еңеүгә юл” күргәҙмәһе тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күпме  тырышлыҡ, күңел йылыһы һалып башҡарылған эштәр. Һөйкәлдәр тураһында алынған
мәғлүмәт тә белемдәребеҙҙе нығытырға булышлыҡ итте. Ә ата-бабаларыбыҙҙың ҡылған батырлыҡтары, илебеҙҙең үткәне, ысын мәғәнәһендә, күңелдәрҙә патриотизм тойғоһо уятты. Был кинолекторий донъяла, илдә барған хәлдәргә лә дөрөҫ күҙлектән сығып ҡарарға мөмкинлек бирҙе, юғиһә, интернеттағы мәғлүмәт башты ҡайната. Ҡайҙа дөрөҫлөк, ҡайҙа ялғанлыҡ икәнен дә белмәйһең, - тине егеттәр.

Автор:Дина Галеева
Читайте нас: